Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 ғинуар 14—19 бб.
  • Ҡарарҙарығыҙ Йәһүәне шатландырһын

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ҡарарҙарығыҙ Йәһүәне шатландырһын
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ФАКТТАРҘЫ ЙЫЙЫУ
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠАРАШЫН БЕЛЕҮ
  • БУЛҒАН ВАРИАНТТАРҘЫ ИҒТИБАР МЕНӘН ТИКШЕРЕҮ
  • ЯҠШЫ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Йәһүә кеүек фекерләргә өйрән
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Шиктәрҙе нисек еңеп сығырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 ғинуар 14—19 бб.

3-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

35-СЕ ЙЫР Мөһимерәк нәмәләрҙе айыра белегеҙ

Ҡарарҙарығыҙ Йәһүәне шатландырһын

«Раббынан ҡурҡыу — аҡылдың башы, мөҡәддәс Алланы белеү — зирәклек!» (ҒИБ. ҺҮҘ. 9:10).

ТӨП ФЕКЕР

Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итә ала?

1. Беҙгә көн һайын нимә эшләргә тура килә?

БЕҘ көн һайын ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре ябай ғына, мәҫәлән, иртәнге ашҡа нимә ашарға, нисәлә йоҡларға ятырға. Башҡалары иһә күпкә етдиерәк. Уларға һаулығыбыҙ, бәхетебеҙ, ғаиләбеҙҙең именлеге һәм Йәһүәгә табыныуыбыҙ бәйле. Ҡарарҙарыбыҙҙың беҙгә лә, яҡындарыбыҙға ла файҙа килтереүен теләйбеҙ. Әммә иң мөһиме, беҙ Йәһүәне ҡыуандырырға тырышабыҙ (Рим. 12:1, 2).

2. Ниндәй аҙымдар яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер?

2 Дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн, беҙгә факттар йыйыу, Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә алыу, булған варианттарҙы тикшереү бик мөһим. Әйҙәгеҙ, был аҙымдарҙы ҡарап сығайыҡ һәм улар беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нисек ярҙам иткәнен беләйек (Ғиб. һүҙ. 2:11).

ФАКТТАРҘЫ ЙЫЙЫУ

3. Ҡарар ҡабул итер алдынан ни өсөн факттар йыйырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

3 Ҡарар ҡабул итер алдынан тәүҙә факттар йыйырға кәрәк. Ни өсөн был мөһим? Күҙ алдына килтерәйек: кеше ауырып киткән һәм табипҡа килгән, ти. Табип уны ҡарамайынса һәм уның хәле тураһында һорашмайынса тейешле дауалау билдәләрме? Әлбиттә, юҡ. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә беҙ шундай уҡ ысул ҡуллана алабыҙ. Беҙгә лә тәүҙә хәлебеҙгә ҡағылышлы бөтә факттарҙы тикшерергә кәрәк. Быны нисек эшләп була?

4. Ғибрәтле һүҙҙәр 18:13-тә әйтелгәнсә, һеҙгә факттар йыйырға нимә ярҙам итер? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

4 Факттар йыйыр өсөн, ғәҙәттә, бер нисә һорау биреү етерлек. Әйтәйек, һеҙҙе бер йәштәр кисәһенә саҡырғандар, ти. Һеҙгә унда барырғамы-юҡмы тигән ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ойоштороусы менән таныш булмаһағыҙ йә унда нимә буласағын белмәһәгеҙ, унан былай тип һорарға була: «Был кисә ҡайҙа һәм ҡасан үтә? Күпме кеше килә? Тәртип өсөн кем яуаплы? Тағы кем саҡырылған? Ниндәй программа була? Был осрашыуҙа иҫерткес эсемлектәр буламы?» Был һорауҙарға яуаптар һеҙгә аҡыллы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:13-тө уҡығыҙ.)

Кисәгә саҡырылған йәш ҡәрҙәштәр телефондарына килгән саҡырыу тураһында уйлана.

Факттар йыйығыҙ — һорауҙар бирегеҙ. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)a


5. Факттар йыйғандан һуң нимә эшләргә кәрәк?

