МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Домофон һәм видеокамера аша вәғәзләү
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Бөгөн кешеләр, хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын өсөн, өйҙәренә йыш ҡына видеокамералар һәм домофондар ҡуя. Кеше беҙҙе камеранан күреп торғанға, ә беҙ уны күрмәгәнгә, уға вәғәзләүе ауыр булырға мөмкин. Домофон йә камера аша вәғәзләгәндә, үҙебеҙҙе ҡыйыуыраҡ тоторға түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер.
БЫНЫ НИСЕК ЭШЛӘРГӘ?
Ыңғай ҡараш һаҡла. Ысынында, өйҙәренә домофон йә камера ҡуйған күп кенә кеше беҙҙең менән һөйләшергә ҡаршы түгел.
Шуны иҫеңдә тот: һин ишек янына килгәс тә, кеше һине күрә һәм ишетә ала, шулай уҡ ҡайһы бер камералар һин ишек ҡыңғырауына баҫҡанға тиклем үк яҙҙыра башлай.
Домофон йә камера аша һөйләшкәндә, кеше менән йөҙгә-йөҙ һөйләшкән кеүек һөйләш. Йылмай һәм үҙеңде тәбиғи тот. Кеше ишекте асһа, нимә һөйләр инең? Домофон аша ла шуны һөйлә. Камераға бик үк яҡын торма. Берәү ҙә яуап бирмәһә, домофондың тауыш яҙҙырыу функцияһы булһа ла, бер ниндәй ҙә аудио- йә видеохәбәр ҡалдырма.
Һөйләшеп бөткәс, йорт хужаһының һине һаман да күрә һәм ишетә алғанын онотма.