Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwhf 19 мәҡәлә
  • Ижади уйындарҙың файҙаһы

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ижади уйындарҙың файҙаһы
  • Ғаилә өсөн ярҙам
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Нимә белергә кәрәк?
  • Нимә эшләп була?
  • Ни өсөн балаларға китап уҡыу мөһим. 2-се өлөш. Экранданмы әллә ҡағыҙҙанмы?
    Ғаилә өсөн ярҙам
  • Балаларға һәм үҫмерҙәргә социаль селтәрҙәрҙең тиҫкәре йоғонтоһо. Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?
    Төрлө темалар
  • Баланы сабый саҡтан уҡ тәрбиәләгеҙ
    Ғаилә бәхетенең сере
Ғаилә өсөн ярҙам
ijwhf 19 мәҡәлә
Балалар пляжда ҡомдан һарай төҙөй, ә аталары яндарында ултыра.

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | БАЛА ТӘРБИӘЛӘҮ

Ижади уйындарҙың файҙаһы

Ижади уйындар баланың ҡыҙыҡһыныусанлығын уята, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтерә, ә был, үҙ сиратында, уға ҡул эштәренә өйрәнергә һәм төрлө яҡлап үҫергә ярҙам итә.

Мәҫәлән, шундай шөғөлдәр:

  • һүрәт төшөрөү

  • ашарға бешереү (ата-әсәләр ярҙамында)

  • күҙ алдына килтереү менән бәйле уйындар

  • йырлау

  • конструктор йыйыу

  • ябай предметтар менән уйнау (хатта ҡатырға ҡумтаны ла ҡулланып була)

Күп илдәрҙә ижади уйындарҙы пассив һәм алдан планлаштырылған уйындар, шулай уҡ ижад талап итмәгән күңел асыуҙар алмаштырған.

Борсолор өсөн сәбәп бармы?

  • Нимә белергә кәрәк?

  • Нимә эшләп була?

Нимә белергә кәрәк?

  • Ижади уйындар баланың һәр яҡлап үҫеүенә ярҙам итә. Улар баланың физик һәм аҡыл сәләмәтлегенә һәм аралашыу һәләтенә ыңғай йоғонто яһай. Ижади уйындар балаларға түҙемле булырға, ҡарар ҡабул итергә өйрәнергә, үҙҙәренең хистәрен контролдә тоторға һәм башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итә. Ундай уйындар балаларҙы тормошҡа әҙерләй тип әйтеп була.

  • Электрон яйланмаларҙы йыш ҡулланыу зыян килтерергә мөмкин. Әгәр ҙә бала электрон яйланма менән күп ваҡыт үткәрһә, был әүәҫлеккә, һимереүгә һәм агрессив тәртипкә килтерә ала. Гаджеттарҙы бала ҡараусы итеп ҡулланған ата-әсәләргә быны иҫтә тотоу бик мөһим.

  • Түңәрәктәр менән секцияларҙың үҙ етешһеҙлектәре бар. Ата-әсәләр балаларын күп төрлө түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөткәндә, балаларҙың уйнарға ваҡыттары ҡалмай. Ә уйындар ҡыҙыҡһыныусанлыҡты һәм күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай.

Нимә эшләп була?

  • Балағыҙға ижади уйындар уйнарға мөмкинлек бирегеҙ. Әгәр ҙә мөмкин булһа, балағыҙ саф һауала күберәк уйнаһын, шул саҡта ул тәбиғәт менән таныша алыр. Уның яратҡан шөғөлө булһын һәм ижади һәләттәрен үҫтерә алған уйынсыҡтар менән уйнаһынa.

    Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Ижади уйындар минең балама ниндәй сифаттар һәм оҫталыҡтар үҫтерергә ярҙам итә ала һәм был уға киләсәктә ниндәй файҙа килтерер?»

    Изге Яҙманан принцип: «Тән күнекмәһенең ярҙамы [бар]» (1 Тимофейға 4:8).

  • Электрон яйланмаларҙы ҡулланыу ваҡытын сикләгеҙ. Балағыҙҙы телефон, планшет йәки телевизор менән әүрәтергә ашыҡмағыҙ. Педиатрҙар электрон яйланмаларҙы балаға ике йәшкә тиклем бөтөнләй бирмәҫкә кәңәш итә. Ә икенән алып биш йәшкә тиклемге балалар өсөн ҡулланыу ваҡыты бер сәғәттән артмаҫҡа тейешb.

    Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Балама электрон яйланмаларҙы ҡулланыуҙа ниндәй сиктәр ҡуя алам? Ул уларҙы ҡулланғанда миңә уның янында булырға кәрәкме? Электрон яйланмаларҙы ниндәй шөғөлдәр менән алмаштырып була?»

    Изге Яҙманан принцип: «Аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ... ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ» (Ефестарға 5:15, 16).

  • Түңәрәктәр һәм секцияларҙың ыңғай һәм тиҫкәре яҡтары хаҡында уйланығыҙ. Әлбиттә, улар балағыҙға яңы нәмәләргә һәм спорт күнекмәләренә өйрәнергә ярҙам итә. Әммә бындай шөғөлдәрҙең үтә күп булыуы балағыҙға ла, үҙегеҙгә лә стресс өҫтәй, сөнки, уларҙы унда алып барыу һәм алып ҡайтыу күп ваҡыт һәм көс талап итә. Ефестарға 5:15, 16-ла яҙылған принцип был осраҡта ла аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә ала.

    Үҙегеҙҙән һорағыҙ: Минең балам түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа саманан тыш күп ваҡыт үткәрмәйме? Әгәр ҙә шулай икән, ниндәй үҙгәрештәр яһап була?

    Изге Яҙманан принцип: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]» (Филиптарға 1:10).

a Күп кенә заманса уйынсыҡтар балаға ижад итергә мөмкинлек бирмәй. Һәм киреһенсә, ябай уйынсыҡтар һәм әйберҙәр, мәҫәлән, конструктор йәки ҡағыҙ ҡумта, балаларға күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтерергә ярҙам итә.

b Электрон яйланмаларҙы ҡулланыу тигәндә, видеоконференция аша яҡындар менән аралашыу йә ғаилә менән рухи программаларҙы ҡарау түгел, ә күңел асыуҙар тураһында һүҙ бара.

Балағыҙға уйындарҙан файҙа алырға ярҙам итегеҙ. Төп фекерҙәр.

  • Балағыҙға ижади уйындар уйнау өсөн шарттар булдырығыҙ. Уның күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтергән шөғөлө йәки хоббиһы булһын.

  • Электрон яйланмалар менән ҡулланыу ваҡытын сикләгеҙ. Мәктәпкәсә йәштәге балағыҙҙы смартфон, планшет йәки телевизор менән әүрәтер алдынан, яҡшы уйланығыҙ.

  • Түңәрәктәр һәм секцияларҙың ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында уйланығыҙ. Баланың үтә күп түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөүе уға ғына түгел, ата-әсәгә лә стресс өҫтәүен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу