Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 ғинуар 20—25 бб.
  • Йолом беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йолом беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙОЛОМ ЙӘҺҮӘ ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?
  • ЙОЛОМ ҒАЙСА ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?
  • БЕЛЕМЕГЕҘҘЕ АРТАБАН ДА АРТТЫРЫҒЫҘ
  • Йәһүәнең яратыуы мул фатихалар яуҙыра
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Һеҙ йылдың иң мөһим көнөнә әҙерме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йолом — Алланың иң бөйөк бүләге
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Йәһүә һеҙҙе наҙлы итеп ярата
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 ғинуар 20—25 бб.

4-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ

Йолом беҙҙе нимәгә өйрәтә?

«Алла беҙгә яратыуын бына нисек күрһәтте: донъяға үҙенең берҙән-бер Улын ебәрҙе» (1 ЯХЪЯ 4:9).

ТӨП ФЕКЕР

Йолом Йәһүәнең һәм Ғайсаның ниндәй иҫ киткес сифаттарын асыҡлай?

1. Ни өсөн йыл һайын Ғайса Мәсихтең иҫкә алыу кисәһендә булыу мөһим?

ЙӘҺҮӘ беҙгә бик ҡиммәтле бүләк — йолом биргән (2 Кәр. 9:15). Был йолом ярҙамында беҙ Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡта була алабыҙ. Шулай уҡ беҙҙең мәңгелек тормошҡа өмөтөбөҙ бар. Йәһүә беҙҙе бик ныҡ яратҡанға йолом түләгән (Рим. 5:8). Йәһүәнең һәм уның Улының беҙҙең өсөн башҡарған эштәренә ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарамаҫ өсөн һәм рәхмәт хистәребеҙ һыуынмаһын өсөн, Ғайса йыл һайын уның үлемен иҫкә алырға ҡушҡан (Лука 22:19, 20).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Быйыл 2025 йылда Иҫкә алыу кисәһе шәмбе көн 12 апрелдә үтәсәк. Әлбиттә, бөтәбеҙ ҙә был Кисәлә булырға ниәтләйбеҙ. Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе алдынан йә унан һуң Йәһүәнең һәм уның Улының беҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында уйланыуa яҡшы булыр ине. Был мәҡәләнән йоломдоң Йәһүә һәм Ғайса тураһында нимә асыҡлағанын белербеҙ. Ә киләһе мәҡәләлә йолом беҙгә ниндәй фатихалар килтергәне һәм уны ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп булғаны тураһында һөйләшербеҙ.

ЙОЛОМ ЙӘҺҮӘ ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?

3. Бер кешенең үлеме нисек миллионлаған кешене гонаһ менән үлемдән ҡотҡара алған? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

3 Йолом Йәһүәнең ғәҙел булыуын асыҡлай (Ҡан. 32:4). Әҙәм Алланы тыңламағанға, гонаһлы булып киткән һәм үлгән. Уның тоҡомдары булараҡ, беҙ гонаһты унан мираҫ итеп алғанбыҙ, шуға үләбеҙ (Рим. 5:12). Беҙҙе гонаһ менән үлемдән азат итер өсөн, Йәһүә ергә Ғайсаны ебәргән. Әммә бер кешенең үлеме нисек миллионлаған кешене ҡотҡара алған? Илсе Пауыл былай тип аңлата: «Берәүҙең [Әҙәмдең] тыңлауһыҙлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булғандай, бер Кешенең [Ғайсаның] тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана» (Рим. 5:19; 1 Тим. 2:6). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, бер камил кеше Алланы тыңламағанға, беҙ гонаһ менән үлем ҡоллоғона эләктек. Тимәк, беҙҙе азат итер өсөн, башҡа камил кеше Аллаға тыңлаусан булып ҡалырға тейеш булған.

Рәсемдәрҙә: 1) алғы планда Әҙәм һүрәтләнгән; артҡы планда кешеләр мәйет күтәреп китеп бара; 2) алғы планда Ғайса Мәсих төшөрөлгән; артҡы планда төрлө ваҡытта йәшәгән, төрлө йәштәге һәм милләттәге кешеләр төшөрөлгән.

Бер кеше беҙҙе гонаһ менән үлем ҡоллоғона һатҡан, башҡа бер кеше беҙҙе был ҡоллоҡтан азат иткән. (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)


4. Ни өсөн Йәһүә Әҙәмдең тыңлаусан тоҡомдарына мәңге йәшәргә рөхсәт итмәгән?

4 Беҙҙе ҡотҡарыр өсөн Ғайса үлергә тейеш булғанмы? Ни өсөн Йәһүә Әҙәмдең тыңлаусан тоҡомдарына мәңге йәшәргә рөхсәт итмәгән? Кешеләр был ҡарарҙы яҡшы тип табыр ине. Ләкин был Йәһүәнең ғәҙеллегенә тура килмәй. Шул саҡта Йәһүәгә Әҙәмдең гонаһына күҙ йоморға тура килер ине. Әммә Йәһүә бер ҡасан да улай эшләмәй.

5. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең һәр ваҡыт ғәҙел эш итәсәгенә ышана алабыҙ?

5 Әгәр Йәһүә йолом түләмәһә һәм, үҙенең ғәҙел нормаларына ҡул һелтәп, Әҙәмдең камил булмаған улдарына һәм ҡыҙҙарына мәңге йәшәргә рөхсәт итһә, нимә булыр ине? Шул саҡта кешеләр Аллаға ышанысын юғалтыр ине һәм, Алла артабан да ғәҙел эш итерме, үҙ вәғәҙәләрен үтәрме, тип шикләнә башлар ине. Беҙгә был хаҡта борсолаһы юҡ, сөнки Йәһүә, уға еңел булмаһа ла, ғәҙел эш иткән: үҙенең яратҡан Улын ҡорбанға килтергән. Бына ни өсөн беҙ Алланың һәр ваҡыт ғәҙел эш итәсәгенә тулыһынса ышана алабыҙ.

6. Йәһүәне йолом түләргә, ғәҙеллектән тыш, тағы нимә этәргән? (1 Яхъя 4:9, 10).

6 Эйе, йолом Йәһүәнең ғәҙел булыуын аңларға ғына түгел, шулай уҡ Алланың мөхәббәтен тағы ла яҡшыраҡ күрергә ярҙам итә (Яхъя 3:16; 1 Яхъя 4:9, 10-ды уҡығыҙ). Йәһүә беҙҙең мәңге йәшәүебеҙҙе һәм уның ғаиләһенең ағзалары булып китеүебеҙҙе теләй. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Әҙәм гонаһ ҡылғас, Йәһүә уны үҙ ғаиләһенән ҡыуып сығарған. Шуға күрә бер кеше лә Йәһүәнең ғаиләһендә тыумай. Ләкин йолом нигеҙендә Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисерә. Һөҙөмтәлә Аллаға ышанған һәм уға тыңлаусан булған бөтә кешеләр уның улдары һәм ҡыҙҙары булып китә ала. Беҙ инде бөгөн үк Йәһүә һәм ҡәрҙәштәребеҙ менән йылы мөнәсәбәттәр үҫтерә алабыҙ. Йәһүә беҙҙе бигерәк ныҡ ярата! (Рим. 5:10, 11).

7. Йолом Йәһүәнең яратыуы тураһында нимәне асыҡлай?

7 Улының ғазаптарына һәм үлеменә юл ҡуйыуы Йәһүәнең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Шайтан, ауырлыҡтар менән осрашҡанда бер кем дә Аллаға тоғро ҡалмаҫ, тип кешеләрҙе ғәйепләгән. Быны кире ҡағыр өсөн, Йәһүә Улын язалап үлтерергә рөхсәт иткән (Әйүп 2:1—5; 1 Пет. 2:21). Йәһүә кешеләрҙең Ғайсаны мыҫҡыллағанын күргән. Ғәскәриҙәр уны ҡамсылағандан һуң бағанаға ҡаҙаҡлаған һәм ыҙаланып үлергә ҡалдырған (Матф. 27:28—31, 39). Йәһүә теләгән ваҡытта уның ғазаптарын бөтөрә алған. Мәҫәлән, кешеләр: «Әгәр Алла уға ярҙам итергә теләһә, ҡотҡарһын уны хәҙер!» — тип әйткән саҡта Йәһүә тап шулай эшләй алған да (Матф. 27:42, 43). Шул саҡта йолом түләнмәҫ ине һәм беҙҙең өмөтөбөҙ булмаҫ ине. Шуға Йәһүә Улының һуңғы һулышына тиклем яфаланыуына юл ҡуйған.

8. Улының ғазапланыуын күргәндә Йәһүәнең әрнеү кисергәнен ҡайҙан беләбеҙ? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

8 Йәһүә Сикһеҙ ҡөҙрәтле булғас, ул хистәргә эйә түгел, тип уйлау дөрөҫ түгел. Аллаға оҡшаш итеп барлыҡҡа килтерелгәнгә, беҙҙең хистәребеҙ бар. Тимәк, уның да хистәре бар. Изге Яҙмала, кешеләр Алланы «көйҙөрҙөләр» һәм уны «рәнйеттеләр», тип әйтелә (Зәб. 77:40, 41 [78:40, 41, ЯДТ]). Ибраһимдың һәм Исхаҡтың тормошонда булған бер осраҡҡа иғтибар итәйек. Алла Ибраһимға берҙән-бер улын ҡорбанға килтерергә ҡушҡан (Баш. 22:9—12; Евр. 11:17—19). Улы Исхаҡты бысаҡ ҡаҙап үлтерергә йыйынғанда Ибраһимдың йөрәге өҙгөләнгәндер. Ә Йәһүәгә аяуһыҙ кешеләрҙең Ғайсаны үлтергәнен күҙәтеү бигерәк тә ауыр булған! (jw.org сайтында «Имандарын өлгө итеп алығыҙ. Ибраһим (2-се өлөш)» тигән видеояҙманы (урыҫ) ҡарағыҙ.)

Бағанаға ҡаҙаҡланған Ғайса.

Улының ғазапланыуын күреү Йәһүәне әрнеткән. (8-се абзацты ҡарағыҙ.)


9. Римдарға 8:32, 38, 39-ҙан Йәһүәнең яратыуы тураһында нимә белеп була?

9 Йолом бына нимәне дәлилләй: бер кем дә — туғандарыбыҙ ҙа, яҡын дуҫтарыбыҙ ҙа — беҙҙе Йәһүә кеүек яратмай. (Римдарға 8:32, 38, 39-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүә беҙҙе үҙебеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата. Һеҙ мәңге йәшәргә теләйһегеҙме? Йәһүә быны нығыраҡ та теләй. Гонаһтарығыҙҙың кисерелеүен теләйһегеҙме? Йәһүә быны бигерәк тә теләй. Ул беҙҙән, бары тик был бүләкте ҡабул итеп, иман сағылдырыуыбыҙҙы һәм тыңлаусан булыуыбыҙҙы көтә. Йолом түләп, Йәһүә беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын күрһәткән. Ә яңы донъяла уның яратыуын беҙ тағы ла яҡшыраҡ күрербеҙ (Вәғ. 3:11).

ЙОЛОМ ҒАЙСА ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?

10. а) Үлеме алдынан Ғайса ни өсөн борсолған? б) Ғайса нисек Атаһының исемен яҡлаған? («Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, Ғайса Атаһының исемен яҡлаған» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

10 Ғайса Атаһының абруйы хаҡында ҡайғыртҡан (Яхъя 14:31). Ғайса Атаһының исеме хаҡында ныҡ борсолған, сөнки уны көфөр һөйләүҙә һәм фетнәгә өндәүҙә ғәйепләп үлтерергә тейеш булғандар. Шуға ул: «Атай, мөмкин булһа, был каса мине ситләтеп үтһен ине», — тип доға ҡылған (Матф. 26:39). Үлеменә тиклем Йәһүәгә тоғро ҡалып, ул Атаһының исемен яҡлаған.


Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, Ғайса Атаһының исемен яҡлаған

Үлеменә тиклем тоғро ҡалып, Ғайса Шайтандың, кешеләр ауырлыҡтар менән осрашһа, Алланан баш тарта, тигән фекеренең ялған булыуын күрһәткән (Әйүп 2:4, 5). Шулай уҡ Ғайса Әҙәмдең, теләһә, Аллаға тоғро булып ҡала алыуын күрһәткән. Уның раҫлауынса, Йәһүә Әҙәмде кәмселекһеҙ итеп барлыҡҡа килтергән. Шулай итеп Әҙәмдең гонаһ ҡылыуында Йәһүә түгел, тик ул үҙе генә ғәйепле булған.

Ғайса Гитсиман баҡсаһында ҡайнар доға ҡыла.

Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, Ғайса Атаһын яратҡанын күрһәткән. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, ул Ғайса Атаһын яратҡанын күрһәткән. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)


11. Ғайсаның кешеләргә ҡарата тәрән яратыуы нимәлә күренгән? (Яхъя 13:1).

11 Йолом шулай уҡ Ғайсаның кешеләрҙе, айырыуса шәкерттәрен, ныҡ яратҡанын дәлилләй (Ғиб. һүҙ. 8:31; Яхъя 13:1-ҙе уҡығыҙ). Ғайса ерҙәге хеҙмәтенең ауыр буласағын белгән. Мәҫәлән, уны ғазаплы үлем көткән. Шулай ҙа ул үҙенә тапшырылған хеҙмәтте кәрәк булғанға ғына үтәмәгән. Ғайса бөтә күңелен һалып вәғәзләгән, шәкерттәр әҙерләгән һәм башҡаларға ярҙам иткән. Үләсәк көндө ул илселәренең аяғын йыуырға, уларға күп игелекле һүҙҙәр әйтергә һәм күрһәтмәләр бирергә ваҡыт тапҡан (Яхъя 13:12—15). Хатта бағанала яфаланған сағында Ғайса янында аҫылынып торған енәйәтсегә өмөт биргән һәм Яхъяға әсәһе Мәрйәм хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан (Лука 23:42, 43; Яхъя 19:26, 27). Ғайсаның кешеләргә ҡарата тәрән яратыуы улар өсөн үлеүендә генә түгел, ә ерҙә йәшәгәндә улар менән нисек мөғәмәлә итеүендә күренгән.

12. Ниндәй мәғәнәлә Ғайса беҙҙең өсөн ҡорбандарға барыуын дауам итә?

12 Ғайса «бер тапҡыр һәм мәңгегә» үлһә лә, артабан да беҙҙең өсөн ҡорбандарға бара (Рим. 6:10). Ниндәй мәғәнәлә? Кешеләр йоломдан файҙаланһын өсөн, ул быға күп ваҡытын һәм көсөн бағышлай. Бөгөн ул Батша, Баш рухани һәм йыйылыштың башы булып хеҙмәт итә (1 Кәр. 15:25; Эфес. 5:23; Евр. 2:17). Ул майланғандарҙың һәм бихисап күп халыҡтың йыйылыуы өсөн яуаплы. Был эш бөйөк афәт бөткәнгә тиклем әле тамамланасаҡ (Матф. 25:32; Марк 13:27)b. Ғайса шулай уҡ Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре был һуңғы көндәрҙә рухи ризыҡ алһын өсөн хәстәрләй (Матф. 24:45). Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында ул беҙҙең хаҡта артабан да ҡайғыртасаҡ. Эйе, Йәһүә беҙгә үҙенең Улын ысын мәғәнәлә биргән!

БЕЛЕМЕГЕҘҘЕ АРТАБАН ДА АРТТЫРЫҒЫҘ

13. Алланың һәм Мәсихтең мөхәббәте тураһында күберәк белергә нимә ярҙам итер?

13 Йәһүәнең һәм Ғайса Мәсихтең беҙҙең өсөн нимә эшләгәндәре хаҡында уйланыу уларҙың мөхәббәте тураһында күберәк белергә дәртләндерер. Мәҫәлән, быйыл Кисәгә тиклем һәм унан һуң Һөйөнөслө хәбәр китаптарының бер-икеһен иғтибар менән уҡып сыға алаһығыҙ. Бер юлы күп бүлектәр уҡырға тырышмағыҙ. Ашыҡмайынса ғына уҡығыҙ һәм Йәһүә менән Ғайсаны яратыр өсөн тағы ла күберәк сәбәптәр табырға маҡсат ҡуйығыҙ. Белгәндәрегеҙҙе башҡаларға һөйләгеҙ.

14. Зәбур 118:97-лә әйтелгәнсә, өйрәнеү нисек йолом һәм башҡа темалар тураһында күберәк белергә ярҙам итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Күп йылдар элек һыуға сумдырылһағыҙ, Алланың ғәҙеллеге, мөхәббәте һәм йолом тураһында инде күпте беләм һәм үҙем өсөн яңы мәғлүмәт таба алмам, тип уйлауығыҙ бар. Ләкин был һәм башҡа темаларҙы мәңге өйрәнергә була. Баҫмаларыбыҙға күҙ һалырға кәңәш итәбеҙ. Һеҙ унда ҡиммәтле күп мәғлүмәт табырһығыҙ. Изге Яҙманы уҡығанда аңлашылмаған аят осраһа, уны тикшерегеҙ. Шунан һуң тапҡан фекерҙәрегеҙ хаҡында, Йәһүә, Ғайса һәм уларҙың яратыуы тураһында көн оҙононда уйланығыҙ. (Зәбур 118:97-не уҡығыҙ [119:97, ЯДТ].)

Оло йәштәге ир ҡәрҙәш шәхси өйрәнеү үткәрә; уның алдында планшет, Изге Яҙма һәм дәфтәр ята. Ул Изге Яҙманың «Яңы донъя» тәржемәһендә «Ғайсаның ерҙә йәшәгән һуңғы аҙнаһы (2-се өлөшө)» тигән ҡушымтаһын һәм «Ғайса — юл, хәҡиҡәт һәм тормош» тигән китаптың 129-сы бүлеген өйрәнә.

Күп йылдар элек һыуға сумдырылһаҡ та, йолом тураһында барыһын беләбеҙ тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Был теманы өйрәнеп, беҙ Йәһүәнең һәм Ғайсаның башҡарған эштәрен тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ. (14-се абзацты ҡарағыҙ.)


15. Ни өсөн Изге Яҙмала йәшерелгән ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙе бирешмәйенсә эҙләргә кәрәк?

15 Изге Яҙманы уҡығанда һәм өйрәнгәндә һәр ваҡыт яңы һәм ҡыҙыҡлы фекерҙәр таба алмаһағыҙ, бойоҡмағыҙ. Һеҙ ниндәйҙер мәғәнәлә алтын эҙләүсегә оҡшаш: ул күп сәғәттәр һәм көндәр сарыф итергә, әммә бер нәмә лә тапмаҫҡа мөмкин. Ләкин ул бирешмәй һәм алтындың иң бәләкәй бөртөгөн тапһа ла, шатлана. Ә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр күпкә ҡиммәтерәк! (Зәб. 118:127 [119:127, ЯДТ]; Ғиб. һүҙ. 8:10). Шуға түҙемле булығыҙ, Изге Яҙманы уҡыуығыҙҙы дауам итегеҙ һәм унда йәшерелгән ынйыларҙы эҙләгеҙ (Зәб. 1:2).

16. Йәһүәнән һәм Ғайсанан ниндәй өлгө ала алабыҙ?

16 Изге Яҙманан алған белемдәрҙе ҡулланырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, Йәһүәгә оҡшарға тырышып, башҡалар менән ғәҙел мөғәмәлә итегеҙ һәм уларға бер тигеҙ ҡарағыҙ. Ғайсанан өлгө алығыҙ — күктәге Атағыҙҙы һәм кешеләрҙе яратығыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең исеме хаҡына һәм башҡалар хаҡына ҡорбандарға барырға әҙер булығыҙ. Кешеләргә Йәһүәнең улар өсөн нимә эшләгәне тураһында һөйләгеҙ һәм йоломға ышанырға ярҙам итегеҙ.

17. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

17 Йолом тураһында күберәк белгән һайын һәм уны ҡәҙерләгән һайын, беҙ Йәһүәне һәм уның Улын тағы ла нығыраҡ яратырбыҙ. Яуап итеп, улар ҙа беҙҙе нығыраҡ ярата башлар (Яхъя 14:21; Яҡ. 4:8). Шуға, әйҙәгеҙ, Изге Яҙманы һәм Алла ойошмаһы биргән бөтә материалдарҙы ҡулланып, йолом тураһында күберәк беләйек. Киләһе мәҡәләлә йолом ярҙамында ниндәй фатихаларға эйә булғаныбыҙ хаҡында һәм Йәһүәнең мөхәббәтен ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп булғаны тураһында һөйләшербеҙ.

ЙОЛОМ БЕҘҘЕ НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ...

  • Йәһүәнең ғәҙеллеге тураһында?

  • Йәһүәнең яратыуы тураһында?

  • Ғайсаның яратыуы тураһында?

107-СЕ ЙЫР Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә

a АҢЛАТМА. «Уйланыу» ниндәйҙер һорауҙы яҡшыраҡ аңлар өсөн бөтә иғтибарҙы уға туплауҙы һәм уның хаҡында уйлауҙы аңлата.

b Пауыл Эфестарға 1:10-да «күктәрҙә... булғандарҙы» йыйыу тураһында әйткән. Был йыйыу Ғайса Матфай 24:31-ҙә һәм Марк 13:27-лә әйтеп киткән «һайлап алынғандарҙы» йыйыуҙан айырылып тора. Пауыл, Йәһүәнең күктә идара итәсәк кешеләрҙе һайлап, уларҙы изге рух менән майлағанын күҙ уңында тотҡан. Ә Ғайса ерҙә ҡалған майланғандарҙың бөйөк афәт бөткәнгә тиклем күктә йыйыласаҡ ваҡыт тураһында һөйләгән.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу