Шәмбе, 30 август
Алла... беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ (2 Кәр. 1:4).
Йәһүә мохтаж кешеләргә көс өҫтәй һәм уларҙы йыуата. Беҙ Йәһүәнән нисек өлгө ала алабыҙ? Беҙгә лә шәфҡәтле булырға һәм башҡаларҙы йыуатырға кәрәк. Бының өсөн шәфҡәтлек һәм йыуатыу сағылдырырға булышлыҡ иткән сифаттар үҫтерергә кәрәк. Ниндәй сифаттар ул? Беҙгә бер-беребеҙҙе һәр ваҡыт йыуатып торор өсөн, шулай уҡ ҡыҙғаныусан һәм игелекле булырға кәрәк (Кол. 3:12; 1 Тис. 4:18; 1 Пет. 3:8). Беҙ шәфҡәтлеккә, ҡыҙғаныуға һәм игелеккә бай булһаҡ, башҡаларҙы йыуатырға теләгебеҙ ҙә көслөрәк булыр. Ғайса: «Кешенең күңелендә ни булһа, телендә лә шул була бит. Яҡшы кеше күңелендә яҡшы нәмәләр һаҡлай, шуға унан яҡшылыҡ сыға», — тигән (Матф. 12:34, 35). Бәләгә эләккән ҡәрҙәштәрҙе йыуатһаҡ, улар беҙҙең яратыуыбыҙҙы тойор. w23.11 10 б., 10, 11 абз.
Йәкшәмбе, 31 август
Төшөнөүсән кешеләр иһә аңлар (Дан. 12:10).
Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн беҙгә ярҙам кәрәк. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ таныш булмаған ергә килгәнһегеҙ, ти. Әммә, бәхеткә ҡаршы, янығыҙҙа был ерҙе яҡшы белгән дуҫығыҙ бар. Ул һеҙҙең хәҙер ҡайҙа торғанығыҙҙы һәм һәр юлдың ҡайҙа алып барғанын яҡшы белә. Йәһүә шундай дуҫҡа оҡшаш. Ул беҙҙең тарихтағы ниндәй өҙөктә йәшәгәнебеҙҙе һәм киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен яҡшы белә. Тимәк, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн, беҙгә баҫалҡы булырға һәм Йәһүәнән ярҙам һорарға кәрәк (Дан. 2:28; 2 Пет. 1:19, 20). Һәр яҡшы атай-әсәй үҙ балаһына бәхетле киләсәк теләй. Йәһүә тап шундай атай (Ирем. 29:11). Ләкин кешеләрҙән айырмалы булараҡ, Алла буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан уҡ теүәл әйтә ала. Беҙ киләсәктә буласаҡ мөһим ваҡиғалар тураһында белһен өсөн, ул Изге Яҙмаға пәйғәмбәрлектәр яҙҙыртҡан (Ишағ. 46:10). w23.08 8—9 бб., 3, 4 абз.
Дүшәмбе, 1 сентябрь
Беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ (Лука 1:78).
Йәһүә Ғайсаға кешеләрҙең ауырлыҡтарын хәл итергә көс биргән. Ғайса, мөғжизәләр ҡылып, кешелек бер ҡасан да хәл итә алмаған ауырлыҡтарҙы хәл итә аласағын иҫбатлаған. Мәҫәлән, ул бөтә ауырлыҡтарҙың сәбәбен, йәғни гонаһты һәм гонаһтың эҙемтәләрен — ауырыуҙарҙы һәм үлемде, юҡ итәсәк (Матф. 9:1—6; Рим. 5:12, 18, 19). Ғайсаның мөғжизәләре уның кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтыра алғанын һәм хатта үлгән кешеләрҙе терелтә алғанын иҫбатлаған (Матф. 4:23; Яхъя 11:43, 44). Бынан тыш, ул көслө дауылдарҙы тынысландырған һәм кешеләрҙе яуыз рухтарҙан азат иткән (Марк 4:37—39; Лука 8:2). Йәһүәнең Ғайсаға шундай ҙур көс биргәнен белеү бик шатландыра! Алла Батшалығы идара иткәндә, Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләре үтәләсәк. Ғайса ҡылған мөғжизәләр уның Батша булараҡ бөтә ер йөҙө буйынса тағы ла күберәкте эшләйәсәген күрһәтә. w23.04 3 б., 5—7 абз.