2-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
132-СЕ ЙЫР Беҙ икәү бер тән булдыҡ
Ирҙәр, ҡатындарығыҙға ихтирам күрһәтегеҙ
«Ирҙәр... Уларға [ҡатындарығыҙға] ихтирам күрһәтегеҙ» (1 ПЕТ. 3:7).
ТӨП ФЕКЕР
Ир кеше ҡатынын хөрмәт иткәнен һүҙҙәре һәм эштәре менән нисек күрһәтә ала?
1. Ни өсөн Йәһүә никах ҡоролошон барлыҡҡа килтергән?
ЙӘҺҮӘ — «мөбәрәк Алла» (1 Тим. 1:11). Ул беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Шуға ул беҙгә күп төрлө бүләктәр биргән (Яҡ. 1:17). Уларҙың береһе — ғаилә. Ир менән ҡатын никахҡа ингәндә бер-береһен яратырға һәм хөрмәт итергә ант бирә. Ир менән ҡатын наҙлы мөнәсәбәттәрен һаҡларға тырышһа, ғаилә тормошо уларға күп шатлыҡ килтерә (Ғиб. һүҙ. 5:18).
2. Бөгөн күп кенә ғаиләләр ниндәй хәлдә?
2 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ирле-ҡатынлылар туй көнөндә бер-береһенә биргән антын боҙа. Һөҙөмтәлә улар бәхетһеҙ. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының яңыраҡ сыҡҡан отчеты буйынса, донъяла күп кенә ҡатындар мыҫҡыллауға, физик һәм эмоциональ көс ҡулланыуға дусар. Ҡайһы бер ирҙәр кешеләр араһында ҡатынын хөрмәт иткән булып ҡылана, ә өйҙә уны кәмһетә. Киң таралған тағы бер проблема бар: ир порнография ҡараһа, ҡатын үҙен яратылмаған итеп тоя. Улар бер-береһенән ситләшә, һәм уларҙың мөнәсәбәттәре һыуына.
3. Ни өсөн ҡайһы бер ирҙәр ҡатындары менән насар мөғәмәлә итә?
3 Ни өсөн ҡайһы бер ирҙәр ҡатындары менән насар мөғәмәлә итә? Сәбәптәр төрлө булырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр үҙ ата-әсәһенең тәртибен ҡабатлай: әгәр атаһы әсәһе менән тупаҫ һөйләшһә, балалар быны норма тип һанай. Икенселәренә мәҙәниәт тәьҫир итә. Өйҙә кем хужа икәнен күрһәтер өсөн, ирҙәр үҙ ҡатыны менән үҙен ҡаты тота. Ә кемдер үҙ хистәрен һәм асыуын ҡулда тоторға өйрәнмәгән. Ҡайһы бер ирҙәр порнография ҡарай, һәм был уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ҡарашын боҙа. Улар уйлауынса, ҡатындар ир кешенең енси теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн генә кәрәк. Төрлө ойошмаларҙың хисаптары буйынса, COVID-19 пандемияһы дауамында ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу артҡан. Әлбиттә, был сәбәптәрҙең береһе лә ҡатынды йәберләүҙе аҡламай.
4. Аллаға табынған ирҙәргә нимәнән һаҡланырға кәрәк һәм ни өсөн?
4 Был донъяла ҡатындарға ихтирам күрһәтелмәй. Алла хеҙмәтселәренә бындай ҡараштан һаҡланырға кәрәкa. Ни өсөн? Сөнки уйҙар эштәргә тәьҫир итә. Илсе Пауыл Римдағы имандаштарын: «Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ», — тип киҫәткән (Рим. 12:1, 2). Пауыл үҙ хатын яҙған саҡта Римдағы йыйылышҡа, күрәһең, бер нисә йыл булған. Шулай ҙа Пауылдың һүҙҙәренән күренеүенсә, ҡайһы бер мәсихселәр һаман да тирә-яҡтағы йәмғиәттең һәм йолаларҙың йоғонтоһо аҫтында булған. Бына ни өсөн Пауыл уларҙы уйҙарын һәм тәртибен үҙгәртергә өндәгән. Был кәңәш бөгөн дә ирҙәр өсөн файҙалы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәре был донъяның ҡарашын үҙләштерә. Шул арҡала ҡатындары өйҙә йәберләүгә һәм кәмһетеүгә дусарb. Йәһүә ирҙәрҙең ҡатындары менән нисек мөғәмәлә итеүен көтә? Был һорауға яуапты был мәҡәләнең төп аятынан табырбыҙ.
5. 1 Петер 3:7 буйынса, ир кеше үҙ ҡатыны менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?
5 1 Петер 3:7-не уҡығыҙ. Йәһүә ирҙәргә ҡатындарын хөрмәт итергә ҡуша. Үҙ ҡатынын яратҡан һәм хөрмәт иткән ир был әмергә ҡолаҡ һала. Ир кеше үҙ ҡатынына нисек хөрмәт күрһәтә ала? Был һорауҙы ошо мәҡәләнән белербеҙ. Ләкин тәүҙә Йәһүә күҙендә ниндәй тәртип бөтөнләй яраҡһыҙ икәнен ҡарап сығайыҡ.
ҠАТЫНЫҢА ЗЫЯН КИЛТЕРГӘН НӘМӘЛӘР ЭШЛӘМӘ
6. Ғаиләлә көс ҡулланған ирҙәргә Йәһүә нисек ҡарай? (Колосстарға 3:19).
6 Көс ҡулланыу. Йәһүә көс ҡулланған кешеләрҙе нәфрәт итә (Зәб. 10:5 [11:5, ЯДТ]). Ир кеше үҙен ҡатыны менән шулай тотһа, Йәһүә быны айырыуса күрә алмай (Мал. 2:16; Колосстарға 3:19-ҙы уҡығыҙ). 1 Петер 3:7-лә әйтелгәнсә, ир кеше ҡатыны менән насар мөғәмәлә итһә, үҙенең Алла менән мөнәсәбәттәрен боҙа. Йәһүә хатта уның доғаларын тыңламай башларға мөмкин.
7. Эфестарға 4:31, 32 буйынса, ир кеше ниндәй һөйләшеүҙән һаҡланырға тейеш? («Аңлатманы» ла ҡарағыҙ.)
7 Яман теллелек. Ҡайһы бер ирҙәр ҡатынын кәмһетә һәм уның менән ҡырыҫ һөйләшә. Әммә Йәһүә «ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелектеc» нәфрәт итә. (Эфестарға 4:31, 32-не уҡығыҙ.) Ул барыһын ишетә һәм уның өсөн ир кешенең ҡатыны менән нисек һөйләшеүе, хатта улар үҙҙәре генә булғанда ла, барыбер түгел. Ҡатыны менән тупаҫ һөйләшкән ир үҙ никахын ғына түгел, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен дә боҙа (Яҡ. 1:26).
8. Йәһүәнең порнографияға ҡарашы ниндәй һәм ни өсөн?
8 Порнография ҡарау. Йәһүәнең порнографияға ҡарашы ниндәй? Ул уны нәфрәт итә! Шуға күрә порнография ҡараған ир Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен емерә һәм ҡатынын хөрмәт итмәгәнен күрһәтәd. Йәһүә ир кешенең ҡатынына хатта уйҙарҙа ла тоғро булыуын көтә. «Ҡатын-ҡыҙға енси дәрт менән ҡараусы күңелендә уның менән инде зина ҡылған була», — тип әйткән Ғайса (Матф. 5:28, 29)e.
9. Йәһүә ир кешенең ниндәй тәртибен нәфрәт итә һәм ни өсөн?
9 Ҡатынды хурлаған енси ҡылыҡтар. Ҡайһы бер ирҙәр енси яҡынлыҡ ваҡытында ҡатынының выжданын рәнйеткән ҡылыҡтарға мәжбүр итә. Шул арҡала ҡатын үҙен түбәнһетелгән, бысраҡ, ҡәҙерһеҙ итеп тоя. Ирҙең үҙе тураһында ғына уйлап шундай мәрхәмәтһеҙ эш итеүе Йәһүәнең күңелен әрнетә. Йәһүә ир кешенән үҙ ҡатынын яратыуын, наҙлы итеп ҡайғыртыуын һәм уның хистәрен хөрмәт итеүен көтә (Эфес. 5:28, 29). Мәсихсе үҙ ҡатынын әрнетһә, мәҫәлән, уны туҡмаһа, мыҫҡыллаһа, кәмһетһә йә порнография ҡараһа, нимә эшләргә? Ул үҙенең фекер йөрөтөүен һәм тәртибен нисек үҙгәртә ала?
ИР КЕШЕ НАСАР ТӘРТИБЕНӘН АРЫНА АЛА
10. Ғайса ирҙәр өсөн ҡайһы яҡтан өлгө булып тора?
10 Әгәр ир кеше ҡатынына физик йә эмоциональ зыян килтерһә йә уны кәмһеткән тәртипкә этәрһә, уға үҙгәрергә нимә ярҙам итер? Ғайсаның өлгөһө. Әлбиттә, Ғайсаның ҡатыны булмаған. Ләкин уның үҙ шәкерттәре менән нисек мөғәмәлә итеүе ирҙәр өсөн өлгө булып тора. Уларға ла үҙ ҡатындары менән шулай уҡ мөғәмәлә итергә кәрәк (Эфес. 5:25). Ғайса шәкерттәре менән үҙен нисек тотҡан һәм улар менән нисек һөйләшкән? Әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.
11. Ғайса шәкерттәре менән үҙен нисек тотҡан?
11 Ғайса үҙ илселәренә ҡарата игелекле һәм ихтирамлы булған. Ул бер ҡасан да ҡаты бәғерле һәм талапсан булмаған. Ғайса уларҙың Хужаһы булһа ла, хакимлығынан файҙаланып, уларҙы ҡурҡытмаған һәм кәмһетмәгән. Бының урынына баҫалҡылыҡ менән уларға хеҙмәт иткән (Яхъя 13:12—17). Ул үҙ шәкерттәренә: «Минән өйрәнегеҙ, сөнки мин йыуаш һәм үҙемде кесе итеп тотам, шул саҡта һеҙгә хәл керер», — тигән (Матф. 11:28—30). Иғтибар итегеҙ, Ғайса йыуаш булған. Йыуаш көсһөҙ тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, йыуаш кеше үҙен ҡулда тоторға ярҙам иткән эске көскә эйә. Уны асыуландырғанда, ул тыныс ҡала һәм хистәрен йүгәнләй белә.
12. Ғайса башҡалар менән нисек һөйләшкән?
12 Ғайсаның һүҙҙәре башҡаларҙы йыуатҡан һәм нығытҡан. Ул шәкерттәре менән бер ҡасан да ҡаты итеп һөйләшмәгән (Лука 8:47, 48). Хатта дошмандары уны сығырынан сығарырға маташһа ла, уны мыҫҡыллаһа ла, «ул яуап итеп мыҫҡыл итмәгән» (1 Пет. 2:21—23). Ҡаты итеп яуап бирер урынына, Ғайса ҡайһы ваҡыт өндәшмәҫкә булған (Матф. 27:12—14). Ирҙәр өсөн ниндәй иҫ киткес өлгө!
13. Ир кеше нисек Матфай 19:4—6-лағы һүҙҙәр буйынса йәшәй ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
13 Ғайса ирҙәргә ҡатындарына тоғро булырға ҡушҡан. Ул Атаһының «ир... һәр ваҡыт ҡатыны менән булыр» тигән һүҙҙәрен килтергән. (Матфай 19:4—6-ны уҡығыҙ.) «Һәр ваҡыт булыр» тигән грек телендәге ҡылым һүҙмә-һүҙ «йәбешәсәк» тип тәржемә ителә. Шуға күрә ир менән ҡатын араһындағы яратыу шул тиклем көслө булырға тейеш, әйтерһең дә, улар, бер-береһенә йәбешеп, бер бөтөнгә әйләнгән. Бындай ныҡлы бәйләнеште икеһенә лә зыян килтермәйенсә өҙөп булмай. Ҡатыны менән йылы мөнәсәбәттә булған ир кеше порнографияның бөтә төрҙәрен кире ҡағыр. Ул шунда уҡ күҙҙәрен боҙоҡ нәмәләрҙән ситкә борор (Зәб. 118:37 [119:37, ЯДТ]). Ул, Әйүп кеүек, ҡатындарға тейешһеҙ иғтибар күрһәтмәҫкә үҙенә һүҙ бирер (Әйүп 31:1).
Үҙ ҡатынына тоғро булған ир порнография ҡарамаҫ. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)g
14. Ҡатынын рәнйеткән ир уның менән һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен ҡайтарыр өсөн ниндәй аҙымдар яһарға тейеш?
14 Ҡатынына ҡул күтәргән һәм уны мыҫҡыллаған ир Йәһүә һәм ҡатыны менән мөнәсәбәттәрен ҡайтарыр өсөн бер нисә аҙым яһарға тейеш. Беренсе: ул етди проблеманың бар икәнен таный. Йәһүә уның бөтә эштәрен күрә һәм нимә һөйләгәнен ишетә (Зәб. 43:22 [44:21, ЯДТ]; Вәғ. 12:14; Евр. 4:13). Икенсе: ул ҡатынын бүтән рәнйетмәй һәм үҙ тәртибен үҙгәртә (Ғиб. һүҙ. 28:13). Өсөнсө: ул ҡатынын һәм Йәһүәне рәнйеткәненә үкенә һәм уларҙан ысын күңелдән ғәфү үтенә (Илс. 3:19). Ул Йәһүәнән үҙгәрергә теләк биреүен һәм уйҙарын, һүҙҙәрен, эштәрен контролдә тоторға ярҙам итеүен үтенергә тейеш (Зәб. 50:12—14 [51:10—12, ЯДТ]; 2 Кәр. 10:5; Флп. 2:13). Дүртенсе: ул үҙ доғаларына ярашлы эш итә һәм көс ҡулланыуҙы ла, яман теллелекте лә нәфрәт итергә өйрәнә (Зәб. 96:10 [97:10, ЯДТ]). Бишенсе: ул оҙаҡҡа һуҙмайынса аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорай (Яҡ. 5:14—16). Алтынсы: киләсәктә ундай тәртиптән һаҡланыр өсөн ул план төҙөй. Порнография ҡараған ир кеше лә бөтә был алты аҙымды ҡулланырға тейеш. Йәһүә ирҙең яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ынтылышын мотлаҡ фатихалаясаҡ (Зәб. 36:5 [37:5, ЯДТ]). Әммә ир кешегә, ҡатынын рәнйетмәүҙән тыш, шулай уҡ уны хөрмәт итергә өйрәнергә кәрәк. Бының өсөн ул нимә эшләй ала?
ҠАТЫНЫҢА НИСЕК ХӨРМӘТ КҮРҺӘТӘ АЛАҺЫҢ?
15. Ир нисек итеп ҡатынын яратҡанын күрһәтә ала?
15 Ҡатыныңды ярат. Бәхетле ғаиләләрҙә ҡатыны үҙен ҡәҙерле итеп тойһон өсөн, ире көн һайын нимәлер эшләй (1 Яхъя 3:18). Наҙлы хистәрҙе ябай эштәрҙә лә сағылдырып була. Мәҫәлән, ир ҡатынын ҡулынан алырға йә уны ҡосаҡларға мөмкин. Шулай уҡ уға «һағындым» йә «хәлең нисек?» тигән смс-хәбәрҙәр ебәрә ала. Ваҡыт-ваҡыт ул үҙ хистәрен открыткала йә сәскәләр бүләк итеп белдерә ала. Ир кеше шулай эш итһә, ҡатынын хөрмәт иткәнен күрһәтә һәм никах ҡоролошон нығыта.
16. Ни өсөн ир кеше ҡатынын маҡтарға тейеш?
16 Ҡатыныңды маҡта һәм уға рәхмәтеңде белдер. Ҡатынын ихтирам иткән ир кеше уны ҡәҙерләй һәм был хаҡта әйтә. Мәҫәлән, ул ҡатынына ғаилә өсөн башҡарған эштәре һәм уға ярҙам иткәне өсөн рәхмәтен белдерә (Кол. 3:15). Ир кешенең ихластан әйткән маҡтау һүҙҙәре ҡатынының йөрәген йылыта. Ул үҙен яҡлаулы итеп тоя, сөнки иренең уны яратҡанын һәм ҡәҙерләгәнен белә (Ғиб. һүҙ. 31:28).
17. Ир кеше нисек ҡатынына хөрмәт күрһәтә ала?
17 Ҡатының менән игелекле һәм ихтирамлы бул. Ҡатынын яратҡан ир уны ҡәҙерләй һәм уға Йәһүәнең бүләгенә кеүек ҡарай (Ғиб. һүҙ. 18:22; 31:10). Ул уның менән, шул иҫәптән енси яҡынлыҡ ваҡытында ла, игелекле һәм ихтирамлы итеп мөғәмәлә итә. Ул ҡатынын уңайһыҙландырған, уны түбәнһеткән йә уның намыҫын рәнйеткән енси ҡылыҡтарға мәжбүр итмәйf. Ир кеше лә Йәһүә алдында үҙ намыҫын таҙа килеш һаҡларға тейеш (Илс. 24:16).
18. Ирҙең ҡатынын ихтирам итеүе нимәлә күренер? («Ир кеше ҡатынын хөрмәт итеүен нисек күрһәтә ала? Дүрт кәңәш» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
18 Ирҙәр, шикләнмәгеҙ, Йәһүә ҡатынығыҙҙы хөрмәт итер өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы ҡәҙерләй. Шуға күрә ҡатынығыҙҙы рәнйетмәгеҙ, уның менән наҙлы, игелекле һәм ихтирамлы мөғәмәлә итегеҙ. Шулай итеп һеҙ уны яратҡанығыҙҙы һәм ҡәҙерләгәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Ҡатынығыҙға хөрмәт күрһәтеп, һеҙ тормошоғоҙҙағы иң мөһим мөнәсәбәттәрҙе — Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы һаҡлап ҡала алырһығыҙ (Зәб. 24:14 [25:14, ЯДТ]).
131-СЕ ЙЫР «Икеһе бер тән булырҙар»
a Ирҙәргә «Күҙәтеү манараһы» 2024 йылдың ғинуар айының сығарылышында «Мин ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата Йәһүәнең ҡарашын сағылдыраммы?» тигән мәҡәләне уҡып сығыу файҙалы булыр.
b Ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар булһағыҙ, jw.org сайтында йә JW Library® ҡушымтаһында (КИТАПХАНА > МӘҠӘЛӘЛӘР ЙЫЙЫНТЫҒЫ > ТӨРЛӨ ТЕМАЛАР) «Ғаиләлә көс ҡулланыуҙан зыян күргәндәр өсөн ярҙам» (тат.) тигән мәҡәләне уҡығыҙ.
c АҢЛАТМА. «Яман теллелек» үсекләүҙе, тупаҫ һөйләшеүҙе, тәңкитләүҙе үҙ эсенә ала. Ир кешенең ҡатынын кәмһетер йә рәнйетер өсөн әйткән һүҙҙәре лә яман теллелек булып һанала.
d «Күҙәтеү манараһы» 2013 йылдың август айының сығарылышында «Порнография зыянһыҙ күңел асыумы, әллә ағыумы?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
e Ире порнография ҡараһа, ҡатынына «Күҙәтеү манараһы» 2023 йылдың август айының сығарылышында «Тормош иптәшегеҙ порнография ҡараһа, нимә эшләргә?» тигән мәҡәләне уҡып сығыу файҙалы булыр.
f Ир менән ҡатындың араһындағы енси мөнәсәбәттәр тураһында әйткәндә, Изге Яҙмала нимә яраҡлы, ә нимә яраҡһыҙ икәне әйтелмәй. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ир менән ҡатын Йәһүәгә дан килтерергә, бер-береһен ҡыуандырырға һәм саф выждан һаҡларға теләй. Ғөмүмән алғанда, ир менән ҡатын үҙенең енси мөнәсәбәттәре тураһында башҡаларға һөйләмәй.
g ФОТОҺҮРӘТТӘ. Хеҙмәттәштәре ир ҡәрҙәшебеҙҙе порнографик журналдар ҡарарға саҡыра.