Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 май 26—31 бб.
  • Йәһүәнең исеме беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүәнең исеме беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АЛЛАНЫҢ «ИСЕМЕН ЙӨРӨТӘСӘК ХАЛЫҠ»
  • «ҺЕҘ МИНЕҢ ШАҺИТТАРЫМ»
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕ МӨҺИМ ИКӘНЕН КҮРҺӘТӘБЕҘ
  • Ғайса өсөн Йәһүәнең исеме ни тиклем мөһим?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • «Йәһүәнең исемен маҡтағыҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • «Кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе... хәл итегеҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 май 26—31 бб.

23-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

2-СЕ ЙЫР Һинең исемең Йәһүә

Йәһүәнең исеме беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим?

«„Һеҙ Минең шаһиттарым“, — тип белдерә Раббы» (ИШАҒ. 43:10).

ТӨП ФЕКЕР

Беҙ нисек Йәһүәнең исемен изгеләндерә һәм яҡлай алабыҙ?

1, 2. Ғайса өсөн Йәһүәнең исеме бик мөһим булғаны нимәнән күренә?

ҒАЙСА өсөн Йәһүәнең исеменән дә мөһимерәк нәмә юҡ. Башҡаларға Алланың исемен асыр өсөн, бер кем дә Ғайса кеүек ул тиклем күпте эшләмәгән. Үткән мәҡәләнән белеүебеҙсә, Ғайса Йәһүәнең изге һәм ғәҙел булыуын күрһәтер өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән (Марк 14:36; Евр. 10:7—9). Меңйыллыҡ идараһынан һуң Ғайса бөтә хакимлыҡты Йәһүәгә тапшырыр, сөнки бөтәһенең дә Йәһүәне данлауын теләй (1 Кәр. 15:26—28). Ғайсаның Йәһүә исеме хаҡына ҡылған эштәре уны бик ныҡ яратҡанын күрһәтә.

2 Ғайса ергә Йәһүә исеменән килгән (Яхъя 5:43; 12:13). Ул Алланың исемен үҙ шәкерттәренә асҡан (Яхъя 17:6, 26). Шулай уҡ ул Атаһының исеменән өйрәткән һәм мөғжизәләр ҡылған (Яхъя 10:25). Ғайса шәкерттәре тураһында доға ҡылғанда Йәһүәнән: «Исемең хаҡына уларҙы һаҡла», — тип һораған (Яхъя 17:11). Күреүебеҙсә, Ғайса өсөн Атаһының исеме бик мөһим булған. Шуға күрә кеше, Алланың исемен белмәй һәм уны ҡулланмай тороп, үҙен Ғайсаның шәкерте тип атай алмай.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Мәсихселәр булараҡ, беҙ бөтә нәмәлә Ғайсанан өлгө алабыҙ (1 Пет. 2:21). Шуға күрә уның Атаһының исеменә яратыу һәм ихтирам менән ҡарайбыҙ. Ни өсөн «Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе» вәғәзләгән мәсихселәр Йәһүәнең исемен йөрөтә? (Матф. 24:14). Был исем һәр беребеҙ өсөн нимәне аңлатырға тейеш? Ошо һорауҙарҙы был мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.

АЛЛАНЫҢ «ИСЕМЕН ЙӨРӨТӘСӘК ХАЛЫҠ»

4. а) Күккә китер алдынан Ғайса шәкерттәренә ниндәй йөкләмә биргән? б) Артабан ниндәй һорауҙы ҡарап сығырбыҙ?

4 Күккә китер алдынан Ғайса шәкерттәренә: «Һеҙгә изге рух төшкәс, ҡөҙрәт алырһығыҙ ҙа Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм бөтә ер йөҙө буйлап минең хаҡта шаһитлыҡ бирерһегеҙ», — тигән (Илс. 1:8). Тимәк, ваҡыт уҙыу менән һөйөнөслө хәбәр Исраилда ғына түгел, башҡа ерҙәргә лә таралырға һәм төрлө милләттәге кешеләр Ғайсаның шәкерте булып китергә тейеш булған (Матф. 28:19, 20). Ғайса: «Минең хаҡта шаһитлыҡ бирерһегеҙ», — тигән. Улай булғас, яңы шәкерттәр тик Ғайсаның шаһиттары ғына буламы, әллә уларға шулай уҡ Йәһүәнең исемен дә белергә кәрәкме? Был һорауға Илселәр китабының 15-се бүлегендә яуап бар.

5. Йәрүсәлимдә үткән илселәрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың осрашыуы бөтә кешеләрҙең дә Йәһүә исемен белергә тейешлеген нисек күрһәткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

5 Б. э. 49 йылында Йәрүсәлимдә илселәр һәм аҡһаҡалдар бер мөһим һорауҙы ҡарап сығыр өсөн йыйылған. Был осрашыуҙа ошондай һорау ҡаралған: йәһүд булмаған кешеләр Ғайсаның шәкерте булып китер өсөн сөннәтләнергә тейешме? Осрашыуҙың аҙағында Ғайсаның бер туған ҡустыһы Яҡуп былай тип әйткән: «[Петер] Алланың, үҙ исемен йөрөтәсәк халыҡ йыйыр өсөн, башҡа халыҡтарға беренсе тапҡыр иғтибар иткәне тураһында ентекләп һөйләп бирҙе». Яҡуп ниндәй исемде күҙ уңында тотҡан? Артабан ул Амос пәйғәмбәрлегенән ошондай өҙөмтә килтергән: «Мин быны ҡалған кешеләр исемем менән аталған барса халыҡ кешеләре менән бергә бар көстәрен һалып мине, Йәһүәне, эҙләһендәр өсөн эшләнем“, — тип әйтә Йәһүә» (Илс. 15:14—18). Яңы шәкерттәр Йәһүә тураһында белем алырға ғына түгел, шулай уҡ уның исеме менән аталырға тейеш булған. Тимәк, уларҙы был исем менән белерҙәр һәм улар башҡаларға уның исемен асыр.

Яҡуп Йәрүсәлимдә илселәр һәм аҡһаҡалдар менән һөйләшә. Ике мәсихсе уны тыңлай. Уларҙың ҡулында асыҡ төргәктәр.

Беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмә мәсихселәрҙең Алла исемен йөрөткән халыҡ булырға тейешлеген асыҡ аңлай. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)


6, 7. а) Ни өсөн Ғайса ергә килгән? б) Ғайса алдында тағы ниндәй мөһимерәк йөкләмә торған?

6 Ғайсаның исеме «Йәһүә — ҡотҡарыу» тигәнде аңлата. Йәһүә тап Ғайса аша үҙенә һәм уның Улына ышанғандарҙы ҡотҡара. Ғайса ергә үҙ ғүмерен кешеләр өсөн «йолом итеп бирергә килгән» (Матф. 20:28). Йолом ярҙамында беҙҙең гонаһтарыбыҙ кисерелә, һәм беҙ мәңгелек тормошҡа эйә була алабыҙ (Яхъя 3:16).

7 Ни өсөн кешеләр йоломға мохтаж? Был Эден баҡсаһында булған ваҡиғалар менән бәйле. Үткән мәҡәләнән күреүебеҙсә, Әҙәм менән Һауа Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан һәм мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан (Баш. 3:6, 24). Ғайса ергә гонаһлы кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн генә түгел, ә күпкә мөһимерәк йөкләмә үтәр өсөн — Йәһүәнең исемен изгеләндерер өсөн килгән. Шайтан был исемгә тап төшөргән (Баш. 3:4, 5). Шуға күрә бөтә кешеләр Алланың ғәҙел булыуын һәм ул ҡайғыртыусан Атай икәнен белергә тейеш. Ғайса Йәһүәнең вәкиле булған һәм һәр ваҡытта ла уның ихтыяры буйынса эш иткән. Шуға күрә тик ул ғына Йәһүәнең исемен бөтәһенән дә яҡшыраҡ изгеләндерә алған.

Кеше, Алланың исемен белмәй һәм уны ҡулланмай тороп, үҙен Ғайсаның ысын шәкерте тип атай алмай

8. Ғайсаның бөтә шәкерттәренә лә нимәне аңларға кәрәк булған?

8 Бына ни өсөн Ғайсаның бөтә шәкерттәре — йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа — ҡотолоу уның Атаһы Йәһүә Алланан килгәнен аңларға тейеш булған (Яхъя 17:3). Бынан тыш, Ғайсаға кеүек, уларға ла Йәһүәнең исемен йөрөтөргә кәрәк булған. Шулай уҡ улар Алланың исемен изгеләндереү бик мөһим икәнен танырға һәм уларҙың ҡотолоуы быға бәйле икәнен аңларға тейеш булған (Илс. 2:21, 22). Шуға күрә Ғайсаның шәкерте булып китергә теләгән һәр кем уның тураһында ғына түгел, Йәһүә тураһында ла белергә тейеш булған. Бына ни өсөн Ғайса доғаһының аҙағында: «Улар башҡаларҙы һин мине яратҡан кеүек яратһын өсөн һәм улар менән берҙәмлектә булыуым өсөн, мин уларға һинең исемеңде астым һәм артабан да асырмын», — тигән (Яхъя 17:26).

«ҺЕҘ МИНЕҢ ШАҺИТТАРЫМ»

9. Ғайса шәкерттәренең бөтәһе лә нимә эшләргә тейеш?

9 Ғайсаның бөтә шәкерттәренә лә Йәһүәнең исемен изгеләндерергә кәрәк (Матф. 6:9, 10). Был исем беҙҙең өсөн бөтә исемдәрҙән юғарыраҡ булырға тейеш. Ләкин беҙ Йәһүәнең исемен нисек изгеләндерә алабыҙ һәм Шайтандың Йәһүә тураһында ғәйепләүҙәре ялған булыуын нисек иҫбатлай алабыҙ?

10. Ишағыя китабының 42—44-се бүлектәрендә ниндәй образлы суд тураһында әйтелә? (Ишағыя 43:9; 44:7—9). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

10 Ишағыя китабының 42—44-се бүлектәренән беҙ Йәһүәнең исемен нисек изгеләндереп булғаны тураһында беләбеҙ. Унда суд барыуы тасуирлана һәм хаҡ Алла кем тигән һорау ҡарала. Йәһүә үҙҙәрен алла тип атағандарҙың бөтәһенә лә үҙ илаһилығын раҫларға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ул, был аллаларҙың һүҙҙәрен раҫлай алған шаһиттар бармы, тип һорай. Ләкин ундайҙар табылмай! (Ишағыя 43:9; 44:7—9-ҙы уҡығыҙ.)

Бөтә донъя буйынса йәшәгән ҡәрҙәштәр Йәһүәнең исемен изгеләндергән ваҡытта фәрештәләрҙең күктә осоп барғанын һүрәтләгән фотоһүрәттәрҙә: 1) ирле-ҡатынлы пар күсмә стенд менән хеҙмәт итә; 2) йәш ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ синыфташына jw.org карточкаһын тәҡдим итә; 3) ир ҡәрҙәшебеҙ автобуста вәғәзләй; 4) маска кейгән полиция хеҙмәткәрҙәре ир ҡәрҙәшебеҙҙең ҡулына бығауҙар кейҙереп, алып китә; 5) ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ дауаханала ята, ул табипҡа ҡан ебәреүгә үҙ ҡарашын аңлата.

Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән Йәһүәнең хаҡ Алла булыуын иҫбатлайбыҙ. (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


11. Ишағыя 43:10—12-лә әйтелгәнсә, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә нимә ти?

11 Ишағыя 43:10—12-не уҡығыҙ. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә: «Һеҙ — Минең шаһиттарым... Мин — Алла!» — ти. Артабан ул: «Минән башҡа алла бармы?» — тип һорай (Ишағ. 44:8). Беҙгә ҙур хөрмәт күрһәтелгән: беҙ был һорауға яуап бирә алабыҙ. Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән Йәһүәнең берҙән-бер хаҡ Алла булыуын иҫбатлайбыҙ. Уның исеме бөтә исемдәрҙән юғары тора. Үҙ тормошобоҙ менән беҙ Йәһүәне ысынлап та яратҡаныбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Шайтан беҙгә нисек кенә баҫым яһамаһын, беҙ Аллаға тоғро ҡалабыҙ. Шулай итеп Алланың исемен изгеләндереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ.

12. Ишағыя 40:3, 5-тәге пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән?

