Йома, 5 сентябрь
Йәһүә — йығылырға торғандарҙың һәммәһе өсөн таяныс, ул бөгөлөп төшкәндәрҙе торғоҙа (Зәб. 145:14).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләгебеҙ булһа ла, тырышлыҡ һалһаҡ та, ҡайһы саҡта беҙ уйлағанса килеп сыҡмай. Мәҫәлән, «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәл» маҡсатыбыҙға бағышланған ваҡытты урлай (Вәғ. 9:11). Шулай уҡ ауырлыҡтар арҡаһында рухыбыҙ һына һәм көсөбөҙ ҡалмай (Ғиб. һүҙ. 24:10). Ә шулай уҡ ҡылған хаталарыбыҙ беҙгә маҡсатыбыҙға өлгәшергә ҡамасаулай (Рим. 7:23). Йәиһә беҙ арыйбыҙ (Матф. 26:43). Уңышһыҙлыҡ менән көрәшергә нимә ярҙам итер? Маҡсатҡа өлгәшә алмау туҡтарға кәрәк тигәнде аңлатмай. Изге Яҙмала, беҙ маҡсатҡа өлгәшкәндә күп ауырлыҡтар менән осрашырбыҙ, тип әйтелгән. Шулай уҡ унда, беҙ уларҙы еңә алырбыҙ, тип тә әйтелгән. Эйе, уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан алға атлаһаҡ, беҙ Йәһүәгә уны шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Йәһүә һеҙҙең маҡсатығыҙға ынтылғанығыҙҙы күреп бик ныҡ шатлана! w23.05 30 б., 14, 15 абз.
Шәмбе, 6 сентябрь
Көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ (1 Пет. 5:3).
Пионер хеҙмәте йәш ҡәрҙәште төрлө кешеләр менән аралашырға өйрәтә, шулай уҡ был хеҙмәт уға үҙ сығымдарын планлаштырырға ярҙам итә (Флп. 4:11—13). Даими пионер хеҙмәтен башлар алдынан ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итеү яҡшы булыр ине. Даими пионер булып хеҙмәт итеү төҙөлөш эштәрендә йә Вефилдә хеҙмәт итеү мөмкинлектәрен аса. Бөтә ир ҡәрҙәштәр аҡһаҡал булып хеҙмәт итергә ынтылырға тейеш. Бының өсөн уларға Изге Яҙмалағы талаптарға тура килергә кәрәк. Алла Һүҙендә шундай маҡсат ҡуйған хеҙмәтселәр маҡтап телгә алына (1 Тим. 3:1). Беренсенән, ҡәрҙәш аҡһаҡал булырға теләһә, ниндәйҙер ваҡыт дауамында хеҙмәт ярҙамсыһы булырға тейеш. Был ҡәрҙәштәр аҡһаҡалдарға төрлө өлкәләрҙә ярҙам итә. Аҡһаҡалдар ҙа, хеҙмәт ярҙамсылары ла — Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында ҡайғыртҡан һәм вәғәздә ашҡынып ҡатнашҡан баҫалҡы ҡәрҙәштәр. w23.12 28 б., 14—16 абз.
Йәкшәмбе, 7 сентябрь
Әле малай сағында, ул ата-бабаһы Дауыт Аллаһын эҙләй башланы (2 Йыл. 34:3).
Иосия батшаға 16 йәш булғанда, ул Йәһүәне яҡшыраҡ белергә һәм уның ихтыярын үтәргә теләгән. Әммә йәш батшаның тормошонда ауырлыҡтар ҙа булған. Уның идараһы аҫтында йәшәгән кешеләрҙең күпселеге ялған илаһтарға табынған. Боттарға табыныуҙы юҡ итер өсөн уға тәүәккәллек менән эш итергә тура килгән. Быны эшләр өсөн Иосияға ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Ул илде боттарҙан таҙарта башлағанда уға әле 20 йәш тә булмаған (2 Йыл. 34:1, 2). Ҡәҙерле йәштәр, Иосиянан үрнәк алып, һеҙ Йәһүә тураһында күберәк белә алаһығыҙ. Шул саҡта һеҙҙең Аллаға бағышланырға теләгегеҙ тыуыр. Был һеҙҙең тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртер? 14 йәшендә һыуға сумдырылған Лу́ка исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ошо ваҡыттан алып Йәһүәгә хеҙмәт итеү тормошомда иң төп урында булыр. Мин уны һәр ваҡытта ла шатландырырға теләйем» (Марк 12:30). Әгәр һеҙ ҙә үҙегеҙгә шундай маҡсат ҡуйһағыҙ, киләсәктә мул фатихалар алырһығыҙ! w23.09 11 б., 12, 13 абз.