Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 1 3—4 бб.
  • Кешеләр доға тураһында нимә әйтә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Кешеләр доға тураһында нимә әйтә?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Аллаға нисек доға ҡылырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Алла доғаларыбыҙҙы ишетәме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 1 3—4 бб.
Донъяның төрлө тарафтарындағы кешеләр Аллаға дөрөҫ йүнәлеш биреүен һорап доға ҡыла.

Кешеләр доға тураһында нимә әйтә?

«Доға ҡылғанда мин Алланы янымда, ҡулымдан тотоп тора һәм юғалып ҡалған сағымда етәкләп йөрөтә кеүек тоям» (МАРИЯ).

«13 йыл рак менән көрәшкәндән һуң ҡатыным үлеп китте. Мин Аллаға көн һайын доға ҡылғанымды хәтерләйем һәм уның мине ысынлап та тыңлағанын һәм ҡайғымды аңлағанын һиҙә инем. Был миңә йән тыныслығы бирә ине» (РАУЛЬ).

«Доға — Алланың кешеләргә биргән иҫ киткес бүләге» (АРНЕ).

Мария, Рауль, Арне һәм башҡа күп кешеләр өсөн доға — ҡиммәтле бүләк. Улар доға аша Алла менән һөйләшә, уға рәхмәт белдерә һәм унан ярҙам һорай ала. Улар Изге Яҙмала доға тураһында яҙылған бындай һүҙҙәр менән тулыһынса риза: «Беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә» (1 Яхъя 5:14).

Әммә күп кешеләр Изге Яҙмала доға тураһында әйтелгәндәр менән ризалаша алмай. Стив доға тураһында бына нимә ти: «Миңә 17 йәш булғанда, өс дуҫым фажиғәле рәүештә һәләк булды: береһе аварияға эләкте, ә икәүһе диңгеҙҙә батып үлде». Стив нимә эшләгән? Ул былай тип дауам итә: «Мин, ни өсөн шулай булды, тигән һорауға яуап эҙләп, Аллаға доға ҡылдым, ләкин яуап алманым. Шуға күрә мин, ә ниңә доға ҡылырға, тип уйланым». Күрәһең, доғаларына яуап алмағанға, күптәрҙә, доға ҡылыуҙан берәй мәғәнә бар микән, тигән шик тыуа.

Кешеләр шулай уҡ башҡа сәбәптәр арҡаһында ла доға ҡылыуҙың файҙаһы барлығына шикләнә. Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, Хоҙай, барыһын да белгәнгә, беҙҙең ихтыяждарҙы һәм ауырлыҡтарҙы инде белә, шуның өсөн уға былар тураһында һөйләүҙең кәрәге юҡ.

Башҡалары, үткәндә ҡылған хаталарым арҡаһында Алла доғаларымды тыңларға теләмәй, тип һанай. Дженни исемле ҡатын былай ти: «Үҙемде бер нәмәгә лә яраҡһыҙ итеп хис итәм. Минең иң ҙур проблемам ошо. Үкенерлек эштәр ҡылғанға, Алланың мине ишетеүенә лайыҡ түгелмен, тип үҙемде ышандырҙым».

Бер ҡатын сиркәүҙә доға ҡылғанда өҫкә ҡарай, ә башҡалар баштарын эйеп доға ҡыла.

Ә һеҙ доға тураһында нимә уйлайһығыҙ? Әгәр һеҙҙең дә берәй ҡасан шундай уйҙарығыҙ йә шиктәрегеҙ булған булһа, Изге Яҙмала ҡәнәғәтләнерлек яуаптар барлығы һеҙҙе йыуата ала. Доға тураһында әйткәндә, Изге Яҙма — иң авторитетлы сығанаҡa. Унда ошондай һорауҙарға яуап табып була:

  • Алла ысынлап та доғаларыбыҙҙы ишетәме?

  • Ни өсөн Алла ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй?

  • Алла беҙҙе ишетһен өсөн, нисек доға ҡылырға?

  • Доғалар ниндәй файҙа килтерә?

a Изге Яҙмала күп Алла хеҙмәтселәренең, шул иҫәптән Ғайса Мәсихтең дә доғалары яҙылған. Күптәргә Тәүрат һәм Зәбур булараҡ билдәле булған Еврей Яҙмаларында 150-нән ашыу доға бар.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу