Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • Бөгөн

Шаршамбы, 3 сентябрь

Йософ... Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә (Матф. 1:24).

Йософ Йәһүәнең күрһәтмәләрен теләп ҡулланған, шуға күрә ул яҡшы ир булған. Йософ Алланан үҙ ғаиләһенә ҡағылышлы күрһәтмәләр алған. Изге Яҙмала кәм тигәндә өс осраҡ килтерелә. Был күрһәтмәләр уның тормошонда ҙур үҙгәрештәр талап итһә лә, ул уларға шунда уҡ буйһонған (Матф. 1:20; 2:13—15, 19—21). Алланың күрһәтмәләре буйынса эш итеп, Йософ Мәрйәмде яҡлаған, уға таяныс булған һәм уның хаҡында ҡайғыртҡан. Мәрйәм уны бының өсөн тағы ла нығыраҡ яратҡан һәм хөрмәт иткән. Ҡәҙерле ирҙәр, һеҙ Йософтан нимәгә өйрәнә алаһығыҙ? Ғаиләгеҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәр эҙләгеҙ. Был кәңәштәрҙе ҡулланыр өсөн һеҙгә ҙур үҙгәрештәр яһарға тура килһә лә, шулай эш итеп һеҙ ҡатынығыҙға яратыу күрһәтерһегеҙ һәм никахығыҙҙы нығытырһығыҙ. Вануа́ту илендә йәшәгән һәм 20 йылдан күберәк никахта торған бер ҡыҙ ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Ирем Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләгәндә һәм ҡулланғанда, мин уны тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм. Мин үҙемде хәүефһеҙлектә тоям һәм уның аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеүенә бер ҙә шикләнмәйем». w23.05 21 б., 5 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Кесаҙна, 4 сентябрь

Унда ҙур юл булыр, ул «Изгелек юлы» тип аталыр (Ишағ. 35:8).

Вавилондан ҡайтҡан Израиль халҡы Алла өсөн «изге халыҡ» булып китергә тейеш булған (Ҡан. 7:6). Әлбиттә, был һүҙҙәр уларға үҙҙәрен үҙгәртергә кәрәкмәй тигәнде аңлатмаған. Йәһүдтәрҙең күбеһе Вавилонда тыуған, уларҙың күбеһе, күрәһең, Вавилондағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштергән. Беренсе йәһүдтәр Израилгә ҡайтҡандан һуң бер нисә тиҫтәләгән йыл үткәс, идарасы Ниҡәми Израилдә тыуған ҡайһы бер балаларҙың йәһүд телендә һөйләшә белмәгәнен ишетеп аптыраған (Ҡан. 6:6, 7; Ниҡ. 13:23, 24). Алла Һүҙе яҙылған телде аңламаған малайҙар һәм ҡыҙҙар Йәһүәне ярата аламы ни? (Езра 10:3, 44). Шуға күрә был йәһүдтәргә етди үҙгәрештәр яһарға кәрәк булған. Әммә Израилдә уларға быны эшләү еңелерәк булған, сөнки унда саф ғибәҙәт ҡылыу торғоҙола башлаған (Ниҡ. 8:8, 9). w23.05 15 б., 6, 7 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йома, 5 сентябрь

Йәһүә — йығылырға торғандарҙың һәммәһе өсөн таяныс, ул бөгөлөп төшкәндәрҙе торғоҙа (Зәб. 145:14).

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләгебеҙ булһа ла, тырышлыҡ һалһаҡ та, ҡайһы саҡта беҙ уйлағанса килеп сыҡмай. Мәҫәлән, «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәл» маҡсатыбыҙға бағышланған ваҡытты урлай (Вәғ. 9:11). Шулай уҡ ауырлыҡтар арҡаһында рухыбыҙ һына һәм көсөбөҙ ҡалмай (Ғиб. һүҙ. 24:10). Ә шулай уҡ ҡылған хаталарыбыҙ беҙгә маҡсатыбыҙға өлгәшергә ҡамасаулай (Рим. 7:23). Йәиһә беҙ арыйбыҙ (Матф. 26:43). Уңышһыҙлыҡ менән көрәшергә нимә ярҙам итер? Маҡсатҡа өлгәшә алмау туҡтарға кәрәк тигәнде аңлатмай. Изге Яҙмала, беҙ маҡсатҡа өлгәшкәндә күп ауырлыҡтар менән осрашырбыҙ, тип әйтелгән. Шулай уҡ унда, беҙ уларҙы еңә алырбыҙ, тип тә әйтелгән. Эйе, уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан алға атлаһаҡ, беҙ Йәһүәгә уны шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Йәһүә һеҙҙең маҡсатығыҙға ынтылғанығыҙҙы күреп бик ныҡ шатлана! w23.05 30 б., 14, 15 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу