-
Үлгән кешеләр терелтеләсәк!Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
-
-
Ғайсаның Лазарь үлгәндән һуң үҙен тотошонан уның иҫ киткес наҙлы булыуы күренә. Ул был осраҡта сағылдырған тәрән хистәре менән үлгәндәрҙе терелтергә бик ныҡ теләгәнен күрһәткән. Инжилдә былай тип яҙылған: «Мәрйәм иһә, Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп: „Хужам! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине“, — тип Уның аяғына йығылды. Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм тулҡынланған тауыш менән: „Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ?“ — тип һораны. Улар: „Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең“, — тинеләр. Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне. „Ҡарағыҙ, Ул Лазарҙы нисек яратҡан икән!“ — тиеште йәһүдтәр» (Яхъя 11:32—36).
Ғайсаның йөрәге ҡыҙғаныу менән тулы булған. Беҙ быны «көйөндө» һәм «күҙҙәренән йәш тәгәрәне» тигән һүҙҙәрҙән аңлайбыҙ. Изге Яҙманың төп нөсхәһе яҙылған телдә был тетрәндергес хәлде тасуирлар өсөн ҡулланылған һүҙҙәр шуны күрһәтә: Ғайса яҡын дуҫының үлемен һәм Мәрйәмдең илауын күреп шул хәтле тулҡынланған, хатта уның күҙҙәре йәш менән тулғанa.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: элегерәк Ғайса инде ике кешене терелткән, һәм хәҙер ул Лазарҙы ла терелтергә йыйынған (Яхъя 11:11, 23, 25). Шулай ҙа ул илаған. Тимәк, үлгәндәрҙе терелтеү Ғайса өсөн бер процедура ғына түгел. Ул Лазарь осрағында сағылдырған наҙ һәм тәрән тойғолар уның үлемде бөтөрөргә ашҡыныуын асыҡ күрһәтә.
Ғайса Лазарҙы терелткәндә сағылдырған наҙлы хистәре менән үлемде бөтөрөргә бик ныҡ теләгәнен күрһәткән
-
-
Үлгән кешеләр терелтеләсәк!Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
-
-
a «Көйөндө» тип тәржемә ителгән грек һүҙе эмбримаомаи тигән ҡылымдан барлыҡҡа килгән. Был ҡылым бик көслө, тәрән тулҡынланыуҙы аңлата. Изге Яҙма буйынса бер белгес шуға иғтибар итә: «Ғайсаны солғап алған тойғолар шул тиклем көслө булған, ул хатта ирекһеҙҙән ыңғырашыу тауышы сығарған». Изге Яҙманың төп нөсхәһендә ошо өҙөктә шулай уҡ «борсолдо» тигән һүҙ бар. Ул тарассо тигән грек һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм аптырап ҡалыуҙы аңлата. Лексикография өлкәһендәге белгес әйтеүенсә, был грек һүҙе «кеше күңел әрнеүе... йәки ҡайғыға төшөү арҡаһында аптырап ҡалғанда» ҡулланыла. «Күҙҙәренән йәш тәгәрәне» тигән һүҙҙәр грек телендәге дакрио тигән ҡылымдан барлыҡҡа килгән, ул «күҙ йәштәре түгеүҙе, шым ғына илауҙы» аңлата.
-