Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwhf 18 мәҡәлә
  • Аралашыу сифатын нисек яҡшыртырға?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Аралашыу сифатын нисек яҡшыртырға?
  • Ғаилә өсөн ярҙам
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Бергә, ләкин айырым. Ни өсөн?
  • Нимә эшләп була?
  • Бергә ҡарап сығыр өсөн һорауҙар
  • «Йәһ ялҡынына» һүнергә бирмәгеҙ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • 3. Хөрмәт
    Уянығыҙ! 2018
Ғаилә өсөн ярҙам
ijwhf 18 мәҡәлә
Ир менән ҡатын шатланып бергә ашарға бешерә.

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | НИКАХ

Аралашыу сифатын нисек яҡшыртырға?

Күп ирле-ҡатынлылар үҙ-ара аралашыу сифаты менән ҡәнәғәт түгел. Был бергә күп ваҡыт үткәргән парҙарға ла ҡағыла. Бының сәбәбе нимәлә?

  • Бергә, ләкин айырым. Ни өсөн?

  • Нимә эшләп була?

  • Ирле-ҡатынлылар нимә әйтә?

  • Бергә ҡарап сығыр өсөн һорауҙар

Бергә, ләкин айырым. Ни өсөн?

  • Арығанлыҡ

    «Аралашыу өсөн ваҡытыбыҙ табылһа, йә ирем ныҡ арыған була, йә минең хәлем юҡ. Әгәр ҙә мин арыған булһам, бөтә нәмә, хатта ваҡ-төйәк тә, йәнемде көйҙөрә. Шуға күрә беҙ, өндәшмәй генә ултырып, телевизор ҡарайбыҙ» (Анна).

  • Электрон тоҙаҡтар

    «Социаль селтәрҙәр һәм онлайн күңел асыуҙар күп ваҡыт ала. Сәғәттәр буйына интернетта ултырып, бер-береңә бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә була. Һеҙ бергә лә һымаҡ, әммә һәр кем үҙенә бикләнгән һәм ҡайһы ваҡыт төрлө бүлмәләрҙә ултыра» (Кэтрин).

  • Төрлө ҡыҙыҡһыныуҙар

    «Тормош иптәшем эштән ҡайтҡас, хоббиһына башы менән сумып китә. Әлбиттә, ул ял итергә хаҡлы, ул бит эштә ныҡ арый. Тик мин уның менән күберәк ваҡыт үткәрергә бик теләр инем» (Джейн).

  • Эш

    «Заманса технологиялар эш менән өй араһындағы сиктәрҙе юйҙы. Мин өйҙә булғанда, ҡатыным менән бергә ваҡыт үткәрер урынына, йыш ҡына эш менән бәйле электрон хаттарға һәм смс-хәбәрҙәргә яуап яҙам» (Марк).

Нимә эшләп була?

  • Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сифатлы аралашыу бик мөһим.

    Изге Яҙманан принцип: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]» (Филиптарға 1:10).

    Уйланығыҙ. Эшегеҙ менән яратҡан шөғөлөгөҙ никахығыҙға ҡарағанда мөһимерәк булып китмәнеме? Тормош иптәшегеҙгә етерлек ваҡыт һәм иғтибар бүләһегеҙме? Аралашыуға килгәндә, һеҙ уға иң тәмле киҫәктәрҙе йә ҡалдыҡтарҙы ғына бирәһегеҙме?

    Кәңәш. Бөтә нәмәне үҙ яйына ҡуймағыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән аралашҡанда һеҙгә бер нәмә лә ҡамасауламаһын өсөн, графигығыҙҙа сифатлы аралашыуға ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ.

    «Тормош иптәшем икебеҙ өсөн генә берәй нәмә планлаштырһа, миңә был бик оҡшай. Мин үҙемде уға кәрәкле итеп тоям һәм минең менән бергә булыу уның өсөн мөһим икәнен күрәм. Шунлыҡтан мин уны тағы ла нығыраҡ яратам» (Анна).

  • Электрон яйланмаларығыҙға: «Хәҙер ваҡытым юҡ, һуңыраҡ», — тип әйтергә өйрәнегеҙ.

    Изге Яҙманан принцип: «Һәр нәмәнең үҙ мәле бар» (Вәғәзсе 3:1).

    Уйланығыҙ. Телефонға килгән смс-хәбәрҙәр һәм иҫкә төшөрөүҙәр бар иғтибарығыҙҙы тормош иптәшегеҙгә бүлергә ни тиклем йыш ҡамасаулай?

    Кәңәш. Көнөнә бер тапҡыр булһа ла бергәләп ашағыҙ (телефондар был ваҡытта икенсе бүлмәлә ҡалһын). Был, көндәлек ваҡиғалар хаҡында фекер алышып, бергә ваҡыт үткәреү өсөн бик яҡшы мөмкинлек.

  • Көндәлек эштәрҙе бергә башҡарырға тырышығыҙ.

    Изге Яҙманан принцип: «Икәү булыу яңғыҙ булыуға ҡарағанда яҡшыраҡ, сөнки улар үҙ эштәре өсөн әжерен ала» (Вәғәзсе 4:9).

    Уйланығыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән көндәлек эштәрҙе ни тиклем йыш бергә эшләйһегеҙ?

    Кәңәш. Бер кеше эшләй алған эште лә икәүләп башҡарығыҙ, бер команда кеүек эш итегеҙ.

    «Магазинға барыу, һауыт-һаба йыуыу, йыуылған кейемдәрҙе рәтләп һалыу, баҡсала эшләү кеүек эштәргә ялҡытҡыс эшкә ҡараған һымаҡ ҡарамағыҙ, улар һеҙҙең өсөн бергә ваҡыт үткәреү мөмкинлеге булһын» (Нина).

  • Тормош иптәшегеҙҙән күпте талап итмәгеҙ

    Изге Яҙманан принцип: «Аҡыллы булыуығыҙ һәр кемгә билдәле булһын» (Филиптарға 4:5, ЯДТ).

    Уйланығыҙ. Тормош иптәшемдән мин нимә көтәм һәм был яҡтан нисек аҡыллылыҡ сағылдыра алам?

    Кәңәш. Һәр берегеҙ нимәгә мохтаж булыуы хаҡында һөйләшеп алығыҙ. Икегеҙгә лә оҡшаған һәм уңайлы булған ҡарарҙарға килегеҙ.

    «Тормош иптәшемдең көсө ташып тора, ә минең, киреһенсә, хәлем бик тиҙ бөтә. Беҙ бына ниндәй сара таптыҡ: мин иремә урамда йөрөп килергә, мәҫәлән, спорт менән шөғөлләнергә тәҡдим итәм, ә үҙем өйҙә ҡалып, ял итәм. Шулай итеп беҙҙең һәр беребеҙ үҙенә нимә кәрәк, шуны ала» (Даньела).

    Ирле-ҡатынлылар нимә әйтә?

    Ямин һәм Кендра.

    «Бергә ашап алыу — ҡайһы бер мөһим һорауҙар буйынса кәңәшләшеү өсөн йәки бергә көлөп алыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Был ир менән ҡатынға үҙҙәрен бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән күршеләр итеп түгел, ә яҡын дуҫтар итеп тойорға ярҙам итер (Ямин һәм уның ҡатыны Кендра).

    Моника һәм Шон.

    «Барыбер ашарға кәрәк бит, ә ниңә быны бергә эшләмәҫкә? Минең бала саҡтағы иң матур хәтирәләремдең береһе — ата-әсәйем менән бергәләп өҫтәл артына ултырып ашау. Беҙ ҙә ирем менән бергә ашарға тырышабыҙ. Шулай итеп беҙ ҙә аҙаҡ иҫкә төшөрөрлөк матур мәлдәр булдырабыҙ тип әйтеп була (Моника һәм уның ире Шон).

Бергә ҡарап сығыр өсөн һорауҙар

Тәүҙә был һорауҙарға айырым яуап бирергә була, ә һуңынан бергәләп фекер алышығыҙ.

  • Ун баллы шкала буйынса аралашыуығыҙҙың сифатын нисек баһалар инегеҙ?

  • Аралашыу тураһында әйткәндә, тормош иптәшегеҙҙе нимә өсөн маҡтай алаһығыҙ?

  • Аралашыу һеҙгә күберәк ҡәнәғәтлек килтерһен өсөн, тормош иптәшегеҙҙең нимә эшләүен теләр инегеҙ?

  • Тормош иптәшегеҙ менән аралашҡанда иғтибарығыҙҙы ни тиклем йыш электрон яйланмаларға йүнәлтәһегеҙ?

  • Бер-берегеҙҙән нимәлер көткәндә нисек аҡыллылыҡ сағылдыра алаһығыҙ?

  • Аралашыуығыҙ яҡшырһын өсөн һәр берегеҙ был аҙнала уҡ нимә эшләй ала?

Аралашыуығыҙ сифатлы булһын өсөн һәр берегеҙ нимә эшләй ала? Төп фекерҙәр.

  • Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сифатлы аралашыу бик мөһим.

  • Электрон яйланмаларығыҙға: «Хәҙер ваҡытым юҡ, һуңыраҡ», — тип әйтергә өйрәнегеҙ.

  • Көндәлек эштәрҙе бергә эшләргә тырышығыҙ.

  • Тормош иптәшегеҙҙән күпте талап итмәгеҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу