Беренсе Кәринттәргә
3 Шуға күрә, ҡәрҙәштәр, мин һеҙҙең менән рухи кешеләр менән һөйләшкән кеүек һөйләшә алманым, ә был донъялағы кешеләр һәм Мәсих юлындағы сабыйҙар менән һөйләшкәндәй һөйләштем. 2 Мин һеҙгә ҡаты аҙыҡ түгел, ә һөт бирҙем, сөнки һеҙ ҡаты аҙыҡҡа әҙер түгел инегеҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, хәҙер ҙә әҙер түгелһегеҙ, 3 сөнки һеҙ һаман да был донъя кешеләренә оҡшашһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк һәм ыҙғыш-талаш бар икән, һеҙ был донъя кешеләре кеүек түгелһегеҙме ни һәм улар кеүек эш итмәйһегеҙме ни? 4 Берегеҙ: «Мин — Пауылдың шәкерте», ә икенсегеҙ: «Мин — Апалустыҡы», — тигәндә, һеҙ был донъя кешеләре кеүек эш итмәйһегеҙме ни?
5 Кем һуң Апалус? Кем һуң Пауыл? Хужабыҙ тапшырған эште башҡарып, һеҙгә иманға килергә ярҙам иткән хеҙмәтселәр генә. 6 Мин сәстем, Апалус һыу һипте, үҫтереүен иһә Алла үҫтерҙе. 7 Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу һибеүсе лә түгел, ә үҫтереүсе Алла маҡтауға лайыҡ. 8 Сәсеүсе лә, һыу һибеүсе лә бер үк эш башҡара*, ләкин һәр береһе эшенә ҡарап бүләк алыр. 9 Сөнки беҙ — Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ — Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.
10 Алла миңә күрһәткән сикһеҙ игелек буйынса, мин, тәжрибәле төҙөүсе* булараҡ, нигеҙ һалдым, ә башҡа берәү шуның өҫтөнә төҙөй. Ләкин һәр кем үҙенең нисек төҙөгәненә иғтибар итһен. 11 Бер кем дә инде һалынған нигеҙҙән башҡа бүтән нигеҙ һала алмай, ә һалынған нигеҙ — Ғайса Мәсих ул. 12 Кемдер был нигеҙҙә алтын, көмөш һәм аҫыл таштар ҡулланып төҙөй, ә кемдер ағас, бесән һәм һалам ҡуллана. 13 Ләкин килер бер көн, һәм һәр кемдең эше күренер, сөнки ут кемдең нисек төҙөгәнен күрһәтер. 14 Әгәр шул нигеҙ өҫтөнә төҙөлгән ҡоролма утта янмаһа, кеше бүләген алыр. 15 Әгәр инде янһа, ул зыян күрер, үҙе иһә ҡотолоп ҡалыр, шулай ҙа уттан ҡотҡарылғандай булыр.
16 Үҙегеҙҙең Алла ғибәҙәтханаһы икәнегеҙҙе һәм һеҙҙә Алла рухы бар икәнен белмәйһегеҙме ни? 17 Кем Алла ғибәҙәтханаһын юҡ итә, шуны Алла юҡ итер, сөнки Алла ғибәҙәтханаһы изге, һәм был ғибәҙәтхана — һеҙ.
18 Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ: берәйегеҙ был донъя* күҙаллауы буйынса үҙен аҡыллы тип һанай икән, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн, аҡылһыҙ булып китһен. 19 Сөнки был донъяның аҡыллылығы — Алла өсөн ахмаҡлыҡ. Былай тип яҙылған бит: «Ул аҡыллыларҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә». 20 Шулай уҡ: «Йәһүә аҡыллыларҙың уй-фекерҙәре буш икәнен белә», — тиелгән. 21 Шуға күрә бер кем дә кешеләр менән маҡтанмаһын, сөнки барыһы ла — һеҙҙеке. 22 Пауыл да, Апалус та, Кифа* ла, донъя ла, тормош та, үлем дә, хәҙерге нәмәләр ҙә, киләсәктәге нәмәләр ҙә — барыһы ла һеҙҙеке. 23 Һеҙ иһә — Мәсихтеке, ә Мәсих — Алланыҡы.