Йома, 10 октябрь
Йәһүәгә ҡарата ҡуркыу-хөрмәт — зирәклектең башланғысы (Ғиб. һүҙ. 9:10).
Электрон яйланмабыҙҙа оятһыҙ һүрәттәр килеп сыҡһа, беҙ нимә эшләргә тейеш? Беҙгә шунда уҡ күҙҙәребеҙҙе ситкә борорға кәрәк. Шулай эш итергә беҙгә нимә ярҙам итер? Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ тормошобоҙҙа иң ҡиммәтле нәмә икәнен иҫтә тотоу. Ҡайһы бер һүрәттәр әхлаҡһыҙ булмаһа ла, кешелә енси теләктәр уятырға мөмкин. Ни өсөн мәсихселәр уларҙы ҡарауҙан һаҡланырға тейеш? Сөнки беҙ күңелебеҙҙә зина ҡылыуға алып барған хатта бәләкәй генә аҙымды ла яһарға теләмәйбеҙ (Матф. 5:28, 29). Таиландта йәшәгән Дэвид исемле аҡһаҡал былай ти: «Мин һәр ваҡыт үҙ-үҙемдән: „Был һүрәттәр порнография булмаһа ла, минең уларға ҡарап тороуым Йәһүәгә оҡшармы?“ — тип һорайым. Шундай фекер йөрөтөү миңә аҡыллы эш итергә ярҙам итә». Йәһүәне рәнйетеүҙән ҡурҡыу беҙгә аҡыллы эш итергә ярҙам итер. Ундай ҡурҡыу — «зирәклектең башланғысы», йәғни уның нигеҙе. w23.06 23 б., 12, 13 абз.
Шәмбе, 11 октябрь
Бар, халҡым, эске бүлмәләреңә ин (Ишағ. 26:20).
«Эске бүлмәләр» тигән һүҙ йыйылыштарҙы аңлатырға мөмкин. Бөйөк афәт ваҡытында беҙ рухи ғаиләбеҙ менән бергә булһаҡ ҡына, Йәһүә беҙҙе яҡлаясаҡ. Шуға күрә бөгөн үк ҡәрҙәштәрҙе түҙеп торорға ғына түгел, ә яратырға тырышырға кәрәк. Был беҙҙең ғүмеребеҙгә бәйле! «Йәһүәнең бөйөк көнө» кешелек өсөн бик көсөргәнешле буласаҡ (Саф. 1:14, 15). Йәһүәнең хеҙмәтселәренә лә еңел булмаҫ. Әммә бөгөн үк әҙерләнһәк, беҙ үҙебеҙ ҙә тыныслыҡ һаҡлап ҡалырбыҙ, башҡаларға ла ярҙам итә алырбыҙ. Юлыбыҙҙа осраған һәр төрлө ауырлыҡты сыҙамлыҡ менән йырып сыға алырбыҙ. Әгәр ҡәрҙәштәребеҙ бәләгә эләкһә, уларға ҡыҙғаныусан булырбыҙ һәм уларҙың ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләрбеҙ. Бөгөн үк ҡәрҙәштәрҙе яратырға өйрәнһәк, киләсәктә лә уларға ҡарата яратыу сағылдырырбыҙ. Шул саҡта Йәһүә беҙгә бәләләр һәм бәхетһеҙлек булмаған яңы донъяла мәңгелек тормош бүләк итәсәк (Ишағ. 65:17). w23.07 7 б., 16, 17 абз.
Йәкшәмбе, 12 октябрь
Алла... ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк (1 Пет. 5:10).
Изге Яҙмала Алланың бөйөк эштәр башҡарған тоғро хеҙмәтселәре тураһында яҙылған. Ләкин уларҙың хатта иң көслөләре лә ҡайһы саҡта үҙҙәрен көсһөҙ итеп тойған. Мәҫәлән, Дауыт батша ҡайһы ваҡыт үҙен «тау кеүек ныҡ» тойған, әммә ҡайһы ваҡыт уны көслө ҡурҡыу биләп алған (Зәб. 30:7). Алланың рухы ярҙамында Самсон ғәйәт ҙур көскә эйә булһа ла, Йәһүә ярҙам итмәгән булһа, ул көсһөҙләнеп башҡа кешеләр һымаҡ буласағын аңлаған (Хөк. 14:5, 6; 16:17). Йәһүәнең был тоғро хеҙмәтселәре унан көс алғанға ғына көслө булған. Илсе Павел да Йәһүәнең көсөнә мохтаж икәнен таныған (2 Кәр. 12:9, 10). Уның сәләмәтлек менән бәйле ауырлыҡтары булған (Ғал. 4:13, 14). Ваҡыт-ваҡыт уға яҡшылыҡ эшләү теләге өсөн көрәшергә кәрәк булған (Рим. 7:18, 19). Ә ҡайһы саҡта тормоштағы шарттар арҡаһында ул үҙен юғалып киткәндәй тойған (2 Кәр. 1:8, 9). Ләкин шул ваҡытта Йәһүә уға етмәгән көстө биреп торған. Бының ярҙамында ул бөтә һынауҙарҙы йырып сыға алған. w23.10 12 б., 1, 2 абз.