25-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
96-СЫ ЙЫР Алла Һүҙе — хазина
Яҡуптың пәйғәмбәрлеге. Беҙҙең өсөн һабаҡтар (2-се өлөш)
«Аталары... һәр береһенә уға тейешле фатихаһын бирҙе» (БАШ. 49:28).
ТӨП ФЕКЕР
Яҡуп үлем түшәгендә ятҡанда һигеҙ улына нимә әйткән һәм уның һүҙҙәрендә беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡтар бар?
1. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
ЯҠУПТЫҢ улдары аталары янына йыйылған һәм уны иғтибар менән тыңлай. Рәүвән, Шимғун, Либәй һәм Йәһүҙә уның улар тураһында әйткән һүҙҙәренә, күрәһең, ғәжәпләнә. Шуға улар ҡалған һигеҙ улына нимә әйтәсәген түҙемһеҙлек менән көтә. Әйҙәгеҙ, Яҡуптың Забулунға, Исасхар, Дан, Ғад, Әшир, Нафтали, Йософ һәм Бинйәмингә әйткән һүҙҙәрендә беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡтар бар икәнен ҡарап сығайыҡa.
ЗАБУЛУН
2. Яҡуп Забулунға нимә әйткән һәм ул һүҙҙәр нисек үтәлгән? (Башланмыш 49:13). (Рамканы ла ҡарағыҙ.)
2 Башланмыш 49:13-тө уҡығыҙ. Яҡуп Забулунға ул, диңгеҙ яры буйында йәшәйәсәк, тип әйткән. Был һүҙҙәр нисек үтәлгән? 200 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Забулундың тоҡомдары Ғәлиләйә һәм Урта диңгеҙ араһындағы ерҙе мираҫ итеп алған. Муса: «Эй Зевулун, юлға сыҡҡаныңда шатлан!» — тип пәйғәмбәрлек иткән (Ҡан. 33:18). Забулун тоҡомоноң ике диңгеҙ араһында урынлашыуы уларға, күрәһең, сауҙа менән иркен шөғөлләнергә мөмкинлек биргән. Нисек кенә булмаһын, Забулун тоҡомдарының шатланыр өсөн сәбәптәре булған.
3. Ниндәй шарттарҙа булһаҡ та, бәхетле булып ҡалырға нимә ярҙам итә?
3 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, шарттарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, шатланыр өсөн һәр саҡ сәбәптәребеҙ бар. Бәхетле булып ҡалыр өсөн, үҙебеҙҙә булғаны менән ҡәнәғәт булырға кәрәк (Зәб. 15:6; 23:5). Ҡайһы ваҡыт беҙ иғтибарыбыҙҙы үҙебеҙҙә булмағанға туплап бойоғабыҙ. Ләкин тормошобоҙҙа яҡшы нәмәләр ҙә бар. Шуға һәр ваҡыт үҙ шарттарығыҙҙа яҡшы нәмәләрҙе күрергә тырышығыҙ (Ғал. 6:4).
ИСАСХАР
4. Яҡуп Исасхарға нимә әйткән һәм ул һүҙҙәр нисек үтәлгән? (Башланмыш 49:14, 15). (Рамканы ла ҡарағыҙ.)
4 Башланмыш 49:14, 15-те уҡығыҙ. Яҡуп Исасхарҙы тырыш хеҙмәте өсөн маҡтай һәм ауыр йөк күтәреп йөрөткән көслө ишәк менән сағыштыра. Бынан тыш, Яҡуп, Исасхарға күркәм ер бирелер, тип әйтә. Был һүҙҙәр нисек үтәлгән? Исасхарҙың тоҡомдары Иордан йылғаһы буйында уңдырышлы ерҙе мираҫ итеп алған (Еш. 19:22). Әлбиттә, улар шул ерҙе тырышып эшкәрткән һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн күп көс түккән (1 Бат. 4:7, 17). Мәҫәлән, хөкөмсө Варак һәм пәйғәмбәр ҡатын Девора Сисара менән һуғышыр өсөн исраилдарҙан ярҙам һорағанда, Исасхарҙың тоҡомо теләп ризалашҡан. Улар башҡа һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан (Хөк. 5:15).
5. Ни өсөн беҙгә тырыш хеҙмәтсе булырға кәрәк?
5 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Йәһүә беҙҙең дә уның өсөн башҡарған тырыш хеҙмәтебеҙҙе бик ҡәҙерләй (Вәғ. 2:24). Мәҫәлән, йыйылыш хаҡында ҡайғыртҡан ир ҡәрҙәштәр тураһында уйланайыҡ (1 Тим. 3:1). Әлбиттә, улар һуғыштарҙа ҡатнашмай. Әммә улар Алла халҡын рухи зыяндан яҡлар өсөн күп көс түгә (1 Кәр. 5:1, 5; Йәһ. 17—23). Эйе, был еңел түгел. Өҫтәүенә, ҡәрҙәштәрҙе нығытҡан телмәрҙәр әҙерләр өсөн улар күп тырышлыҡтар һала (1 Тим. 5:17).
ДАН
6. Дандың ҡәбиләһе ниндәй йөкләмә алған? (Башланмыш 49:17, 18). (Рамканы ла ҡарағыҙ.)
6 Башланмыш 49:17, 18-ҙе уҡығыҙ. Яҡуп Данды үҙенән ҙурыраҡ хайуанға, мәҫәлән, ғәскәр атына һөжүм итергә ҡурҡмаған йылан менән сағыштырған. Дандың ҡәбиләһе ҡыйыу булған. Ул Исраилдың дошмандары менән һуғышырға һәр ваҡытта ла әҙер торған. Вәғәҙә ителгән ергә китеп барғанда был ҡәбилә иң артта барған һәм арттағыларҙы дошмандарҙан яҡлаған (Һан. 10:25). Дандың был йөкләмәһе башҡаларға күренмәһә лә, бик мөһим булған.
7. Йәһүәнең ойошмаһында төрлө йөкләмәләр башҡарғанда нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
7 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Һеҙҙең менән шундай хәл булғаны бармы: һеҙ берәй эш эшләнегеҙ, ә уны бер кем дә күрмәне кеүек? Бәлки, һеҙ Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа йә хеҙмәтләндереүҙә, конгреста ярҙам итеүҙә йә башҡа йөкләмәне үтәүҙә ҡатнашҡанһығыҙҙыр. Һеҙ ысын маҡтауға лайыҡ! Онотмағыҙ, Йәһүә уның өсөн башҡарған бөтә эштәрегеҙҙе күрә һәм ҡәҙерләй. Һеҙ бит башҡаларҙың маҡтауын алыр өсөн түгел, ә Алланы ысын күңелдән яратҡанға уға хеҙмәт итәһегеҙ. Ул быны күреп бик ҡыуана (Матф. 6:1—4).
ҒАД
8. Ни өсөн дошмандар төрлө ваҡытта Ғад ҡәбиләһенә һөжүм итә алған? (Башланмыш 49:19). (Рамканы ла ҡарағыҙ.)
8 Башланмыш 49:19-ҙы уҡығыҙ. Яҡуп, Ғадтың тоҡомона кеше талаусылар һөжүм итәсәк, тип пәйғәмбәрлек иткән. 200 йылдан ашау ваҡыт үткәс, Ғадтың тоҡомо Иордан йылғаһының көнсығышында урынлашҡан ерҙе мираҫ итеп алған. Дошмандар йәнәшә йәшәгәнгә, теләһә ҡайһы ваҡытта Ғадтың ҡәбиләһенә һөжүм итә алған. Ләкин Ғадтың ҡәбиләһе барыбер шул ерҙә йәшәргә теләгән, сөнки ул ерҙә мал-тыуарҙар өсөн яҡшы көтөүлектәр булған (Һан. 32:1, 5). Эйе, улар, күрәһең, бик ҡыйыу булған. Шулай уҡ улар Йәһүәнең үҙҙәрен кеше талаусыларҙан яҡлауына ышанған. Өҫтәүенә, Ғадтың тоҡомдары күп йылдар дауамында башҡа ҡәбиләләргә Вәғәҙә ителгән ерҙең ҡалған өлөшөн яулап алырға ярҙам иткән (Һан. 32:16—19). Улар Йәһүәнең үҙҙәре булмаған саҡта ҡатындарын һәм балаларын яҡлаясағына бер ҙә шикләнмәгән. Йәһүә Ғадтың ҡәбиләһен ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн фатихалаған (Еш. 22:1—4).
9. Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
9 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Ауыр шарттарҙа Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн, уға артабан да таянырға кәрәк (Зәб. 36:3). Күптәр бөгөн теократик төҙөлөштәрҙә ҡатнаша, вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙәргә күсә йә башҡаса ойошмаға булышлыҡ күрһәтә. Улар ҡорбандарға барырға ҡурҡмай, сөнки Йәһүәнең ҡайғыртасағына ышана (Зәб. 22:1).
ӘШИР
10. Яҡуптың Әшир тураһында пәйғәмбәрлеге нисек үтәлгән? Әшир ҡәбиләһе нимә эшләмәгән? (Башланмыш 49:20). (Рамканы ла ҡарағыҙ.)
10 Башланмыш 49:20-не уҡығыҙ. Яҡуп, Әширҙең тоҡомдары бай була, тип әйткән һәм шулай килеп сыҡҡан да. Әшир мираҫ итеп алған ер бик уңдырышлы булған (Ҡан. 33:24). Ул ер Урта диңгеҙ яры буйлап һуҙылған. Шулай уҡ уларҙың биләмәһенә Финикиәнең бай Сидон порты ингән. Әммә Әшир үҙ ерҙәренән ҡынаандарҙы ҡыумаған (Хөк. 1:31, 32). Күрәһең, тап байлығы һәм ҡынаандарҙың насар йоғонтоһо арҡаһында Әширҙең тоҡомдары Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән һыуынған. Мәҫәлән, хөкөмсө Варак исраилдарҙы ҡынаандар менән һуғышырға саҡырғас, Әшир ярҙам ҡулын һуҙмаған. Һөҙөмтәлә был ҡәбилә Йәһүәнең «Мегиддо һыуҙары янында» ниндәй мөғжизә эшләгәнен һәм халҡына ниндәй еңеү биргәнен үҙ күҙҙәре менән күрмәгән (Хөк. 5:19—21). Варак менән Девора Әшир тураһында: «Әшир диңгеҙ ярында, ҡултыҡтар буйында урынлашты [«буш ултырҙы», ЯДТ]», — тип еңеү йырын йырлаған (Хөк. 5:17). Әширгә быны ишетеү оят булғандыр.
11. Ни өсөн аҡса тормошобоҙҙа иң мөһим урын биләргә тейеш түгел?
11 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Беҙ Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә теләйбеҙ. Шуға, әйҙәгеҙ, етеш йәшәү һәм бай булыу — тормошта иң мөһим нәмә тигән фекерҙән һаҡланайыҡ (Ғиб. һүҙ. 18:11). Аҡса мөһим икәнен аңлайбыҙ, ләкин Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙ шул арҡала зыян күрергә тейеш түгел (Вәғ. 7:12; Евр. 13:5). Беҙ ҡиммәтле ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө беҙгә бик үк кәрәкмәгән әйберҙәрҙе һатып алыуға әрәм итмәйбеҙ. Бының урынына, бар көсөбөҙҙө Йәһүәгә бағышлайбыҙ, сөнки киләсәктә тормоштоң ысынлап та тыныс һәм бәхетле буласағын беләбеҙ (Зәб. 4:9).
НАФТАЛИ
12. Яҡуптың Нафтали тураһында әйткән һүҙҙәре, күрәһең, нимәне аңлата? (Башланмыш 49:21). (Рамканы ла ҡарағыҙ.)
12 Башланмыш 49:21-ҙе уҡығыҙb, ЯДТ. Яҡуп, Нафтали «матур-матур һүҙҙәр әйтеп һөйләшә», тип әйткән. Был һүҙҙәр, бәлки, Ғайсаның нисек һөйләшәсәген күрһәткәндер. Ерҙәге хеҙмәте ваҡытында Ғайса күп ваҡытын Нафтали территорияһында урынлашҡан «үҙ ҡалаһында» — Кәпернағумда үткәргән (Матф. 4:13; 9:1). Мәсих тураһында пәйғәмбәрлек иткәндә Ишағыя, Забулун менән Нафтали «бөйөк бер яҡтылыҡ» күрәсәк, тип әйткән (Ишағ. 9:1, 2). Ғайса кешеләрҙе иҫ киткес хәҡиҡәттәргә өйрәткәнгә күрә «һәр төрлө кешегә яҡтылыҡ биреүсе ысын яҡтылыҡ» булған (Яхъя 1:9; 7:46).
13. Беҙ нисек һүҙҙәребеҙ менән Йәһүәне ҡыуандыра алабыҙ?
13 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Беҙҙең нимә һәм нисек һөйләүебеҙ Йәһүә өсөн мөһим. Уны ҡыуандырған «матур-матур һүҙҙәрҙе» нисек ҡулланырға? Беренсенән, дөрөҫөн һөйләгеҙ (Зәб. 14:1, 2). Икенсенән, һүҙҙәрегеҙ менән башҡаларҙы нығытырға тырышығыҙ — йышыраҡ маҡтағыҙ, тәнҡитләмәгеҙ һәм зарланмағыҙ (Эфес. 4:29). Шулай уҡ Йәһүә тураһында шаһитлыҡ бирер өсөн, кешеләр менән иркен һәм ябай һөйләшеүҙәр башларға маҡсат ҡуйығыҙ.
ЙОСОФ
14. Яҡуптың Йософ тураһындағы пәйғәмбәрлеге нисек үтәлгән? (Башланмыш 49:22, 26). (Рамканы ла ҡарағыҙ.)
14 Башланмыш 49:22, 26-ны уҡығыҙc, ЯДТ. Йософ Яҡуптың яратҡан ҡатыны Рәхилә тапҡан баш балаһы булған. Яҡуп уны «емешле ағастың тармағы» тип атаған. Яҡуп үҙе — «ағас», ә Йософ уның «тармағы» булған. Яҡуп, бәлки, «ағай-ҡустылары араһынан һайлап алынған» Йософ менән бик ғорурланғандыр. Йософ Рәүвән урынына мираҫтан икеләтә өлөш аласаҡ, тип пәйғәмбәрлек иткән ул (Баш. 48:5, 6; 1 Йыл. 5:1, 2). Уның һүҙҙәре нисек үтәлгән? Йософтоң ике улы Эфраим менән Манашыйҙан ике ҡәбилә барлыҡҡа килгән. Уларҙың һәр береһенә Вәғәҙә ителгән ерҙә мираҫ итеп биләмә бирелгән (Баш. 49:25; Еш. 14:4).
15. Йософ ғәҙелһеҙлекте нисек еңгән?
15 Яҡуп шулай уҡ: «Уҡсылар уға [Йософҡа] асырғанып һөжүм иттеләр, дошманлашып өҫтөнә уҡ яуҙырҙылар», — тип әйткән (Баш. 49:23). Бында уның көнсөл ағалары тураһында һүҙ бара. Улар уның менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткән һәм шул арҡала уның тормошонда күп ауырлыҡтар булған. Ләкин Йософ ағаларына ҡаты бәғерле булып китмәгән һәм ул бөтә бәләләрҙә Йәһүәне ғәйепләмәгән. Яҡуп әйткәнсә, «уның [Йософтоң] кереше булды һәр саҡ тартыулы, сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы — Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы» (Баш. 49:24). Йософ бөтә һынауҙарҙа ла Йәһүәгә таянған. Ул ағаларын ғәфү итеп кенә ҡалмаған, ә уларға ҡарата хатта игелекле булған (Баш. 47:11, 12). Һынауҙар Йософҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрергә мөмкинлек биргән (Зәб. 104:17—19). Шуға Йәһүә уны бөйөк эштәрҙә ҡуллана алған.
16. Йософтоң үрнәге беҙгә һынауҙарҙы йырып сығырға нисек ярҙам итә ала?
16 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Һынауҙар арҡаһында Йәһүәнән һәм имандаштарығыҙҙан йыраҡлашмағыҙ. Иҫтә тотоғоҙ: ауырлыҡтар ваҡытында Йәһүә беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә ала (Евр. 12:7). Ғазаптар менән осрашҡанда беҙ мәсихселәргә хас сифаттар, мәҫәлән, шәфҡәтлек һәм кисереү үҫтерә алабыҙ (Евр. 12:11). Йәһүә, Йософто сыҙамлығы өсөн фатихалаған кеүек, беҙҙе лә фатихалар.
БИНЙӘМИН
17. Бинйәмин тураһындағы пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән? (Башланмыш 49:27). (Рамканы ла ҡарағыҙ.)
17 Башланмыш 49:27-не уҡығыҙ. Яҡуп Бинйәминде бүре менән сағыштырған. Шулай итеп ул, бинйәминдәр яҡшы һуғышсылар булыр, тигән пәйғәмбәрлек әйткән (Хөк. 20:15, 16; 1 Йыл. 12:2). «Иртән» Исраил батшалығы яңы ғына барлыҡҡа килгәндә, уның беренсе батшаһы Шаул Бинйәмин ҡәбиләһенән булған. Ул ҡыйыулыҡ менән пелештиҙәргә ҡаршы һуғышҡан (1 Сам. 9:15—17, 21). Ә күп йылдар үткәс, «кисен» Бинйәмин ҡәбиләһенән булған Әсфирә батшабикә менән Мардаҡай исраилдарҙы ҡырып бөтөрөүҙән ҡотҡарған (Әсф. 2:5—7; 8:3; 10:3).
18. Тоғролоҡ күрһәтеүҙә беҙ бинйәминдәрҙән ниндәй өлгө ала алабыҙ?
18 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Бинйәминдәр үҙҙәренең ҡәбиләһенән сыҡҡан кешенең Исраилда батша булып киткәненә бик ғорурланғандыр. Әммә һуңыраҡ Йәһүә тәхеткә Йәһүҙә ҡәбиләһенән булған Дауытты ултыртҡан. Тәүҙә ҡаршы булһа ла, ваҡыт үтеү менән бинйәминдәр яңы батшаны ҡабул иткән (2 Сам. 3:17—19). Күп йылдар үткәс, ун ҡәбилә фетнә күтәргән, ә бинйәминдәр Йәһүҙә ҡәбиләһенә һәм Йәһүә билдәләгән батшаға тоғролоҡ күрһәткән (1 Бат. 11:31, 32; 12:19, 21). Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Йәһүә үҙ халҡы хаҡында ҡайғыртыр өсөн билдәләгән ҡәрҙәштәргә тоғро булайыҡ (1 Тис. 5:12).
19. Ни өсөн Яҡуптың пәйғәмбәрлеген ҡарап сығыу файҙалы?
19 Күреүебеҙсә, Яҡуптың үлем түшәгендә әйткән пәйғәмбәрлегендә күп файҙалы һабаҡтар бар. Беҙ был пәйғәмбәрлектең нисек үтәлгәнен ҡарап сыҡтыҡ, һәм был Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышанысыбыҙҙы көсәйтеп ебәрҙе. Шулай уҡ һәр ҡәбилә ниндәй фатихалар алғанын белдек һәм Йәһүәне нисек шатландырып булғанын тағы ла яҡшыраҡ аңланыҡ.
128-СЕ ЙЫР Ахырғаса сыҙам булайыҡ
a Яҡуп тәүге дүрт улын уларҙың тыуған тәртибенә ҡарап фатихалаған. Ҡалған һигеҙ улын фатихалағанда ул был тәртип буйынса эш итмәгән.
b Башланмыш 49:21, ЯДТ: «Нафтали — нәфис болан. Ул матур-матур һүҙҙәр әйтеп һөйләшә».
c Башланмыш 49:22, 26, ЯДТ: «Йософ — емешле ағастың тармағы, шишмә буйында үҫеп ултырған, ботаҡтары стена өҫтөн ҡаплап алған емешле ағастың тармағы. Атайыңдың фатихаһы мәңгелек тауҙарҙың бәрәкәтенән, ҡаҡшамаҫ ҡалҡыулыҡтарҙың гүзәллегенән өҫтөн булыр. Ул Йософ өҫтөндә — ағай-ҡустылары араһынан һайлап алынғандың баш осонда булыр».