Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 12
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • «Тәнегеҙҙе Аллаға тере... ҡорбан итеп бирегеҙ» (1, 2)

      • Төрлө бүләктәр, әммә тән бер (3—8)

      • Мәсихселәрҙең тормошона ҡағылышлы кәңәштәр (9—21)

Римдарға 12:1

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    2/2023, 21 б.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 14 дәрес

    «Алла һөйөүе», 76—77 бб.

    «Алла мөхәббәтендә», 63—64 бб.

Римдарға 12:2

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙлектә «Заман» тигән мәҡәләне ҡ.

  • *

    Йәки «бүтән был донъяға үҙегеҙҙе формалаштырырға бирмәгеҙ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2023, 30 б.

    1/2023, 8—10 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 1 2022 10—11 бб.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 38 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2019, 8, 9—13 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2018, 21—22, 24 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    5/2016, 26 б.

Римдарға 12:3

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2020, 2—7 бб.

Римдарға 12:5

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «бер-беребеҙҙекебеҙ».

Римдарға 12:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2020, 24—25 бб.

Римдарға 12:7

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2020, 24—25 бб.

Римдарға 12:8

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2020, 24—25 бб.

Римдарға 12:9

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «Яратыуығыҙ ике йөҙлө булмаһын».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 53 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2017, 8—9 бб.

Римдарға 12:10

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2021, 20—25 бб.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 49 дәрес

Римдарға 12:11

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тырыш».

Римдарға 12:12

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 2 дәрес

Римдарға 12:13

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «таныш булмаған кешеләргә игелекле булығыҙ».

Римдарға 12:14

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «изгелек теләгеҙ».

Римдарға 12:15

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    4/2019, 18—19 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2017, 14—16 бб.

Римдарға 12:16

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «баҫалҡылыҡ юлынан барығыҙ».

Римдарға 12:17

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 1 2022 8—9 бб.

Римдарға 12:19

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 1 2022 8—9 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2018, 15—16 бб.

Римдарға 12:20

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «уның башына ҡуҙ йыйырһың».

Римдарға 12:21

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2017, 14—15 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    9/2016, 13 б.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 12:1—21

Римдарға

12 Ҡәрҙәштәр, Алла һеҙгә мәрхәмәт күрһәтте, шуға һеҙҙән үтенәм: үҙ тәнегеҙҙе Аллаға тере, изге, уға яраҡлы ҡорбан итеп бирегеҙ һәм, аҡылығыҙҙы эшкә егеп, уға хеҙмәт итегеҙ. 2 Бүтән был донъяның* йоғонтоһона бирелмәгеҙ*, киреһенсә, фекер йөрөтөү рәүешегеҙҙе яңыртып үҙгәрегеҙ. Шул саҡта һеҙ Алла ихтыярының нимәлә икәнен аңларһығыҙ һәм уның яҡшы, күңелгә ятышлы һәм камил икәненә инанырһығыҙ.

3 Миңә сикһеҙ игелек күрһәтелгәнгә, һеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән артыҡ уйламағыҙ, ә айыҡ фекерле булып, Алла һеҙгә биргән иманға ярашлы уйлағыҙ. 4 Тәнебеҙҙә ағзалар күп булһа ла, уларҙың ролдәре төрлө. 5 Шуның шикелле, беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсих менән берҙәмлектә булған бер тәнде тәшкил итәбеҙ һәм, уның ағзалары булараҡ, бер-беребеҙгә бәйлебеҙ*. 6 Үҙебеҙгә күрһәтелгән сикһеҙ игелек арҡаһында беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө бүләктәр алдыҡ. Әгәр пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән булһа, үҙебеҙгә бирелгән иманға ҡарап пәйғәмбәрлек итәйек; 7 әгәр хеҙмәт итеү бирелгән булһа, хеҙмәт итәйек; кемдең өйрәтеү һәләте бар, шул өйрәтһен; 8 кемдең рухландырыу бүләге бар, шул рухландырһын; кем үҙенекен башҡалар менән уртаҡлаша, шул йомарт итеп уртаҡлашһын; кем етәкселек итә, шул тырышып етәкселек итһен; кем мәрхәмәт күрһәтә, шул шатланып мәрхәмәт күрһәтһен.

9 Яратыуығыҙ ихлас* булһын. Яманлыҡты нәфрәт итегеҙ, яҡшылыҡҡа ынтылығыҙ. 10 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратығыҙ, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттә булығыҙ. Башҡаларға беренсе булып хөрмәт күрһәтегеҙ. 11 Эшсән* булығыҙ, ялҡауланмағыҙ. Изге рух тәьҫире аҫтында янып тороғоҙ. Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итегеҙ. 12 Өмөтөгөҙгә шатланып йәшәгеҙ. Бәлә-ҡазаларҙа сыҙам булығыҙ. Гел доға ҡылығыҙ. 13 Изгеләр менән ихтыяждарына ҡарап уртаҡлашығыҙ. Һәр ваҡыт ҡунаҡсыл булығыҙ*. 14 Үҙегеҙҙе эҙәрләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ*, ҡарғау урынына фатиха һорағыҙ. 15 Шатланғандар менән бергә шатланығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ. 16 Үҙегеҙгә мөнәсәбәтегеҙ ниндәй булһа, башҡаларға ла мөнәсәбәтегеҙ шундай булһын. Тәкәббер булмағыҙ, баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ*. Үҙегеҙҙе аҡыллыға һанамағыҙ.

17 Бер кемгә лә яманлыҡҡа яманлыҡ менән ҡайтармағыҙ. Бөтә кеше яҡшы тип иҫәпләгәнде иғтибарға алығыҙ. 18 Ҡулығыҙҙан килгәнсә, бөтә кеше менән тыныс-татыу йәшәгеҙ. 19 Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла ярһыуына урын бирегеҙ, сөнки былай тип яҙылған: «„Үс алыу — минең эш, язаһын мин бирермен“, — ти Йәһүә». 20 Ләкин «дошманың ас булһа, уны ашат, һыуһаған булһа, эсер. Шулай эшләп, уның күңелен йомшартырһың*». 21 Яманлыҡтан еңелмә, яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу