Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lmd 8 дәрес
  • Түҙемлек

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Түҙемлек
  • Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса нисек эш иткән?
  • Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?
  • Ғайсанан өлгө алығыҙ
  • Сабырлыҡ үҫтереүегеҙҙе дауам итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Видеояҙмалар ҡулланып өйрәтәбеҙ
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
  • Ҡыҙыҡһыныу күрһәтеү
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Ныҡышмалыҡ
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
Башҡаларын асырға
Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
lmd 8 дәрес

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ҮҪТЕРЕГЕҘ

Ғайса ҡустыһы Яҡуб янынына ағас эше оҫтаханаһына килгән; тегеһе уға аптырап ҡарап тора.

Яхъя 7:3—5; 1 Кәр. 15:3, 4, 7

8-СЕ ДӘРЕС

Түҙемлек

Принцип: «Мөхәббәт түҙемле» (1 Кәр. 13:4).

Ғайса нисек эш иткән?

Ғайса ҡустыһы Яҡуб янынына ағас эше оҫтаханаһына килгән; тегеһе уға аптырап ҡарап тора.

ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса түҙемлек менән ҡустыһына ярҙам итә»

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Яхъя 7:3—5 һәм 1 Кәринттәргә 15:3, 4, 7-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1. а) Ғайсаның ҡустылары ул вәғәзләгән хәбәргә тәүҙә нисек ҡараған?

  2. б) Ғайсаның үҙенең ҡустыһы Яҡупҡа артабан да ярҙам итеп торғаны нимәнән күренә?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Ҡайһы бер кешеләргә Изге Яҙмалағы хәбәрҙе ҡабул итер өсөн күберәк ваҡыт кәрәк. Шуға күрә түҙемле булыу мөһим.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Төрлө алымдар ҡулланып ҡарағыҙ. Кеше шунда уҡ Изге Яҙма өйрәнеүенә ризалашмаһа, уға баҫым яһамағыҙ. Урынлы булғанда, Изге Яҙма өйрәнеүе уға ниндәй файҙа килтерә алғанын һәм был өйрәнеү нисек үткәрелгәнен аңлатҡан видеояҙмалар йә мәҡәләләр күрһәтегеҙ.

4. Кешеләрҙе бер-береһе менән сағыштырмағыҙ. Һәр кеше үҙенсәлекле. Ғаиләгеҙҙең ағзаһы йә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кеше өйрәнеү башларға ҡыймаһа йә Изге Яҙмалағы ниндәйҙер тәғлимәт менән килешә алмаһа, бының сәбәбе хаҡында уйланығыҙ. Бәлки, уның өсөн берәй дини ҡараш ҡәҙерлелер? Ә, бәлки, уға туғандары йә күршеләре баҫым яһайҙыр? Шуны иҫтә тотоғоҙ: һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ өҫтөндә уйлап алыр һәм Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттең ҡиммәтен аңлар өсөн, кешегә ваҡыт кәрәк.

5. Ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. Йәһүәнән ыңғай ҡараш һаҡларға һәм иплелек сағылдырырға ярҙам итеүен һорағыҙ. Кеше ысындан да ҡыҙыҡһынамы һәм уға ҡабат килергә кәрәкме икәнен аңлар өсөн, доғала үтә күреүсәнлек һорағыҙ (1 Кәр. 9:26).

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Марк 4:26—28; 1 Кәр. 3:5—9; 2 Пет. 3:9

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу