5-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
108-СЕ ЙЫР Алланың тоғро мөхәббәте
Йәһүәнең яратыуы мул фатихалар яуҙыра
«Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде» (1 ТИМ. 1:15).
ТӨП ФЕКЕР
Йолом ярҙамында беҙ ниндәй фатихаларға эйә һәм Йәһүәнең мөхәббәтен ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?
1. Беҙ Йәһүәне нисек шатландыра алабыҙ?
ӘЙТӘЙЕК, һеҙ яҡын дуҫығыҙға бик матур һәм файҙалы бүләк бирҙегеҙ, ә ул уны шкафҡа һалған да онотҡан, ти. Моғайын, был һеҙҙе күңелһеҙләндерер ине. Йә, киреһенсә, дуҫығыҙҙың был бүләк өсөн рәхмәтле булыуын һәм уны ҡулланғанын күрһәгеҙ, ҡыуанырһығыҙ. Был миҫал нимәне күрһәтә? Йәһүә лә беҙгә бүләк — үҙенең ҡәҙерле Улын биргән. Әгәр беҙ уның бүләген һәм яратыуын ҡәҙерләһәк, ул шатлана! (Яхъя 3:16; Рим. 5:7, 8).
2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
2 Ләкин ваҡыт уҙыу менән йоломдо ҡәҙерләмәй башлауыбыҙ һәм уға ғәҙәти нәмәгә кеүек ҡарауыбыҙ бар. Был Алланың ҡиммәтле бүләген шкафҡа йәшереп ҡуйыуға тиң. Тәүҙә беҙ был бүләккә ҡыуандыҡ, әммә һуңынан уның тураһында онотоуыбыҙ бар. Рәхмәт хистәребеҙ һыуынмаһын өсөн нимә эшләргә? Алланың һәм Мәсихтең беҙҙең өсөн нимә эшләгәнен һәр ваҡыт иҫебеҙгә төшөрөп торорға кәрәк. Был мәҡәләлә йолом ярҙамында инде бөгөн ниндәй фатихаларға эйә булыуыбыҙҙы һәм киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ айырыуса Кисә осоронда Йәһүәгә мөхәббәте өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп булғаны тураһында һөйләшербеҙ.
БӨГӨНГӨ ФАТИХАЛАР
3. Йолом ҡорбаны нигеҙендә беҙ ниндәй фатихаға эйә?
3 Йолом ҡорбаны бөгөн беҙгә күп фатихалар бирә. Мәҫәлән, йолом нигеҙендә Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисерә. Тейеш булмаһа ла, ул быны эшләргә бик теләй. Рәхмәт йөҙөнән мәҙхиә йырлаусы: «Һин игелекле, ғәфү итергә әҙерһең, бөйөк Хаким», — тип йырлаған (Зәб. 85:5; 102:3, 10—13 [86:5; 103:3, 10—13, ЯДТ]).
4. Йәһүә йоломдо кем өсөн түләгән? (Лука 5:32; 1 Тимәтигә 1:15).
4 Ҡайһы берәүҙәр, Йәһүәнең кисереүенә лайыҡ түгелмен, тип уйлай. Ысынында быға бер кеше лә лайыҡ түгел. Илсе Пауыл да быны аңлаған. Ул: «Илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым», — тигән (1 Кәр. 15:9, 10). Гонаһтарыбыҙҙа тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе ғәфү итә. Ни өсөн? Беҙ быға лайыҡ булғанға түгел, ә ул беҙҙе яратҡанға. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе булдыҡһыҙ тип һанаһағыҙ, онотмағыҙ: Йәһүә йоломдо камил кешеләр өсөн түгел, ә тәүбә иткән гонаһлы кешеләр өсөн түләгән. (Лука 5:32; 1 Тимәтигә 1:15-те уҡығыҙ.)
5. Берәйһе, Йәһүә мине кисерергә тейеш, тип әйтә аламы? Аңлатығыҙ.
5 Бер кем дә: «Мин Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итәм, шуға уның кисереүенә лайыҡмын», — тип уйларға тейеш түгел. Әлбиттә, Йәһүә уның өсөн башҡарған бөтә эштәребеҙҙе бик ҡәҙерләй (Евр. 6:10). Әммә йолом хеҙмәтебеҙ өсөн түләү түгел, ә Алланың йомарт бүләге. Әгәр беҙ, мин хеҙмәтем менән Алланың мәрхәмәтен ҡаҙандым тиһәк, асылда беҙ, йолом беҙгә кәрәк түгел һәм Мәсих бушҡа үлгән, тип әйтәбеҙ. (Ғалаттарға 2:21 менән сағыштырығыҙ.)
6. Ни өсөн Пауыл Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә күп көс бағышлаған?
6 Пауыл бер ниндәй эштәр менән дә Йәһүәнең кисереүенә лайыҡ була алмағанын белгән. Улай булғас, ни өсөн ул хеҙмәткә шул тиклем күп көс бағышлаған? Ул быны Йәһүәнең кисереүенә лайыҡ булыуын күрһәтер өсөн түгел, ә уға бик рәхмәтле булыуын күрһәтер өсөн эшләгән (Эфес. 3:7). Беҙ ҙә Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итәбеҙ. Беҙ быны унан нимәлер алырға теләгәнгә түгел, ә уның шәфҡәтлегенә рәхмәтле булғанға эшләйбеҙ.
7. Йолом ярҙамында беҙ тағы нимәгә эйә? (Римдарға 5:1; Яҡуп 2:23).
7 Йолом ярҙамында беҙ инде бөгөн Йәһүәнең яҡын дуҫы була алабыҙa. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, гонаһ арҡаһында бер кем дә Йәһүәнең дуҫы булып тыумай. Әммә йолом беҙгә Алла менән «татыулыҡта» булырға һәм уға яҡынлашырға мөмкинлек бирә. (Римдарға 5:1; Яҡуп 2:23-тө уҡығыҙ.)
8. Ни өсөн беҙгә Йәһүәгә доға ҡылыу мөмкинлеген ҡәҙерләргә кәрәк?
8 Йәһүәнең дуҫтары эйә булған фатихаларҙың береһен генә ҡарап сығайыҡ. Был Аллаға доға ҡылыу мөмкинлеге. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең бергә, мәҫәлән, йыйылыш осрашыуҙарында әйткән доғаларын ғына түгел, ә һәр хеҙмәтсеһенең доғаһын да тыңлай. Доға беҙҙең уйҙарыбыҙҙы һәм йөрәгебеҙҙе тынысландыра. Ләкин был доға ҡылыуҙың төп сәбәбе түгел. Алла менән һөйләшкәндә беҙ уға яҡынлашабыҙ (Зәб. 64:3 [65:2, ЯДТ]; Яҡ. 4:8; 1 Яхъя 5:14). Ерҙә йәшәгәндә Ғайса йыш доға ҡылған. Ул Йәһүәнең уның доғаларын тыңлағанын һәм доғаларҙың Атаһы менән дуҫлығын нығытҡанын белгән (Лука 5:16). Мәсихтең йолом ҡорбаны ярҙамында беҙ ҙә Ғаләмде Барлыҡҡа килтереүсе менән дуҫ була алабыҙ, хатта уның менән һөйләшә алабыҙ. Беҙ быны бик ҡәҙерләйбеҙ!
КИЛӘСӘКТӘГЕ ФАТИХАЛАР
9. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре өсөн ниндәй киләсәк әҙерләгән?
9 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре өсөн ниндәй киләсәк әҙерләгән? Улар мәңгелек тормош аласаҡ. Күптәр был мөмкин түгел тип уйлай, сөнки кешеләр меңәрләгән йыл дауамында үлә. Ләкин Йәһүә ниәтләгәнсә, кешеләр мәңге йәшәргә тейеш булған. Әҙәм гонаһ ҡылмаған булһа, ундай тормош кешеләр өсөн ғәжәйеп түгел, ә тәбиғи булыр ине. Хәҙер мәңгелек тормош ышанмаҫлыҡ булып күренһә лә, беҙ уға ышанабыҙ. Йәһүә бының өсөн бик ҙур хаҡ түләгән: яратҡан Улының ғүмерен биргән (Рим. 8:32).
10. Майланғандарҙы һәм бүтән һарыҡтарҙы ниндәй киләсәк көтә?
10 Мәңгелек тормош әле киләсәктә булһа ла, Йәһүә беҙҙең инде бөгөн үк уға әҙерләнеүебеҙҙе теләй. Майланғандар күктә Мәсих менән бергә идара итәсәк һәм улар күп эш башҡарасаҡ (Асыл. 20:6). Ә бүтән һарыҡтар ерҙә — ғазаптар, ҡайғы, ауыртыу булмаған ожмахта йәшәйәсәк (Асыл. 21:3, 4). Әгәр һеҙ бүтән һарыҡтар иҫәбенән булһағыҙ, ерҙәге мәңгелек тормош майланғандар алған күктәге тормошҡа ҡарағанда кәмерәк бүләк, тип уйламағыҙ. Йәһүә бит кешене тап шуның өсөн барлыҡҡа килтергән. Шуға күрә ерҙәге тормош һеҙгә бөтмәҫ бәхет килтерәсәк.
11, 12. Яңы донъя ниндәй фатихалар килтерер? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
11 Ерҙәге ожмахта йәшәүҙе күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Һеҙ бер ҡасан да, ауырып китермен йә үлермен, тип ҡурҡмаҫһығыҙ (Ишағ. 25:8; 33:24). Йәһүә бөтә яҡшы теләктәрегеҙҙе үтәр. Һеҙ нимә менән шөғөлләнергә хыялланаһығыҙ? Алланың ижади эштәре тураһында күберәк белергәме? Һүрәт төшөрөргә йә музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергәме? Ә, бәлки, физика, химия, математика кеүек фәндәрҙе тәрәнерәк тикшерергә теләрһегеҙ. Һис шикһеҙ, ожмахта архитекторҙарға, төҙөүселәргә һәм игенселәргә ҙур ихтыяж булыр. Ләкин башҡа эштәр ҙә күп булыр. Мәҫәлән, ризыҡ бешерергә, ҡоралдар яһарға, баҡсалар үҫтерергә кәрәк булыр (Ишағ. 35:1; 65:21). Тормошобоҙ мәңге булғанға, ниндәй генә оҫталыҡтарға өйрәнергә теләһәк тә, быға ваҡыт етер.
12 Терелгән яҡындарыбыҙҙы ҡаршы алыу беҙгә ни тиклем ҙур шатлыҡ килтерер! (Илс. 24:15). Йәһүәнең ижади эштәрен тикшереп, уның тураһында күберәк белемдәр алыу беҙҙе ҡыуандырыр (Зәб. 103:24 [104:24, ЯДТ]; Ишағ. 11:9). Барыһын да дөрөҫ эшләүеңде белеүҙән дә, бер кемдән дә ғәфү үтенергә кәрәкмәй икәнен аңлауҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ. Һеҙ бөтә был фатихаларҙы «ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәткә» алмаштырыр инегеҙме? (Евр. 11:25). Әлбиттә юҡ! Хәҙер ниндәй генә ҡорбандарға барһаҡ та, был фатихалар күпкә ҡиммәтерәк булыр. Онотмағыҙ: ерҙәге ожмах һәр ваҡытта ла өмөт кенә булып ҡалмаҫ, ҡасандыр беҙ унда йәшәрбеҙ. Йәһүә беҙҙе яратмаһа һәм беҙҙең өсөн үҙенең ҡәҙерле Улын бирмәһә, был фатихалар мөмкин булмаҫ ине!
Ожмахта һеҙ нимә менән шөғөлләнергә теләр инегеҙ? (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
ЙӘҺҮӘНЕҢ МӨХӘББӘТЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘНЕБЕҘҘЕ НИСЕК КҮРҺӘТЕП БУЛА?
13. Йәһүәнең яратыуы өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек күрһәтеп була? (2 Кәринттәргә 6:1).
13 Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйып, беҙ йолом өсөн рәхмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Матф. 6:33). Инжилдә: «Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде», — тип әйтелгән (2 Кәр. 5:15). Беҙ Йәһүәнең йомарт игелеген ни өсөн күрһәткәнен бер ҡасан да оноторға теләмәйбеҙ. (2 Кәринттәргә 6:1-ҙе уҡығыҙ.)
14. Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы һәм уны тыңлағаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
14 Шулай уҡ Йәһүәгә таянып һәм уны тыңлап, уның яратыуын ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Быны нисек эшләп була? Мәҫәлән, ниндәй белем алырға йә ниндәй эште һайларға тигән ҡарар ҡабул иткәндә, Йәһүә менән кәңәшләшергә кәрәк (1 Кәр. 10:31; 2 Кәр. 5:7). Ул әйткәнсә эшләһәк, уға таянғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ һәм уға яҡыныраҡ булып китәбеҙ. Һөҙөмтәлә беҙҙең өмөтөбөҙ нығый (Рим. 5:3—5; Яҡ. 2:21, 22).
15. Кисәгә тиклем, Кисә ваҡытында һәм унан һуң йолом өсөн рәхмәтле икәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?
15 Кисәгә тиклем, Кисә ваҡытында һәм унан һуң нимә эшләүебеҙ Йәһүәгә йолом өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтә. Кисәлә булырға планлаштырыуҙан тыш, беҙ был мөһим сараға башҡаларҙы ла саҡыра алабыҙ (1 Тим. 2:4). Уларға Кисәнең нисек үткәне тураһында һөйләгеҙ. Мәҫәлән, jw.org сайтынан «Ғайса ни өсөн үлгән?» һәм «Ғайсаның үлемен иҫкә алығыҙ» тигән видеояҙмаларҙы күрһәтегеҙ. Аҡһаҡалдар осрашыуҙарға йөрөмәй башлаған ҡәрҙәштәрҙе саҡырырға тырышыр. Йәһүәнең юғалған һарыҡтары йыйылышҡа ҡайтһа, күктәгеләрҙең һәм ерҙәгеләрҙең шатланыуын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! (Лука 15:4—7). Кисәгә килгәс, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе генә түгел, ә беренсе тапҡыр килгәндәрҙе, шулай уҡ күп йылдар Кисәгә йөрөмәгәндәрҙе лә йылы итеп ҡаршы алайыҡ. Беҙ уларҙы күрергә шат булырбыҙ һәм уларҙың да шатланыуын теләйбеҙ (Рим. 12:13).
16. Кисә осоронда Йәһүә өсөн күберәкте эшләү тураһында уйлау ни өсөн мөһим?
16 Кисә осоронда һеҙ күберәк вәғәзләй алыр инегеҙме? Шулай эшләп, һеҙ Йәһүәгә һәм уның Улына һеҙҙең хаҡҡа ҡылған игелектәре өсөн рәхмәтегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Күберәк хеҙмәт иткән һайын, беҙ Йәһүәнең ярҙамын да йышыраҡ тоябыҙ һәм уға тағы ла күберәк таянабыҙ (1 Кәр. 3:9). Ғайсаның үлемен иҫкә алыу Кисәһенә тәғәйенләнгән аяттарҙы уҡығыҙ. Уларҙы «Изге Яҙманы көн һайын тикшерәбеҙ» тигән брошюранан йә «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» тигән эш дәфтәренән табып була. Шәхси өйрәнеү ваҡытында һеҙ был аяттарҙың ҡайһы берҙәрен, бәлки, тәрәнерәк тикшерергә теләрһегеҙ.
17. Йәһүәне нимә һөйөндөрә? («Йәһүәнең мөхәббәте өсөн рәхмәтеңде нисек белдерә алаһың?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
17 Шарттарығыҙ арҡаһында һеҙ, моғайын, был мәҡәләлә килтерелгән кәңәштәрҙең барыһын да ҡуллана алмаҫһығыҙ. Онотмағыҙ, Йәһүә һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе башҡаларҙыҡы менән сағыштырмай, сөнки уны яратҡанығыҙҙы белә. Уның ҡиммәтле бүләге — йолом өсөн рәхмәтле булыуығыҙҙы күреү уны һөйөндөрә (1 Сам. 16:7; Марк 12:41—44).
18. Ни өсөн беҙ Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә рәхмәтле?
18 Йолом булмаһа, гонаһтарыбыҙ кисерелмәҫ ине. Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ һәм мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ булмаҫ ине. Йәһүәгә был иҫ киткес бүләктәр һәм уның мөхәббәте өсөн рәхмәтле булыуыбыҙ тормошобоҙҙан күренһен (1 Яхъя 4:19). Шулай уҡ Ғайсаға беҙҙе яратҡаны һәм беҙҙең хаҡҡа үҙ ғүмерен биргәне өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы эштәр менән күрһәтәйек! (Яхъя 15:13).
154-СЕ ЙЫР Һүрелмәҫ мөхәббәт
a Боронғо ваҡытта Алла үҙ хеҙмәтселәрен нимә нигеҙендә кисергән? Йәһүә Улының үлеменә тиклем тоғро ҡалыуына бер ҙә шикләнмәгән. Шуға күрә Алла, Ғайса үлгәнгә тиклем үк, уның йолом ҡорбанын инде түләнгән кеүек ҡабул иткән (Рим. 3:25).