-
«Үлеләр нисек терелер?»Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2020 | декабрь
-
-
3. 1 Коринфтарға 15:30—32-нән күренеүенсә, терелеүгә өмөт Павелға нисек ярҙам иткән?
3 Терелеүгә өмөт Павелға төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән. (1 Коринфтарға 15:30—32-не уҡығыҙ.) Ул Коринфтағы мәсихселәргә: «Көн һайын туранан-тура үлемдең күҙҙәренә ҡарайым», — тип яҙған. Павел шулай уҡ Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшкәне хаҡында әйткән. Бәлки, ул Ефестағы аренала ысын йыртҡыстар менән көрәшкәнен күҙ уңында тотҡандыр (2 Кор. 1:8; 4:10; 11:23). Йәки үҙҙәрен дошмандарса тотҡан йәһүдтәр һәм башҡа кешеләр тураһында әйткәндер (Ғәм. 19:26—34; 1 Кор. 16:9). Нисек кенә булһа ла, Павел етди ауырлыҡтар менән осрашҡан. Шулай ҙа ул киләсәккә ыңғай ҡараш һаҡлаған (2 Кор. 4:16—18).
-
-
«Үлеләр нисек терелер?»Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2020 | декабрь
-
-
5. Ниндәй ҡурҡыныс ҡараш беҙҙең терелеүгә иманыбыҙҙы ҡаҡшата ала?
5 Павел ҡәрҙәштәрен бындай ҡурҡыныс ҡараштан киҫәткән: «Үлеләр терелтелмәһә... „ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!“». Павел көндәренә тиклем йәшәгән кешеләр ҙә шундай ҡараш сағылдырған. Павел, күрәһең, Ишағыя 22:13-тәге һүҙҙәрҙе килтергән. Унда израилдәр сағылдырған рух тасуирланған. Аллаға яҡынлашыу урынына, улар үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында ғына уйлаған. Израилдәрҙең «бөгөн барһың, иртәгә юҡһың» тигән ҡарашы хәҙерге ваҡытта йәшәгән кешеләргә лә хас. Әммә Изге Яҙмала израилдәрҙең ундай ҡарашы ниндәй аяныс эҙемтәләргә килтергәне хаҡында әйтелгән (2 Йыл. 36:15—20).
6. Ни өсөн терелеүгә өмөт дуҫтар һайлауыбыҙға тәьҫир итергә тейеш?
6 Йәһүәнең үлгән кешеләрҙе терелтә алғанына ышаныу беҙҙең дуҫтар һайлауыбыҙға тәьҫир итергә тейеш. Коринфтағы мәсихселәргә терелеүҙе кире ҡаҡҡан кешеләр менән аралашыуҙан һаҡланырға кәрәк булған. Беҙ бынан мөһим һабаҡ алабыҙ. Киләсәкте хәстәрләмәгән һәм күңел асыу тураһында ғына уйлаған кешеләр менән күп ваҡыт үткәреү беҙгә насар йоғонто яһай ала. Ундай кешеләр менән аралашыу мәсихсенең яҡшы ғәҙәттәрен боҙа. Унан да бигерәк, был мәсихсене Алла нәфрәт иткән эштәр ҡылырға этәрергә мөмкин. Шуға күрә Павел мәсихселәрҙе, аңға килеп «гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ», тип өгөтләгән (1 Кор. 15:33, 34).
-