Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • Бөгөн

Йома, 29 август

Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем (Яхъя 17:26).

Ғайса кешеләргә, Алланың исеме — Йәһүә, тип әйтеп кенә ҡалмаған. Ул ваҡытта еврейҙар был исемде инде белгән. Ләкин Ғайса кешеләргә Алланы яҡшыраҡ белергә ярҙам иткән (Яхъя 1:17, 18). Мәҫәлән, Тәүрат китабы Йәһүәнең шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булыуын аса (Сығ. 34:5—7). Юлдан яҙған ул һәм уның атаһы тураһында һөйләп, Ғайса Йәһүәнең ни тиклем шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булғанын асҡан (Лука 15:11—32). Эйе, Ғайса кешеләргә Атаһының ысынлап та ниндәй булғанын күрһәткән. w24.02 10 б., 8, 9 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шәмбе, 30 август

Алла... беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ (2 Кәр. 1:4).

Йәһүә мохтаж кешеләргә көс өҫтәй һәм уларҙы йыуата. Беҙ Йәһүәнән нисек өлгө ала алабыҙ? Беҙгә лә шәфҡәтле булырға һәм башҡаларҙы йыуатырға кәрәк. Бының өсөн шәфҡәтлек һәм йыуатыу сағылдырырға булышлыҡ иткән сифаттар үҫтерергә кәрәк. Ниндәй сифаттар ул? Беҙгә бер-беребеҙҙе һәр ваҡыт йыуатып торор өсөн, шулай уҡ ҡыҙғаныусан һәм игелекле булырға кәрәк (Кол. 3:12; 1 Тис. 4:18; 1 Пет. 3:8). Беҙ шәфҡәтлеккә, ҡыҙғаныуға һәм игелеккә бай булһаҡ, башҡаларҙы йыуатырға теләгебеҙ ҙә көслөрәк булыр. Ғайса: «Кешенең күңелендә ни булһа, телендә лә шул була бит. Яҡшы кеше күңелендә яҡшы нәмәләр һаҡлай, шуға унан яҡшылыҡ сыға», — тигән (Матф. 12:34, 35). Бәләгә эләккән ҡәрҙәштәрҙе йыуатһаҡ, улар беҙҙең яратыуыбыҙҙы тойор. w23.11 10 б., 10, 11 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йәкшәмбе, 31 август

Төшөнөүсән кешеләр иһә аңлар (Дан. 12:10).

Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн беҙгә ярҙам кәрәк. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ таныш булмаған ергә килгәнһегеҙ, ти. Әммә, бәхеткә ҡаршы, янығыҙҙа был ерҙе яҡшы белгән дуҫығыҙ бар. Ул һеҙҙең хәҙер ҡайҙа торғанығыҙҙы һәм һәр юлдың ҡайҙа алып барғанын яҡшы белә. Йәһүә шундай дуҫҡа оҡшаш. Ул беҙҙең тарихтағы ниндәй өҙөктә йәшәгәнебеҙҙе һәм киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен яҡшы белә. Тимәк, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн, беҙгә баҫалҡы булырға һәм Йәһүәнән ярҙам һорарға кәрәк (Дан. 2:28; 2 Пет. 1:19, 20). Һәр яҡшы атай-әсәй үҙ балаһына бәхетле киләсәк теләй. Йәһүә тап шундай атай (Ирем. 29:11). Ләкин кешеләрҙән айырмалы булараҡ, Алла буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан уҡ теүәл әйтә ала. Беҙ киләсәктә буласаҡ мөһим ваҡиғалар тураһында белһен өсөн, ул Изге Яҙмаға пәйғәмбәрлектәр яҙҙыртҡан (Ишағ. 46:10). w23.08 8—9 бб., 3, 4 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу