Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lmd 7 дәрес
  • Ныҡышмалыҡ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ныҡышмалыҡ
  • Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Пауыл нисек эш иткән?
  • Беҙ Пауылдан нимәгә өйрәнәбеҙ?
  • Пауылдан өлгө алығыҙ
  • Баҫалҡылыҡ
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Ҡыҙыҡһыныу күрһәтеү
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Түҙемлек
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Башҡаларҙы өйрәтергә кәрәклеген аңлайһығыҙмы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Башҡаларын асырға
Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
lmd 7 дәрес

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ҮҪТЕРЕГЕҘ

Илсе Павел Тиранн мәктәбендә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләй.

Илс. 19:8—10

7-СЕ ДӘРЕС

Ныҡышмалыҡ

Принцип: «Улар... өйрәтеүҙән... һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙән туҡтаманы» (Илс. 5:42).

Пауыл нисек эш иткән?

Илсе Павел Тиранн мәктәбендә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләй.

ВИДЕОЯҘМА: «Пауыл Эфес ҡалаһында вәғәзләй»

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Илселәр 19:8—10-ды уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1. а) Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә Пауылдың ныҡышмал булғаны нимәнән күренә?

  2. б) Хәҡиҡәткә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләр менән Пауыл ни тиклем йыш аралашҡан, һәм ул быны ниндәй ваҡыт дауамында эшләгән?

Беҙ Пауылдан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Кешенең ҡыҙыҡһыныуын үҫтерер өсөн һәм уның менән Изге Яҙма өйрәнеүен башлар өсөн, күп көс һәм ваҡыт сарыф итергә кәрәк.

Пауылдан өлгө алығыҙ

3. Кеше өсөн уңайлы ваҡытта килегеҙ. Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Ҡайһы ваҡытта был кеше менән ҡабат һөйләшеп була? Ҡасан һәм ҡайҙа осрашыу уға яйлы булыр?» Был ваҡыт һеҙҙең өсөн бик уңайлы булмаһа ла, графигығыҙҙы үҙгәртергә әҙер булығыҙ.

4. Осрашыу хаҡында һөйләшеп ҡуйығыҙ. Һәр һөйләшеү аҙағында киләһе һөйләшеүҙең ваҡытын билдәләгеҙ. Әгәр ҙә килергә йә шылтыратырға һүҙ бирһәгеҙ, үҙ һүҙегеҙҙе тотоғоҙ.

5. Ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ. Кешене өйҙә осратыуы ауыр булһа йә уның йыш ҡына һөйләшергә ваҡыты булмаһа, Изге Яҙма уны ҡыҙыҡһындырмай, тип уйламағыҙ (1 Кәр. 13:4, 7). Ләкин шуны ла онотмағыҙ: ваҡытты аҡыл менән ҡулланыу мөһим (1 Кәр. 9:26).

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Илс. 10:42; 1 Кәр. 9:22, 23; 2 Кәр 4:1; Ғал. 6:9

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу