Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 136 мәҡәлә
  • Мәрйәм — Алланың әсәһеме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Мәрйәм — Алланың әсәһеме?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • «Мин — Раббының хеҙмәтсеһе!»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Ул «шул хаҡта уйлап йөрөгән»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 136 мәҡәлә
Мәрйәм сабый Ғайсаны тотоп тора

Мәрйәм — Алланың әсәһеме?

Изге Яҙманан яуап

Юҡ, Изге Яҙма быға өйрәтмәй. Унда шулай уҡ мәсихселәр Мәрйәмгә табынырға йә уны ололарға тейеш тип әйтелмәйa. Киләһе дәлилдәрҙе ҡарап сығайыҡ.

  • Мәрйәм бер ҡасан да үҙен Алланың әсәһе тип атамаған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул Алланың үҙен түгел, ә «Алла Улын»тыуҙырған (Марк 1:1; Лука 1:32).

  • Ғайса Мәсих бер ҡасан да Мәрйәм тураһында ул Алланың әсәһе йә ул айырым мөғәмәләгә лайыҡ тип әйтмәгән. Бер ҡатын-ҡыҙ Ғайсаға уны тыуҙырған ҡатын бәхетле тип әйткәс, Ғайса уны былай тип төҙәткән: «Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгәндәр бәхетле» (Лука 11:27, 28).

  • Изге Яҙмала «Алланың әсәһе» йә «Теотокос» (Алланы ҡарынында йөрөткән) тигән һүҙҙәр осрамай.

  • Изге Яҙмалағы «Күктәрҙәге Батшабикә» тигән һүҙбәйләнеш Мәрйәмгә түгел, ә ялған алиһәгә ҡарата ҡулланыла. Был алиһәгә Йәһүәнән ситләшкән исраилдар табынған (Йәрәмиә 44:15—19). «Күктәрҙәге Батшабикә», күрәһең, Бабил алиһәһе Иштар (Астарта) булған.

  • Беренсе мәсихселәр Мәрйәмгә табынмаған һәм уға айырым мөғәмәлә күрһәтмәгән. Бер тарихсының һүҙҙәре буйынса, беренсе мәсихселәр «культтарҙы кире ҡаҡҡан һәм улар Мәрйәмгә табына тигән фекер тыумаһын өсөн, уға артыҡ иғтибар бирмәҫкә тырышҡан» (In Quest of the Jewish Mary).

  • Изге Яҙма буйынса, Алла һәр ваҡыт булған (Зәбур 90:1, 2; Ишағыя 40:28). Уның башланғысы юҡ икән, тимәк әсәһе лә була алмай. Бынан тыш, Мәрйәм Алланы үҙ ҡарынында йөрөтә алмаған, сөнки Изге Яҙмала әйтелгәнсә, хатта күктәр ҙә уны һыйҙыра алмай (1 Батшалар 8:27).

Мәрйәм — Алланың түгел, ә Ғайсаның әсәһе

Мәрйәм Дауыт нәҫеленән сыҡҡан еврей ҡатыны булған (Лука 3:23—31). Ул Аллаға иман иткән һәм уға тоғро булған, һәм Алла Мәрйәмде бының өсөн бик ҡәҙерләгән (Лука 1:28). Шуға күрә ул уны Ғайсаның әсәһе итеп һайлаған (Лука 1:31, 35). Мәрйәм менән Йософтоң башҡа балалары ла булған (Марк 6:3).

Изге Яҙмала Мәрйәмдең Ғайса шәкерте булып киткәне тураһында әйтелһә лә, уның хаҡында башҡа мәғлүмәт юҡ тиерлек (Илселәр 1:14).

Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр Мәрйәмде Алланың әсәһе тип һанай?

Мәрйәмде б. э. IV быуатының аҙағында ололай башлағандар тип иҫәпләйҙәр. Ул ваҡытҡа христиан дине Рим империяһында дәүләт дине булып киткән. Шунлыҡтан элек мәжүси илаһтарға табынған күп кешеләр үҙҙәрен христиандар тип атай башлаған. Шул уҡ ваҡытта Троица тураһында Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән тәғлимәт ҡабул ителгән булған.

Троица тураһындағы тәғлимәт күптәрҙе былай тип уйларға этәргән: «Әгәр Ғайса Алла икән, тимәк Мәрйәм — Алланың әсәһе». Б. э. 431 йылында Эфес соборы Мәрйәмде Алланың әсәһе тип иғлан иткән. Шул ваҡыттан алып Мәрйәмде ололау тарала башлаған. Христиандар булып киткән кешеләр элек мәжүси илаһтарға табынғанға күрә, Мәрйәм ананың һүрәттәре әкрен генә Артемида (римдарҙа Диана) һәм Исида һымаҡ уңдырышлыҡ алиһәләренең һүрәттәрен алмаштырған.

Б. э. 432 йылында Рим папаһы Сикст III Римда Алланың әсәһе хөрмәтенә сиркәү төҙөргә ҡушҡан. Уны элегерәк римдарҙың бала тыуҙырыу алиһәһе Луцина хөрмәтенә төҙөлгән ғибәҙәтхананың янында төҙөгәндәр. Бер яҙыусының һүҙҙәре буйынса, «был сиркәү Рим христиан динен ҡабул иткәндән һуң Бөйөк Әсәйгә табыныуҙың Мәрйәмгә табыныу менән бергә ҡушылыуының символы булып тора» (Mary—The Complete Resource).

a  Ҡайһы бер дини конфессияларҙа Мәрйәм — ул Хоҙайҙың әсәһе тип өйрәтәләр. Ҡай саҡта уны «Күктәрҙәге Батшабикә» йә «Алланың әсәһе» (Теотокос) тип атайҙар. «Теотокос» тигән грек һүҙе «Алланы ҡарынында йөрөткән» тигәнде аңлата.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу