Римдарға
12 Ҡәрҙәштәр, Алла һеҙгә мәрхәмәт күрһәтте, шуға һеҙҙән үтенәм: үҙ тәнегеҙҙе Аллаға тере, изге, уға яраҡлы ҡорбан итеп бирегеҙ һәм, аҡылығыҙҙы эшкә егеп, уға хеҙмәт итегеҙ. 2 Бүтән был донъяның* йоғонтоһона бирелмәгеҙ*, киреһенсә, фекер йөрөтөү рәүешегеҙҙе яңыртып үҙгәрегеҙ. Шул саҡта һеҙ Алла ихтыярының нимәлә икәнен аңларһығыҙ һәм уның яҡшы, күңелгә ятышлы һәм камил икәненә инанырһығыҙ.
3 Миңә сикһеҙ игелек күрһәтелгәнгә, һеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән артыҡ уйламағыҙ, ә айыҡ фекерле булып, Алла һеҙгә биргән иманға ярашлы уйлағыҙ. 4 Тәнебеҙҙә ағзалар күп булһа ла, уларҙың ролдәре төрлө. 5 Шуның шикелле, беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсих менән берҙәмлектә булған бер тәнде тәшкил итәбеҙ һәм, уның ағзалары булараҡ, бер-беребеҙгә бәйлебеҙ*. 6 Үҙебеҙгә күрһәтелгән сикһеҙ игелек арҡаһында беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө бүләктәр алдыҡ. Әгәр пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән булһа, үҙебеҙгә бирелгән иманға ҡарап пәйғәмбәрлек итәйек; 7 әгәр хеҙмәт итеү бирелгән булһа, хеҙмәт итәйек; кемдең өйрәтеү һәләте бар, шул өйрәтһен; 8 кемдең рухландырыу бүләге бар, шул рухландырһын; кем үҙенекен башҡалар менән уртаҡлаша, шул йомарт итеп уртаҡлашһын; кем етәкселек итә, шул тырышып етәкселек итһен; кем мәрхәмәт күрһәтә, шул шатланып мәрхәмәт күрһәтһен.
9 Яратыуығыҙ ихлас* булһын. Яманлыҡты нәфрәт итегеҙ, яҡшылыҡҡа ынтылығыҙ. 10 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратығыҙ, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттә булығыҙ. Башҡаларға беренсе булып хөрмәт күрһәтегеҙ. 11 Эшсән* булығыҙ, ялҡауланмағыҙ. Изге рух тәьҫире аҫтында янып тороғоҙ. Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итегеҙ. 12 Өмөтөгөҙгә шатланып йәшәгеҙ. Бәлә-ҡазаларҙа сыҙам булығыҙ. Гел доға ҡылығыҙ. 13 Изгеләр менән ихтыяждарына ҡарап уртаҡлашығыҙ. Һәр ваҡыт ҡунаҡсыл булығыҙ*. 14 Үҙегеҙҙе эҙәрләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ*, ҡарғау урынына фатиха һорағыҙ. 15 Шатланғандар менән бергә шатланығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ. 16 Үҙегеҙгә мөнәсәбәтегеҙ ниндәй булһа, башҡаларға ла мөнәсәбәтегеҙ шундай булһын. Тәкәббер булмағыҙ, баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ*. Үҙегеҙҙе аҡыллыға һанамағыҙ.
17 Бер кемгә лә яманлыҡҡа яманлыҡ менән ҡайтармағыҙ. Бөтә кеше яҡшы тип иҫәпләгәнде иғтибарға алығыҙ. 18 Ҡулығыҙҙан килгәнсә, бөтә кеше менән тыныс-татыу йәшәгеҙ. 19 Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла ярһыуына урын бирегеҙ, сөнки былай тип яҙылған: «„Үс алыу — минең эш, язаһын мин бирермен“, — ти Йәһүә». 20 Ләкин «дошманың ас булһа, уны ашат, һыуһаған булһа, эсер. Шулай эшләп, уның күңелен йомшартырһың*». 21 Яманлыҡтан еңелмә, яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.