Дүшәмбе, 1 сентябрь
Беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ (Лука 1:78).
Йәһүә Ғайсаға кешеләрҙең ауырлыҡтарын хәл итергә көс биргән. Ғайса, мөғжизәләр ҡылып, кешелек бер ҡасан да хәл итә алмаған ауырлыҡтарҙы хәл итә аласағын иҫбатлаған. Мәҫәлән, ул бөтә ауырлыҡтарҙың сәбәбен, йәғни гонаһты һәм гонаһтың эҙемтәләрен — ауырыуҙарҙы һәм үлемде, юҡ итәсәк (Матф. 9:1—6; Рим. 5:12, 18, 19). Ғайсаның мөғжизәләре уның кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтыра алғанын һәм хатта үлгән кешеләрҙе терелтә алғанын иҫбатлаған (Матф. 4:23; Яхъя 11:43, 44). Бынан тыш, ул көслө дауылдарҙы тынысландырған һәм кешеләрҙе яуыз рухтарҙан азат иткән (Марк 4:37—39; Лука 8:2). Йәһүәнең Ғайсаға шундай ҙур көс биргәнен белеү бик шатландыра! Алла Батшалығы идара иткәндә, Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләре үтәләсәк. Ғайса ҡылған мөғжизәләр уның Батша булараҡ бөтә ер йөҙө буйынса тағы ла күберәкте эшләйәсәген күрһәтә. w23.04 3 б., 5—7 абз.
Шишәмбе, 2 сентябрь
Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә (1 Кәр. 2:10).
Һеҙ ҙур йыйылышта булһағыҙ һәм күтәргән ҡулығыҙ иғтибарһыҙ ҡала кеүек тойолһа, һеҙҙең бирешергә теләк тыуырға мөмкин. Шулай ҙа комментарий бирергә тырышығыҙ. Һәр бер осрашыуға бер нисә яуап әҙерләгеҙ. Шул саҡта өйрәнеүҙең башында һорамаһалар ҙа, аҙағында комментарий бирә алырһығыҙ. «Күҙәтеү манараһына» әҙерләнгәндә, һәр абзац мәҡәләнең темаһы менән нисек бәйле икәне тураһында уйлағыҙ. Шул саҡта һеҙ өйрәнеү дауамында күп фекерҙәр менән бүлешә алырһығыҙ. Өҫтәүенә, тәрән хәҡиҡәттәрҙе аңлатҡан абзацтарға яуап әҙерләп була. Шундай абзацтарҙы аңлатыуы ауыр булғанға, ғәҙәттә, комментарий биреүселәр әҙерәк. Әммә бер нисә осрашыу дауамында һеҙҙе һорамаһалар, нимә эшләргә? Өйрәнеүҙе алып барған ҡәрҙәшкә ниндәй һорауға яуап бирергә теләгәнегеҙҙе әйтеп була. w23.04 21—22 бб., 9, 10 абз.
Шаршамбы, 3 сентябрь
Йософ... Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә (Матф. 1:24).
Йософ Йәһүәнең күрһәтмәләрен теләп ҡулланған, шуға күрә ул яҡшы ир булған. Йософ Алланан үҙ ғаиләһенә ҡағылышлы күрһәтмәләр алған. Изге Яҙмала кәм тигәндә өс осраҡ килтерелә. Был күрһәтмәләр уның тормошонда ҙур үҙгәрештәр талап итһә лә, ул уларға шунда уҡ буйһонған (Матф. 1:20; 2:13—15, 19—21). Алланың күрһәтмәләре буйынса эш итеп, Йософ Мәрйәмде яҡлаған, уға таяныс булған һәм уның хаҡында ҡайғыртҡан. Мәрйәм уны бының өсөн тағы ла нығыраҡ яратҡан һәм хөрмәт иткән. Ҡәҙерле ирҙәр, һеҙ Йософтан нимәгә өйрәнә алаһығыҙ? Ғаиләгеҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәр эҙләгеҙ. Был кәңәштәрҙе ҡулланыр өсөн һеҙгә ҙур үҙгәрештәр яһарға тура килһә лә, шулай эш итеп һеҙ ҡатынығыҙға яратыу күрһәтерһегеҙ һәм никахығыҙҙы нығытырһығыҙ. Вануа́ту илендә йәшәгән һәм 20 йылдан күберәк никахта торған бер ҡыҙ ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Ирем Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләгәндә һәм ҡулланғанда, мин уны тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм. Мин үҙемде хәүефһеҙлектә тоям һәм уның аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеүенә бер ҙә шикләнмәйем». w23.05 21 б., 5 абз.