12 Шулай уҡ Ишағыя, «Раббыға сүлдә юл» әҙерләүсе килер, тигән (Ишағ. 40:3). Был пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән? Сумдырыусы Яхъя Ғайса өсөн юл әҙерләгән. Ысынында был юлды ул Йәһүә өсөн әҙерләгән, сөнки Ғайса бит Йәһүә исеменән килгән һәм һөйләгән (Матф. 3:3; Марк 1:2—4; Лука 3:3—6). Шул уҡ пәйғәмбәрлектә: «Раббының шөһрәте асылыр», — тип тә яҙылған (Ишағ. 40:5). Был һүҙҙәр нисек үтәлгән? Ғайса ерҙә Йәһүәнең вәкиле булараҡ, уның сифаттарын камил рәүештә сағылдырған. Әгәр Йәһүә ергә килгән булһа, ул да тап шулай эш итер ине (Яхъя 12:45).

13. Беҙ Ғайсанан нисек өлгө ала алабыҙ?

13 Йәһүәнең абруйын яҡлауҙа беҙ Ғайса Мәсихтән өлгө алабыҙ. Ғайса кеүек, беҙ ҙә Йәһүәнең шаһиттары. Беҙ Алланың исемен йөрөтәбеҙ һәм бөтәһенә лә уның ғәжәп эштәре тураһында һөйләйбеҙ. Ләкин беҙ шулай уҡ кешеләргә Ғайсаның Алла исемен изгеләндереүҙә ниндәй роль уйнағаны тураһында ла һөйләргә тейеш (Илс. 1:8). Ғайса — Йәһүәнең төп шаһиты, ә беҙ уның эҙенән барабыҙ (Асыл. 1:5). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең исеме һәр беребеҙ өсөн ниндәй мәғәнә йөрөтә икәнен ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕ МӨҺИМ ИКӘНЕН КҮРҺӘТӘБЕҘ

14. Зәбур 104:3-тә әйтелгәнсә, беҙ Йәһүәнең исеменә нисек ҡарайбыҙ?

14 Беҙ Йәһүәнең исеме тураһында ғорурлыҡ менән һөйләйбеҙ. (Зәбур 104:3-тө уҡығыҙ.) Йәһүә беҙҙең уның исеме менән маҡтаныуыбыҙҙы теләй (Йәр. 9:23, 24; 1 Кәр. 1:31; 2 Кәр. 10:17). «Йәһүә менән маҡтаныу» — уның беҙҙең Аллабыҙ булыуы менән ғорурланыу. Йәһүәнең абруйын яҡлау һәм башҡаларға уның изгелеге тураһында һөйләү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Хеҙмәттәштәребеҙгә, синыфташтарыбыҙға, күршеләребеҙгә һәм башҡаларға үҙебеҙҙең Йәһүә шаһиты булыуыбыҙ тураһында һөйләгәндә беҙ бер ҡасан да оялырға тейеш түгел. Иблис башҡаларға Алла тураһында һөйләүебеҙҙе туҡтатырға маташа (Йәр. 11:21; Асыл. 12:17). Шайтан һәм уның кеүек ялған һөйләүселәр кешеләрҙең Йәһүә исемен онотоуын теләй (Йәр. 23:26, 27). Ләкин беҙ был исемде яратабыҙ һәм, һәр мөмкинлекте ҡулланып, уны данлайбыҙ (Зәб. 5:12; 88:17).

15. Йәһүәнең исемен саҡырыу үҙ эсенә нимәне аңлата?

15 Беҙ Йәһүә исемен саҡырабыҙ (Йәил 2:32; Рим. 10:13, 14). Йәһүәнең исемен саҡырыу — уның исемен белеү һәм әйтеү менән генә сикләнмәй. Беҙ Алланы яҡшы беләбеҙ, уға ышанабыҙ, унан ярҙам һәм кәңәш һорайбыҙ (Зәб. 19:8; 98:6; 114:4; 144:18). Бынан тыш, беҙ башҡаларға Йәһүәнең исеме һәм уның күркәм сифаттары тураһында һөйләйбеҙ. Кешеләр Йәһүәне тормошо менән шатландырһын һәм ҡотолһон өсөн, беҙ уларға үҙгәрештәр яһарға ярҙам итәбеҙ (Ишағ. 12:4; Илс. 2:21, 38).

16. Шайтандың ялғансы булыуын беҙ нисек иҫбатлай алабыҙ?

16 Йәһүә исеме хаҡына беҙ ғазаптар кисерергә әҙер (Яҡ. 5:10, 11). Һынауҙар менән осрашҡанда ла Йәһүәгә тоғро ҡалып, Шайтандың ялғансы булыуын иҫбатлайбыҙ. Әйүп көндәрендә Шайтан Алланың хеҙмәтселәрен былай тип ғәйепләгән: «Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай» (Әйүп 2:4). Шайтан әйтеүенсә, кешеләр Йәһүәгә барыһы ла һәйбәт булғанда ғына хеҙмәт итә, ләкин ауырлыҡтар тыуһа, улар уны ҡалдыра. Әммә Әйүп был ғәйепләүҙең ялған булыуын иҫбатлаған. Беҙ ҙә Шайтандың ғәйепләүҙәренә шундай уҡ яуап бирә алабыҙ. Ул нисек кенә тормошобоҙҙо ҡатмарлаштырырға һәм боҙорға маташһа ла, беҙ бер ҡасан да Йәһүәнән баш тартмайбыҙ. Йәһүәнең үҙ исеме хаҡына беҙҙе яҡлаясағына беҙ тулыһынса ышанабыҙ (Яхъя 17:11).

17. 1 Петер 2:12-лә әйтелгәнсә, Йәһүәнең исемен нисек данлай алабыҙ?

17 Йәһүә исемен данлар өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙ (Ғиб. һүҙ. 30:9; Йәр. 7:8—11). Беҙ Йәһүә исемен йөрөтәбеҙ, тимәк, нимә генә эшләһәк тә, был исемде йә данлайбыҙ, йә хурлайбыҙ. (1 Петер 2:12-не уҡығыҙ.) Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙең тәртибебеҙгә һәм әйткән һүҙҙәребеҙгә иғтибарлы. Камил булмаһаҡ та, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләп, Йәһүәнең исемен данлайбыҙ.

18. Йәһүәнең исеме беҙҙең өсөн мөһим икәнен беҙ тағы нисек иҫбатлай алабыҙ? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

18 Йәһүә исеме үҙ абруйыбыҙға ҡарағанда күпкә мөһимерәк (Зәб. 137:2). Беҙ Йәһүәне яратабыҙ һәм уның ҡанундары буйынса йәшәргә теләйбеҙ. Ләкин ҡайһы саҡта был башҡаларға оҡшамай һәм улар беҙҙең турала насар һөйләйa. Ғайсаны енәйәтсе кеүек хөкөм иткәндәр һәм кешеләр уны күрә алмаған. Ләкин ул Йәһүәнең исемен данлар өсөн үлергә әҙер булған. Ул хурлыҡтан ҡурҡмаған һәм кешеләр уның тураһында нимә уйлар тип, бер ҙә борсолмаған (Евр. 12:2—4). Йәһүә теләгәнсә эш итеү уның өсөн мөһим булған (Матф. 26:39).

19. Йәһүәнең исеме һеҙҙең өсөн нимә аңлата һәм ни өсөн?

19 Беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Уның шаһиттары булыу — беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Уның исеме хаҡына беҙ һәр төрлө кәмһетеүҙе түҙергә әҙер. Йәһүә исеме үҙ абруйыбыҙға ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Шуға күрә Шайтандың беҙҙе туҡтатырға маташыуына ҡарамаҫтан, әйҙәгеҙ, Алланың исемен артабан да маҡтайыҡ. Шулай итеп, Ғайса өсөн мөһим булған кеүек, беҙҙең өсөн дә Йәһүә исеменән мөһимерәк нәмә юҡ икәнен күрһәтербеҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ысын мәсихселәргә Йәһүә исеме ни өсөн мөһим?

  • Беҙ бөгөн ниндәй «судта» ҡатнашабыҙ?

  • Йәһүә исеме беҙҙең өсөн мөһим икәнен нисек күрһәтеп була?

10-СЫ ЙЫР Йәһүә Алланы данла!

a Хатта тәҡүә Әйүптең өс дуҫы уны насар эштәр ҡылыуҙа ғәйепләй башлағас, ул иғтибарын үҙенә туплаған. Балаларын һәм бөтә мал-мөлкәтен юғалтҡас, ул тәүҙә «гонаһ [ҡылмаған] — Аллаға ғәйеп [ташламаған]» (Әйүп 1:22; 2:10). Ләкин дуҫтары уның абруйына һөжүм иткәс, ул «дыуамал» һүҙҙәр һөйләй башлаған. Алланың исемен изгеләндереүгә ҡарағанда уның өсөн үҙ абруйын яҡлау мөһимерәк булып киткән (Әйүп 6:3; 13:4, 5; 32:2; 34:5).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу