Алла үҙ ниәтенән кире ҡайта аламы?
Изге Яҙманан яуап
Ниндәйҙер мәғәнәлә эйе. Ул үҙенең тәртибен үҙгәрткән кешегә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртә ала. Мәҫәлән, Алла боронғо Исраил халҡына ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан иткәндә былай тигән: «Бәлки, улар тыңлар, һәм һәр береһе үҙенең яуыз юлын ҡалдырыр. Ул саҡта мин уларға яуыз эштәре өсөн бәлә килтереү ниәтемдән кире ҡайтырмын» (Йәрәмиә 26:3, ЯДТ).
Күп кенә Изге Яҙма тәржемәләрендә был аятта «ниәтемдән кире ҡайтырмын» тигән һүҙ урынына «үкенермен» тигән һүҙ ҡулланыла, һәм шул арҡала Алла бәлә килтерергә йыйынғанда хаталанған кеүек күренә ала. Әммә төп нөсхәлә был аятта «фекерҙе йә ниәтте үҙгәртеү» мәғәнәһен йөрөткән һүҙ ҡулланыла. Бер Изге Яҙма белгесе аңлатыуынса, «кешенең үҙ тәртибен үҙгәртеүе Алланың үҙенең хөкөм ҡарарын үҙгәртеүенә килтерә».
Әлбиттә, Алланың ниәтен үҙгәртә алыуы уның быны эшләргә тейеш икәнлеген аңлатмай. Алла үҙ ниәтенән кире ҡайтмаған бер нисә миҫалды ҡарап сығайыҡ:
Валак Алланы уйынан кире ҡайтарырға һәм Исраил халҡын ҡәһәрләргә мәжбүр итә алмаған (Һандар 23:18—20).
Исраил батшаһы Шаул аңлы рәүештә гонаһ юлына баҫҡас, Алла уны батша булараҡ кире ҡаҡҡан һәм үҙенең ҡарарын үҙгәртмәгән (1 Самуил 15:28, 29).
Алла үҙенең Улын мәңгелеккә рухани итергә вәғәҙә биргән, һәм ул был ниәтенән кире ҡайтмаясаҡ (Зәбур 109:4).
Изге Яҙмала Алла үҙгәрмәйәсәк тип әйтелмәгәнме ни?
Эйе, Алла үҙе хаҡында шулай ти: «Мин — Йәһүә, мин үҙгәрмәйем» (Малахи 3:6, ЯДТ). Изге Яҙмала шулай уҡ былай тиелә: «Ул үҙгәреп торған күләгә шикелле түгел, һис үҙгәрмәй» (Яҡуп 1:17). Әммә был Алланың үҙ ниәтенән кире ҡайтыуына ҡаршы килмәй. Ниндәй мәғәнәлә Алла үҙгәрмәй? Уның сифаттары һәм яратыу менән ғәҙеллек принциптары үҙгәрмәй (Ҡанун 32:4; 1 Яхъя 4:8). Шулай ҙа ул кешеләргә төрлө ваҡытта төрлө күрһәтмәләр бирә ала. Мәҫәлән, Алла Дауытҡа бер-береһенә оҡшаш осраҡтарҙа төрлө күрһәтмәләр биргән, ләкин икеһе лә уңышҡа килтергән (2 Самуил 5:18—25).
Алла кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәненә үкенәме?
Юҡ. Күпселек кешенең уны танырға теләмәүе һәм хатта кире ҡағыуы уны бойоҡторһа ла, ул кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәненә үкенмәй. Нух көндәрендә Туфан алдынан кешелектең ниндәй хәлдә булғаны хаҡында Изге Яҙмала былай әйтелә: «Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене» (Башланмыш 6:6). Ошо аятта «үкенде» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе шулай уҡ «фекерҙе үҙгәртеү» тигән мәғәнә йөрөтә ала. Туфан алдынан йәшәгән күпселек кеше бик ныҡ аҙғанға күрә, Алла уларға ҡарата үҙ ҡарашын үҙгәрткән (Башланмыш 6:5, 11). Был кешеләрҙең гонаһлы юлды һайлауы Алланы көйөндөрһә лә, ул, дөйөм алғанда, кешелеккә ҡарата ниәтен үҙгәртмәгән. Ул Туфанда Нухты һәм уның ғаиләһен ҡотҡарған һәм шуның менән кешелекте һаҡлап ҡалған (Башланмыш 8:21; 2 Петер 2:5, 9).