5 Кәрәкле мәғлүмәтте йыйғас, артабан нимә эшләргә? Тулы картинаны күрер өсөн бөтә был факттарҙы бер-береһе менән бәйләргә кәрәк. Мәҫәлән, унда Йәһүә нормаларын хөрмәт итмәгән кешеләрҙең булыуын йә иҫерткес эсемлектәр өсөн бер кем дә яуаплы түгел икәнен белдегеҙ, ти. «Был сара ҡоторонҡо осрашыуға әйләнмәҫме?» — тигән һорау тураһында алдан уйланығыҙ (1 Пет. 4:3). Тағы шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: унда барыр өсөн, беҙгә йыйылыш осрашыуын ҡалдырырға йә инде алдан һөйләшкән хеҙмәттән баш тартырға тура килмәҫме? Тулы картинаны күргәндә, аҡыллы ҡарар ҡабул итеүе еңелерәк. Хәҙер инде һеҙҙең был хәлгә үҙ ҡарашығыҙ бар, әммә икенсе аҙымды яһау — Йәһүәнең был хаҡта нимә уйлағанын белеү мөһим (Ғиб. һүҙ. 2:6).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠАРАШЫН БЕЛЕҮ

6. Яҡуп 1:5 буйынса, ни өсөн беҙгә Йәһүәнән зирәклек һорарға кәрәк?

6 Йәһүәнең был осраҡҡа нисек ҡарағанын аңлар өсөн ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. Алла һеҙгә зирәклек бирергә вәғәҙә иткән. Зирәклек ҡарарығыҙҙың Йәһүәгә оҡшаймы-юҡмы икәнен күрергә ярҙам итер. Уны Йәһүә «барыһына ла шелтәләмәйенсә, мул итеп бирә». (Яҡуб 1:5-те уҡығыҙ.)

7. Йәһүәнең ҡарашын нисек белеп була? Миҫал килтерегеҙ.

7 Доға ҡылғандан һуң Йәһүәнең яуабын тыңлағыҙ. Әйтәйек, һеҙ таныш булмаған ҡалала аҙашҡанһығыҙ һәм урындағы кешенән юл һорайһығыҙ, ти. Ләкин унан яуап алмайынса юлығыҙҙы дауам итерһегеҙме? Әлбиттә, юҡ. Һеҙ уның нимә әйткәнен иғтибар менән тыңларһығыҙ. Шуның кеүек, Йәһүәнән зирәклек һорағандан һуң уның яуабын аңларға тырышығыҙ. Бының өсөн Изге Яҙмалағы ниндәй ҡанундар һәм принциптар һеҙҙең осрағығыҙға тура килгәне хаҡында уйланығыҙ. Мәҫәлән, был кисәгә барырғамы-юҡмы тигән ҡарар ҡабул иткәндә, Изге Яҙманы тикшерегеҙ. Унда ҡоторонҡо кисәләр, насар аралашыу, шулай уҡ Батшалыҡ эштәренә өҫтөнлөк биреү тураһында нимә әйтелгәнен белегеҙ (Матф. 6:33; Рим. 13:13; 1 Кәр. 15:33).

8. Кәрәкле мәғлүмәтте нисек табып була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

8 Ҡай саҡ кәрәкле мәғлүмәтте табыу еңел түгел. Шул саҡта тәжрибәле ҡәрҙәштәр менән кәңәшләшергә була. Бынан тыш, шәхси өйрәнеү үткәрергә кәрәк. Күп файҙалы мәғлүмәт «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәлә» (урыҫ) һәм «Мәсихселәр тормошо өсөн Изге Яҙманан өҙөктәр» (тат.) тигән китапта бар. Маҡсатығыҙ Йәһүәне шатландырған ҡарар ҡабул итеү икәнен иҫтә тотоғоҙ.

Алдағы фотоһүрәттә төшөрөлгән ир ҡәрҙәшебеҙ «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 35-се дәресен уҡып ултыра.

Йәһүәнең ҡарашын белегеҙ. (8-се абзацты ҡарағыҙ.)b


9. Ҡарарыбыҙ Йәһүәне һөйөндөрәсәгенә нисек инанырға? (Эфестарға 5:17).

9 Ҡарарыбыҙ Йәһүәне һөйөндөрәсәгенә нисек инанырға? Иң тәүҙә, беҙгә Аллабыҙҙы яҡшы белергә кәрәк. Изге Яҙмала: «Мөҡәддәс Алланы белеү — зирәклек!» — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 9:10). Эйе, беҙгә Йәһүәнең ниндәй икәнен, уның ниәте нимәлә, ул нимәне ярата, ә нимәне нәфрәт итә икәнен аңларға кәрәк. Шуға күрә үҙегеҙҙән: «Йәһүәне белеүем уны һөйөндөргән ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам итер?» — тип һорағыҙ. (Эфестарға 5:17-не уҡығыҙ.)

10. Ни өсөн Изге Яҙмалағы принциптар ғаилә ҡиммәттәренән һәм урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙән мөһимерәк булырға тейеш?

10 Йәһүәне шатландырыр өсөн, ҡай саҡ туғандарыбыҙҙы күңелһеҙләндерергә тура килә. Миҫал килтерәйек. Ҡайһы бер ата-әсәләр, яҡшы ниәттәрҙән сығып, ҡыҙын бай, әммә рухилығын иғтибарһыҙ ҡалдырған кешегә кейәүгә сығырға мәжбүр итә. Улар, әлбиттә, ҡыҙының мохтажлыҡта йәшәүен теләмәй. Ләкин ҡыҙ үҙенән: «Уға кейәүгә сыҡһам, ул миңә Йәһүә менән дуҫлығымды нығытырға ярҙам итерме?» — тип һорай ала. Йәһүә был хәлгә нисек ҡарай? Яуапты Матфай 6:33-тә табып була. Был аят мәсихселәрҙе Батшалыҡты һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйырға дәртләндерә. Атай-әсәйебеҙҙе һәм башҡаларҙы хөрмәт итһәк тә, беҙҙең өсөн иң мөһиме — Йәһүәнең хуплауын алыу.

БУЛҒАН ВАРИАНТТАРҘЫ ИҒТИБАР МЕНӘН ТИКШЕРЕҮ

11. Булған варианттарҙы иғтибар менән ҡарап сығырға һәм иң яҡшыһын һайларға нимә ярҙам итер? (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:11).

11 Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң һеҙгә булған бөтә варианттарҙы иғтибар менән тикшерергә һәм уларҙың һөҙөмтәләре тураһында уйланырға кәрәк булыр. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:11-ҙе уҡығыҙ.) Ҡайһы саҡта быны эшләү еңел, ә ҡайһы саҡта — юҡ. Ләкин үтә күреүсәнлек һеҙгә иң ауыр осраҡтарҙа ла аҡыллы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер.

12, 13. Эш һайлағанда үтә күреүсәнлек нисек аҡыллы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер?

12 Бындай хәлде күҙ алдына килтерәйек: һеҙ ғаиләгеҙҙе тәьмин итер өсөн эш эҙләйһегеҙ. Һеҙ ике вариантҡа тап булдығыҙ. Шунан һеҙ кәрәкле мәғлүмәт йыйҙығыҙ: эштә буласаҡ вазифаларығыҙҙы, эш ваҡытын, юл ваҡытын һәм башҡа һорауҙарҙы асыҡланығыҙ, ти. Был эштең икеһе лә мәсихселәр өсөн яраҡлы. Һеҙгә, бәлки, варианттарҙың береһе күберәк оҡшайҙыр, сөнки унда эш хаҡы ҙурыраҡ һәм эш тә ҡыҙығыраҡ. Әммә ҡарар ҡабул итер өсөн башҡа яҡтарҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк.

13 Һорауҙар ярҙамында был эштәрҙең һәр береһенә баһа бирегеҙ. «Был эш арҡаһында ҡай саҡ осрашыуҙарҙы ҡалдырырға тура килмәҫме? Ғаиләмдең эмоциональ һәм рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға ваҡытым ҡалырмы?» Шундай һорауҙар һеҙгә аҡсаны түгел, ә «иң яҡшыны» — Йәһүәгә табыныуҙы һәм ғаиләгеҙҙең ихтыяждарын һайларға ярҙам итер (Флп. 1:10). Шул саҡта һеҙ Йәһүә хуплаған ҡарар ҡабул итә алырһығыҙ.

14. Үтә күреүсәнлек һәм яратыу башҡаларҙың иманын нығытырға нисек ярҙам итә?

14 Үтә күреүсәнлек беҙгә башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алырға ярҙам итер. Беҙ бит уларҙың иманын ҡаҡшатырға теләмәйбеҙ (1 Кәр. 10:32). Быны хатта тышҡы ҡиәфәт кеүек шәхси һорауҙарҙа ла иҫәпкә алыу мөһим. Әйтәйек, беҙгә кейемдең билдәле бер стиле йә прическа оҡшайҙыр. Ләкин ҡиәфәтебеҙ имандаштарыбыҙҙы йә башҡа кешеләрҙе уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаҫмы? Үтә күреүсәнлек беҙгә уларҙың хистәрен хөрмәт итергә ярҙам итер. Яратыу беҙҙе тыйнаҡ булырға һәм «үҙеңә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны» эҙләргә этәрер (1 Кәр. 10:23, 24; 1 Тим. 2:9, 10). Шул саҡта ҡарарҙарыбыҙ башҡаларҙы яратыуыбыҙҙы һәм уларҙы хөрмәт итеүебеҙҙе сағылдырыр.

15. Ҡарар ҡабул итер алдынан нимә тураһында уйларға кәрәк?

15 Мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан уның нимәгә килтерәсәге тураһында уйланығыҙ. Ғайса, «тәүҙә ултырып, уның күпмегә төшәсәген» һанарға кәрәк, тип өйрәткән (Лука 14:28). Был ваҡытты, аҡсаны һәм көстө талап итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа туғандар менән кәңәшләшеп, уларҙың һәр береһе үҙ өлөшөн нисек индерә алыуын асыҡларға кәрәк. Был ниндәй файҙа килтерә? Бәлки, һеҙ ҡарарҙы төҙәтерһегеҙ йә бөтөнләй үҙгәртерһегеҙ. Бынан тыш, яҡындарығыҙҙың фекерҙәрен иҫәпкә алһағыҙ, улар һеҙгә булышлыҡ күрһәтергә әҙер булыр (Ғиб. һүҙ. 15:22).

ЯҠШЫ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ

16. Ниндәй аҙымдар һеҙгә яҡшы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер? («Яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

16 Был мәҡәләләге бөтә аҙымдарҙы үтәп, һеҙ яҡшы ҡарар ҡабул итә алырһығыҙ. Һеҙ бөтә факттарҙы йыйҙығыҙ һәм, ҡарарығыҙ Алланы ҡыуандырғанына инаныр өсөн, Изге Яҙмалағы принциптар тураһында уйландығыҙ. Хәҙер һеҙ Йәһүәнән ҡарарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеүен һорай алаһығыҙ.

Яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?

«Йәш ир ҡәрҙәшебеҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам иткән аҙымдар» тигән фотоһүрәттәрҙә: 1) ул лупа аша ҡарай; 2) ул доға ҡыла; өҫтәлдә уның алдында Изге Яҙма һәм планшет ята; 3) ул өҫтәлдә торған үлсәмгә иғтибар менән ҡарай.
  • Факттар йыйыу. Һорауҙар бирегеҙ; һуңынан тулы картинаны күрергә тырышығыҙ (Ғиб. һүҙ. 18:13).

  • Йәһүәнең ҡарашын белеү. Зирәклек һорап доға ҡылығыҙ һәм Изге Яҙмалағы принциптар өҫтөндә уйланығыҙ (Эфес. 5:17; Яҡ. 1:5).

  • Булған варианттарҙы иғтибар менән тикшереү. Ҡарарығыҙ һеҙгә һәм башҡаларға нисек тәьҫир итеүе хаҡында һәм уның нимәгә төшөсәге тураһында уйланығыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:11; Флп. 1:10).

17. Уңышлы ҡарарҙарҙың сере нимәлә?

17 Үткәндә күп яҡшы ҡарарҙар ҡабул итһәк тә, уңышҡа белем менән тәжрибә түгел, ә Йәһүәнең зирәклеге килтергәнен онотмағыҙ. Алла ғына һеҙгә белем, аңлау һәләте һәм үтә күреүсәнлек бирә ала. Тап был сифаттар ысын зирәклекте тәшкил итә (Ғиб. һүҙ. 2:1—5). Йәһүә һеҙгә ул хуплаған ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер (Зәб. 22:2, 3 [23:2, 3, ЯДТ]).

АҪТА КИЛТЕРЕЛГӘН АЯТТАР НИСЕК ЯҠШЫ ҠАРАР ҠАБУЛ ИТЕРГӘ ЯРҘАМ ИТӘ?

  • Ғибрәтле һүҙҙәр 18:13

  • Эфестарға 5:17

  • Ғибрәтле һүҙҙәр 2:11

28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

a ФОТОҺҮРӘТТӘ. Йәш ҡәрҙәштәр телефонға килгән саҡырыу тураһында аралаша.

b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Шул ҡәрҙәштәрҙең береһе йәштәр кисәһенә барырғамы-юҡмы тигән ҡарар ҡабул итер алдынан өйрәнеү үткәрә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу