Римдарға
14 Иманы көсһөҙ кешене асыҡ йөҙ менән ҡабул итегеҙ һәм фекере һеҙҙекенән айырылып торған* кешене хөкөм итмәгеҙ. 2 Кемгәлер иманы һәр төрлө ризыҡты ашарға рөхсәт итә, ә иманы көсһөҙ кеше йәшелсә генә ашай. 3 Һәр төрлө ризыҡ ашаған кеше ашамаған кешегә түбәнһетеп ҡарамаһын, ашамағаны иһә ашағанды хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны асыҡ йөҙ менән ҡабул иткән. 4 Башҡаның хеҙмәтсеһен хөкөм итергә кем һин? Баҫып торормо ул, йығылырмы — быны уның хужаһы хәл итә. Ул баҫып торор, сөнки Йәһүә уға ярҙам итер.
5 Кемдер бер көндө башҡаһынан мөһимерәк тип һанай, ә икенсе берәү бөтә көндәрҙе лә бер төрлө тип иҫәпләй. Һәр кем үҙ ҡарарының дөрөҫлөгөнә инанған булһын. 6 Ниндәйҙер көндө тотҡан кеше уны Йәһүә өсөн тота. Һәр төрлө ризыҡ ашаған кеше Йәһүә өсөн ашай, сөнки Аллаға рәхмәт белдерә. Ризыҡтың ҡайһы бер төрҙәрен ашамаған кеше лә Йәһүә өсөн ашамай һәм барыбер Аллаға рәхмәт белдерә. 7 Беҙҙең беребеҙ ҙә үҙе өсөн генә йәшәмәй һәм беребеҙ ҙә үҙе өсөн генә үлмәй. 8 Йәшәйбеҙ икән, Йәһүә өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән, Йәһүә өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәйбеҙме, үләбеҙме, беҙ — Йәһүәнеке. 9 Мәсих бит үлеләрҙең дә, тереләрҙең дә Хужаһы булыр өсөн үлде һәм терелде.
10 Улайһа, ни өсөн ҡәрҙәшеңде хөкөм итәһең? Ә һин ни өсөн ҡәрҙәшеңә түбәнһетеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә Алланың хөкөм итеү урыны алдына баҫасаҡбыҙ. 11 Яҙылған бит: «„Үҙем менән ант итәм, — ти Йәһүә, — барыһы ла минең алдыма теҙләнер һәм барыһы ла минең Алла икәнемде таныр“». 12 Шулай итеп, һәр беребеҙ Алла алдында үҙе өсөн хисап бирәсәк.
13 Шуға күрә бүтән бер-беребеҙҙе хөкөм итмәйек. Бының урынына, әйҙәгеҙ, ҡәрҙәшебеҙҙең иманы көсһөҙләнеүенә йә уның гонаһ ҡылыуына килтерә алған бер нәмә лә эшләмәҫкә тырышайыҡ. 14 Хужабыҙ Ғайсаның шәкерте булараҡ, шуға ныҡлы ышанам: ашаған бер нәмәбеҙ ҙә үҙенән-үҙе хәрәм түгел, әммә, әгәр кеше нимәнелер хәрәм тип һанай икән, уның өсөн ул хәрәм була*. 15 Ашаған ризығың менән ҡәрҙәшеңде рәнйетһәң, һин инде яратып эш итмәйһең. Ризығың менән уның иманын емермә, уның өсөн Мәсих үлгән бит. 16 Шулай итеп, башҡаларҙы үҙегеҙҙе хөкөм итергә этәрә алған эштәрҙе, дөрөҫ тип һанаһағыҙ ҙа, эшләмәгеҙ. 17 Шулай итеп, Алла Батшалығына инеү ашап-эсеүгә түгел, ә изге рух биргән тәҡүәлек, тыныслыҡ һәм шатлыҡҡа эйә булыуға бәйле. 18 Кем Мәсихкә шулай хеҙмәт итә, шул Алланы шатландыра һәм кешеләрҙең хуплауына лайыҡ була.
19 Шунлыҡтан, әйҙәгеҙ, үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙе нығытыуға булышлыҡ итер өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын эшләйек. 20 Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығармағыҙ. Әлбиттә, бөтә нәмә саф, ләкин, әгәр ризығың берәйһенең иманын көсһөҙләндерә икән, уны ашау дөрөҫ булмаҫ ине. 21 Ит ашамауың, шарап эсмәүең һәм ҡәрҙәшеңдең иманын көсһөҙләндерә алған башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшыраҡ. 22 Иманың үҙең менән Алла араһында ғына ҡалһын. Ҡабул иткән ҡарары өсөн үҙен хөкөм итмәгән кеше бәхетле. 23 Әммә кеше, шиктәре була тороп ашай икән, инде хөкөм ителгән була, сөнки иман буйынса эш итмәй. Ә иман буйынса эшләнмәгән бөтә нәмә — гонаһ.