Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 15
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, бер-берегеҙҙе шулай ҡабул итегеҙ (1—13)

      • Пауыл — башҡа халыҡтарға ебәрелгән хеҙмәтсе (14—21)

      • Пауылдың пландары (22—33)

Римдарға 15:1

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «күтәреп йөрөтөргә; сабырлыҡ күрһәтергә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 35 дәрес

    «Алла һөйөүе», 22 б.

    «Алла мөхәббәтендә», 20 б.

Римдарға 15:2

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 52 дәрес

Римдарға 15:4

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 1 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2017, 14 б.

Римдарға 15:5

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    4/2016, 14 б.

Римдарға 15:7

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2023, 6 б.

Римдарға 15:12

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Ишай тамыры хасил булыр».

Римдарға 15:14

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «бер-берегеҙгә аҡыл бирергә».

Римдарға 15:23

Төшөрмәләр

  • *

    Йә, бәлки, «бер нисә йыл».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2020, 16—17 бб.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
  • 33
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 15:1—33

Римдарға

15 Беҙ, көслөләр, көсһөҙҙәрҙең көсһөҙ яҡтарын иҫәпкә алырға* һәм үҙ файҙабыҙ тураһында ғына уйламаҫҡа тейеш. 2 Беҙҙең һәр беребеҙ, яҡынын нығытыр өсөн, уға яҡшылыҡ эшләһен. 3 Мәсих тә бит үҙ файҙаһын эҙләмәгән. Был турала: «Һине яманлаусыларҙың мыҫҡыллауҙары минең өҫтөмә төштө», — тип яҙылған. 4 Элек яҙылғандарҙың барыһы ла, сыҙамлығыбыҙ һәм Яҙмаларҙан алған йыуаныс арҡаһында өмөтөбөҙ булһын тип, беҙгә өгөт-нәсихәт биреү өсөн яҙылған. 5 Сыҙамлыҡ һәм йыуаныс Аллаһы һеҙгә Мәсих Ғайсаныҡына оҡшаш фекер йөрөтөү рәүешенә эйә булырға ярҙам итһен. 6 Шунда һеҙ берҙәм рәүештә, бер тауыштан Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ.

7 Шунлыҡтан, Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай ҡабул итегеҙ, бының менән һеҙ Алланы данларһығыҙ. 8 Һеҙгә әйтәм: Мәсих сөннәтлеләрҙең хеҙмәтсеһе булып китте. Ул быны уларҙың ата-бабаларына бирелгән вәғәҙәнең ышаныслы икәнен дәлилләргә һәм Алланың хаҡлығын күрһәтергә тип, 9 шулай уҡ башҡа халыҡтар Алланы шәфҡәтле булғаны өсөн данлаһындар тип эшләне. Был турала: «Шуға ла һине халыҡтар араһында маҡтармын, исемеңде йырлап данлармын», — тип яҙылған. 10 «Халыҡтар, уның халҡы менән бергә ҡыуанығыҙ», — тип тә әйтелгән. 11 Тағы былай тиелгән: «Бөтә халыҡтар, Йәһүәне маҡтағыҙ, бөтә ҡәбиләләр уны маҡтаһын!» 12 Ишағыя пәйғәмбәр ҙә былай тигән: «Ишай ғаиләһенән берәү килер*, ул халыҡтар өҫтөнән идара итер өсөн күтәрелер; халыҡтар уға өмөт бағлар». 13 Өмөт биреүсе Алла күңелдәрегеҙҙе шатлыҡ һәм тыныслыҡ менән тултырһын, сөнки һеҙ уға таянаһығыҙ. Шул саҡта изге рух көсө ярҙамында өмөтөгөҙ тағы ла нығыр.

14 Ҡәрҙәштәр, белемегеҙ етерлек икәненә, һеҙҙең яҡшылыҡ эшләргә әҙер һәм бер-берегеҙҙе өйрәтергә* һәләтле икәнегеҙгә бер ҙә шикләнмәйем. 15 Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер нәмәләрҙе ҡабат иҫегеҙгә төшөрөр өсөн, улар хаҡында туранан-тура яҙҙым. Быны Алла миңә сикһеҙ игелеген күрһәткәнгә эшләнем. 16 Мин Алланың һөйөнөслө хәбәрен башҡа халыҡтарға вәғәзләһен өсөн, ул мине Мәсих Ғайсаның хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Мин ошо изге эште Алланың был халыҡтарҙы изге рух менән изгеләндерелгән ҡорбан итеп ҡабул итеүе өсөн башҡарам.

17 Мин Мәсих Ғайсаның шәкерте булыуыма һәм Алла өсөн хеҙмәт итеүемә шатмын. 18 Мәсихтең, башҡа халыҡтар тыңлаусан булһын өсөн, минең аша ҡылған эштәренән тыш бер нәмә тураһында ла һөйләргә баҙнат итмәйем. Мәсих минең һүҙҙәрем һәм эштәрем аша, 19 шулай уҡ Алла рухының көсө менән башҡарылған билдәләр һәм мөғжизәләр аша эш итте. Һөҙөмтәлә мин Мәсих тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе Йәрүсәлимдән алып Иллирикка тиклем тулыһынса вәғәзләнем. 20 Башҡа берәү һалған нигеҙ өҫтөндә төҙөмәҫ өсөн, кешеләр Мәсих исемен инде белгән ерҙәрҙә вәғәзләмәҫкә тырыштым. 21 «Кемгә уның тураһында әйтелмәгән, шулар күрерҙәр, кем ишетмәгән, шулар аңларҙар», — тип яҙылған бит.

22 Бына ни өсөн, һеҙгә күп тапҡыр барырға йыйынһам да, килеп сыҡманы. 23 Ләкин хәҙер был яҡтарҙа мин вәғәзләмәгән урын ҡалманы инде. Өҫтәүенә, күп йылдар* дауамында янығыҙға килергә теләйем. 24 Шуға Испанияға барышлай һеҙҙең менән күрешеп, һеҙҙә бер ни тиклем ваҡыт булырға өмөтләнәм, ә шунан һеҙ мине бер аҙ оҙатырһығыҙ. 25 Ә хәҙер мин, изгеләргә ярҙам итер өсөн, Йәрүсәлимгә барырға йыйынам. 26 Сөнки Македония менән Аха́ялағы ҡәрҙәштәр Йәрүсәлимдәге изгеләр араһындағы ярлыларға иғәнәләр йыйып, үҙҙәрендә булғаны менән теләп уртаҡлашты. 27 Улар быны шатланып эшләне. Әммә, дөрөҫөн генә әйткәндә, улар Йәрүсәлимдәге ҡәрҙәштәргә бурыслы, сөнки Йәрүсәлимдәге ҡәрҙәштәр улар менән рухи нәмәләрҙе уртаҡлашҡан икән, хәҙер улар шул ҡәрҙәштәргә матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейеш. 28 Был иғәнәләрҙе алып барып еткергәс, мин Испанияға юлланырмын һәм юл ыңғайына һеҙгә һуғылып китермен. 29 Һеҙгә килгәндә, Мәсихтең йомарт фатихалары менән килеремде беләм.

30 Ҡәрҙәштәр, Хужабыҙ Ғайса Мәсих һәм изге рухтан килгән яратыу хаҡына өндәйем: мин үҙем тураһында доға ҡылған кеүек, һеҙ ҙә минең турала Аллаға ҡайнар доға ҡылығыҙ. 31 Мин Йәһүҙиәлә Ғайсаға ышанмаусыларҙың ҡулынан ҡотолһон һәм Йәрүсәлимдәге изгеләр мин килтергән иғәнәләрҙе ыңғай ҡабул итһен, тип доға ҡылығыҙ. 32 Шул саҡта, Алла быны хуп күрһә, мин һеҙгә шатланып килермен, һәм беҙ бер-беребеҙҙе рухландырырбыҙ. 33 Тыныслыҡ биреүсе Алла һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән булһын. Амин.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу