24-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
98-СЕ ЙЫР Изге Яҙма — Алла Һүҙе
Яҡуптың пәйғәмбәрлеге. Беҙҙең өсөн һабаҡтар (1-се өлөш)
«Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем» (БАШ. 49:1).
ТӨП ФЕКЕР
Яҡуп үлеме алдынан улдары Рәүвәнгә, Шимғунға, Либәйгә, Йәһүҙәгә нимә әйткән һәм уның һүҙҙәрендә беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡтар бар?
1, 2. Яҡуп үлеме алдынан нимә эшләгән һәм ни өсөн? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
ЯҠУП Ҡынаандан Мысырға күсенгәндә инде оло йәштә булған. Ул үҙенең улы Йософто күргәненә һәм балаларының ҡабат бергә булыуына бик ҡыуанған. Ул ваҡыттан бирле 17 йыл тирәһе үтеп киткән (Баш. 47:28). Бына Яҡуп үлем түшәгендә ята һәм улдарының уның янына килеүен һорай. Бергә йыйылғанда ул улдарына мөһим нәмәләр тураһында әйтергә йыйына (Баш. 49:28).
2 Боронғо ваҡыттарҙа ғаилә башлығы үлеме алдынан, ғәҙәттә, бөтә ғаиләһен йыйған (Ишағ. 38:1). Бергә осрашҡан саҡта ул аҙаҡҡы нәсихәтен биргән, мәҫәлән, унан һуң кем ғаилә башлығы буласағын иғлан иткән.
Яҡуп үлем түшәгендә ята. Янында 12 улы йыйылған, һәм Яҡуп уларҙың киләсәге тураһында һөйләй (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
3. Башланмыш 49:1, 2-лә яҙылғанса, ни өсөн Яҡуптың һүҙҙәре ҙур әһәмиәткә эйә?
3 Башланмыш 49:1, 2-не уҡығыҙ. Яҡуп ғаиләһенең бергә йыйылыуы башҡа саҡтағы осрашыуҙарҙан айырылып торған. Яҡуп ул пәйғәмбәр булған. Ул, Алла тарафынан рухландырылып, улдары һәм уларҙың ғаиләләре менән киләсәктә нимә буласағын һөйләгән.
4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр? («Яҡуптың ғаиләһе» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
4 Был мәҡәләлә беҙ Яҡуптың Рәүвәнгә, Шимғунға, Либәйгә һәм Йәһүҙәгә нимә әйткәнен ҡарап сығырбыҙ. Икенсе мәҡәләнән беҙ ҡалған һигеҙ улына нимә һөйләгәне тураһында белербеҙ. Яҡуптың һүҙҙәре улдарына ғына түгел, ә уларҙың тоҡомдарына ла ҡағылған. Ваҡыт уҙыу менән уларҙан ҙур Исраил халҡы барлыҡҡа килгән. Был халыҡтың тарихы Яҡуптың пәйғәмбәрлеге нисек үтәлгәнен күрһәтә. Ләкин уның һүҙҙәрендә беҙҙең өсөн дә мөһим һабаҡтар бар. Күктәге Атабыҙ Йәһүәне нисек һөйөндөрөп булғанын беҙ тағы ла яҡшыраҡ аңларбыҙ.
РӘҮВӘН
5. Рәүвәндең ниндәй уйҙары була алған?
5 Тәүҙә Яҡуп Рәүвәнгә: «Һин минең баш балам», — тип өндәшкән (Баш. 49:3). Рәүвән, беренсе тыуған бала булараҡ, мираҫтың ике өлөшөн алырмын тип көткәндер. Ул, атайым үлгәндән һуң ғаилә башлығы булып китермен һәм был мөһим вазифа тоҡомдарыма күсер, тип уйлағандыр.
6. Ни өсөн Рәүвән баш бала хоҡуғын юғалтҡан? (Башланмыш 49:3, 4).
6 Әммә Рәүвән баш бала хоҡуғын юғалтҡан (1 Йыл. 5:1). Ни өсөн? Рәхиләнең үлеменән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, ул Яҡуптың йәриәһе Билһа менән яҡынлыҡ ҡылған (Билһа Рәхиләнең хеҙмәтсеһе булған) (Баш. 35:19, 22). Ни өсөн Рәүвән шулай эшләгән? Күрәһең, Билһа уға ҡатын-ҡыҙ булараҡ оҡшағандыр һәм ул үҙенең енси теләктәренә ҡаршы тора алмағандыр. Ә, бәлки, ул, Яҡуп Билһаны нәфрәт итеп әсәйем Лиәне нығыраҡ ярата башлар, тип уйлағандыр. Сәбәбе ниндәй генә булмаһын, Рәүвәндең ҡылығы Йәһүә өсөн дә, Яҡуп өсөн дә ерәнгес булған. (Башланмыш 49:3-тө уҡығыҙ.)
7. Рәүвән һәм уның тоҡомдары менән нимә булған? («Яҡуптың пәйғәмбәрлеге» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
7 Яҡуп Рәүвәнгә: «Инде хәҙер алдын була алмаҫһың», — тигән. Был һүҙҙәр үтәлгән. Рәүвәндең тоҡомонан берәйһе батша, рухани йә пәйғәмбәр булып киткән тип, Изге Яҙмала бер ерҙә лә әйтелмәй. Ләкин Яҡуп улын кире ҡаҡмаған һәм мираҫтан мәхрүм итмәгән. Рәүвәндең тоҡомдары Исраил ҡәбиләләренең береһе булып киткән (Еш. 12:6). Билһа менән булған осраҡ ҡот осҡос булһа ла, күрәһең, был бер тапҡыр ғына булған, һәм Рәүвән ҡабат ундай хаталар ҡылмаған. Башҡа осраҡтарҙан күренеүенсә, уның яҡшы сифаттары ла булған (Баш. 37:20—22; 42:37).
8. Рәүвәндең тормошо беҙҙе нимәгә өйрәтә?
8 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Бөтәбеҙгә лә тотанаҡлыҡ сифатын үҫтерергә һәм дөрөҫ булмаған енси теләктәргә ҡаршы торорға кәрәк. Әгәр гонаһ ҡылыу теләге тыуһа, беҙгә туҡтап, ҡылығым Йәһүәне, ғаиләмде һәм башҡа кешеләрҙе ни тиклем ныҡ рәнйетәсәк, тип уйланырға кәрәк. Эйе, «кеше ни сәсһә, шуны ура» (Ғал. 6:7). Рәүвәндең тормошонан күренеүенсә, Йәһүә бик мәрхәмәтле. Ул беҙҙе хаталарыбыҙҙың эҙемтәләренән һаҡламай, әммә тәүбә итеп, дөрөҫ эш итергә тырышһаҡ, ул беҙҙе кисерә һәм фатихалай.
ШИМҒУН ҺӘМ ЛИБӘЙ
9. Ни өсөн Яҡуп Шимғун менән Либәйгә асыуланған? (Башланмыш 49:5—7).
9 Башланмыш 49:5—7-не уҡығыҙ. Шунан һуң Яҡуп Шимғун менән Либәйгә өндәшә. Уның һүҙҙәренән ул уларға бик асыулы икәне күренә. Улар әле Ҡынаанда йәшәгәндә, шул ерҙәрҙә йәшәгән Шехем исемле егет Яҡуптың ҡыҙын Динәне көсләгән. Әлбиттә, был Яҡуптың бөтә улдарын ҡайғыға һалған. Ләкин уларҙың икеһе Шимғун менән Либәй үҙ асыуын тыя алмаған. Улар Шехемдә йәшәүселәрҙе, әгәр сөннәтләнһәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән килешеү төҙөрбөҙ, тигән вәғәҙә биреп алдаған. Ләкин сөннәтләнеүҙән һуң һыҙланышып ятҡанда Шимғун менән Либәй уларға һөжүм иткән. «[Улар] бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡалаға инде лә бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәрҙе», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Баш. 34:25—29).
10. Яҡуптың Шимғун менән Либәй тураһындағы пәйғәмбәрлеге нисек үтәлгән? («Яҡуптың пәйғәмбәрлеге» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
10 Ике улдарының ҡанһыҙлығы Яҡуптың асыуын ҡуптарған. Мин һеҙҙе Исраил ҡәбиләләре араһында бүлгесләрмен һәм таратырмын, тип пәйғәмбәрлек иткән ул. Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәр Исраил халҡы Вәғәҙә ителгән ергә ингәндән һуң 200 йыл ашыу ваҡыт үткәс кенә үтәлгән. Шимғундың ҡәбиләһе Йәһүҙә улдарының биләмәһендә урынлашҡан ҡалаларҙы мираҫ итеп алған (Еш. 19:1). Либәйҙең ҡәбиләһе иһә бөтә Исраилда урынлашҡан 48 ҡаланы мираҫ итеп алған (Еш. 21:41).
11. Шимғун менән Либәйҙең тоҡомдары ниндәй яҡшылыҡ эшләгән?
11 Шимғун менән Либәйҙең тоҡомдары ата-бабаларының хаталарын ҡабатламаған. Либәйҙең ҡәбиләһе саф табыныуға иҫ киткес тоғролоҡ күрһәткән. Муса Йәһүәнән бирелгән ҡанунды алыр өсөн Синай тауына менеп киткәс, исраилдар алтын быҙауға табына башлаған. Тауҙан төшкәс, Муса: «Кемдәр Раббы яҡлы?» — тип һораған. Шул саҡ бөтә либәйҙәр уның тирәһенә йыйылған һәм ботҡа табыныусыларҙы юҡ итергә ярҙам иткән (Сығ. 32:26—29). Йәһүә либәйҙәргә руханиҙар булып хеҙмәт итеү вазифаһын биргән (Сығ. 40:12—15; Һан. 3:11, 12). Шимғундың тоҡомдары иһә Вәғәҙә ителгән ерҙе яулап алғанда Йәһүҙәнең тоҡомдары менән бергә дошмандарға ҡаршы һуғышҡан. Шулай итеп улар Йәһүәнең ихтыярын үтәгән (Хөк. 1:3, 17).
12. Шимғун менән Либәйҙең осрағынан нимәгә өйрәнеп була?
12 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Асыу хисенә бирелеп эш итеү һәм ҡарарҙар ҡабул итеү аҡыллы булмаҫ. Кемдер беҙҙең йә яҡындарыбыҙ менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндә, беҙ бик күңелһеҙләнәбеҙ (Зәб. 4:5). Әммә асыуға бирелеп, беҙҙе рәнйеткән кешенең күңелен яралаһаҡ, Йәһүә беҙҙең менән ҡәнәғәт булмаҫ (Яҡ. 1:20). Улайһа, ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда үҙебеҙҙе нисек тоторға? Беҙҙе рәнйеткән кешенең Йәһүәгә хеҙмәт итәме-юҡмы икәненә ҡарамаҫтан, беҙ гел дә Изге Яҙма өйрәткәнсә эш итергә тейеш. Шул саҡта һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ бер кемгә лә зыян килтермәҫ (Рим. 12:17, 19; 1 Пет. 3:9). Ә бына балаларға һәм үҫмерҙәргә һабаҡ: атай-әсәйең үҙҙәрен дөрөҫ тотмаһа, һин уларҙың өлгөһөнә эйәрергә тейеш түгел. Онотма, башҡаларҙың тәртибе һине Йәһүәнең хуплауынан мәхрүм итә алмай. Йәһүәне шатландырырға һәм дөрөҫ эш итергә тырышһаң, Йәһүә һине фатихалар.
ЙӘҺҮҘӘ
13. Йәһүҙәнең сираты килеп еткәс, ни өсөн ул борсола алған?
13 Артабан Яҡуп Йәһүҙәгә өндәшкән. Атаһының ағаларына нимә әйткәнен ишеткәс, ул борсола алған. Йәһүҙә бит бер нисә етди хата яһаған. Ул, күрәһең, Шехем ҡалаһын талауҙа ҡатнашҡан (Баш. 34:27). Ул ағаларына Йософто ҡоллоҡҡа һатырға тәҡдим иткән һәм улар менән бергә атаһын алдаған (Баш. 37:27, 31—33). Һуңыраҡ ул, килене Тамарҙы фәхишә тип уйлап, уның менән яҡынлыҡ ҡылған (Баш. 38:15—18).
14. Йәһүҙә ниндәй яҡшылыҡ эшләгән? (Башланмыш 49:8, 9).
14 Әммә Яҡуп Йәһүҙәне маҡтаған ғына. Ул уға һәм уның тоҡомдарына күп фатихалар вәғәҙә иткән. (Башланмыш 49:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүҙә бит оло йәштәге атаһының хис-тойғоларын иҫәпкә алған һәм ҡустыһы Бинйәмингә шәфҡәтле булған (Баш. 44:18, 30—34).
15. Йәһүҙә тураһындағы пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән?
15 Яҡуп Йәһүҙәнең ағай-энеләре араһында алдынғы урын биләйәсәге тураһында әйткән. Әммә был пәйғәмбәрлек 200 йыл тирәһе үткәс кенә үтәлә башлаған. Исраилдар Мысырҙан сығып сүл аша Вәғәҙә ителгән ергә барғанда Йәһүҙәнең ҡәбиләһе алда барған (Һан. 10:14). Тиҫтәләгән йылдарҙан һуң Вәғәҙә ителгән ерҙе яулап алғанда Йәһүҙә беренсе булып ҡынаандар менән һуғышҡан (Хөк. 1:1, 2). Өҫтәүенә, ошо ҡәбиләнән Дауыт батша сыҡҡан. Уның нәҫеленән булған батшалар күп быуаттар дауамында идара иткән. Ләкин пәйғәмбәрлектең үтәлеше бының менән тамамланмаған.
16. Башланмыш 49:10-дағы пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән? («Яҡуптың пәйғәмбәрлеге» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
16 Яҡуп, Йәһүҙәнең нәҫел-ырыуынан Хаким сығасаҡ һәм ул кешеләр менән мәңге идара итәсәк, тип әйткән. (Башланмыш 49:10-ды уҡығыҙ.) Был Хаким — Ғайса Мәсих. Бер фәрештә уның тураһында: «Йәһүә Алла уға атаһы Дауыттың тәхетен бирер», — тигән (Лука 1:32, 33). Ғайса шулай уҡ «Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан» тип тә аталған (Асыл. 5:5).
17. Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә нисек ҡарай һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?
17 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Йәһүҙә етди хаталар ҡылһа ла, Йәһүә уны фатихалаған. Бәлки, Йәһүҙәнең ағалары ни өсөн уға шундай хөрмәт күрһәтелгәнен аңламағандыр. Нисек кенә булмаһын, Йәһүә Йәһүҙиәнең яҡшы яҡтарын күргән һәм бының өсөн уны фатихалаған. Беҙ Йәһүәнән нисек өлгө ала алабыҙ? Мәҫәлән, берәй ҡәрҙәшкә хөрмәтле вазифа тапшырылғанда, беҙҙең иң тәүҙә шул кешенең көсһөҙ яҡтарына иғтибар итеүебеҙ бар. Әммә Йәһүә шул кешенең матур сифаттарын ҡәҙерләй икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең яҡшы яҡтарына иғтибар итә. Беҙгә лә шулай эш итергә кәрәк.
18. Ни өсөн беҙгә сабыр булырға кәрәк?
18 Беҙ шулай уҡ Йәһүҙәнең сабырлығын өлгө итеп ала алабыҙ. Йәһүә үҙ вәғәҙәләрен һәр ваҡытта ла үтәй. Ләкин уның быны нисек йә ниндәй ваҡытта үтәгәне ҡай саҡ өмөтөбөҙҙө аҡламай. Йәһүҙәнең тоҡомдары шунда уҡ Алла халҡының юлбашсыһы булып китмәгән. Әммә улар Йәһүә һайлаған ирҙәргә тоғролоҡ күрһәткән. Мәҫәлән, Либәй ҡәбиләһенән Мусаға, Эфраим ҡәбиләһенән Ешуаға һәм Бинйәмин ҡәбиләһенән Шаулға. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Алла халҡын бөгөн алып барған ҡәрҙәштәргә булышлыҡ күрһәтәйек (Евр. 6:12).
19. Яҡуптың пәйғәмбәрлеген ҡарап сығып, беҙ Йәһүә тураһында нимә белдек?
19 Шулай итеп Яҡуптың дүрт улы тураһында әйткән пәйғәмбәрлегенән нимә белдек? Алланың «әҙәм кеүек» ҡарамағаны ап-асыҡ (1 Сам. 16:7). Йәһүә бик түҙемле һәм кисерергә ярата. Ул гонаһҡа күҙ йоммаһа ла, хеҙмәтселәренән камиллыҡ көтмәй. Хатта үткәндә етди гонаһ ҡылған кешеләрҙе лә Йәһүә фатихалай ала. Бының өсөн уларға тәүбә итеп дөрөҫ эш итә башларға кәрәк. Киләһе мәҡәләнән беҙ Яҡуптың ҡалған һигеҙ улына нимә әйткәнен белербеҙ.
124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