36-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр
Аҡһаҡалдарҙы ярҙамға саҡырығыҙ
«Йыйылыш аҡһаҡалдарын саҡырһын» (ЯҠ. 5:14).
ТӨП ФЕКЕР
Ни өсөн аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорау мөһим?
1. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре хаҡында нисек ҡайғырта?
ЙӘҺҮӘ үҙ хеҙмәтселәрен бик ярата. Ул, игелекле көтөүсе үҙ һарыҡтары хаҡында ҡайғыртҡан кеүек, улар тураһында ҡайғырта. Алла уларҙы Ғайсаның ҡиммәтле ҡаны менән йолоп алған һәм аҡһаҡалдарға улар хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан (Илс. 20:28). Йәһүә аҡһаҡалдарҙың уның хеҙмәтселәре менән игелекле мөғәмәлә итеүен теләй. Ғайса Мәсихтең күрһәтмәләре буйынса эш итеп, аҡһаҡалдар ҡәрҙәштәргә Йәһүә менән ныҡлы дуҫлыҡ һаҡлап ҡалырға ярҙам итә (Ишағ. 32:1, 2).
2. Йәзәкил 34:15, 16 буйынса, Йәһүә айырыуса кемдәргә ярҙам итергә теләй?
2 Йәһүә бөтә хеҙмәтселәренең именлеге хаҡында ҡайғырта. Әммә ул бәләгә тарығандар тураһында айырыуса борсола. Ҡайһы берҙәре үҙҙәренең хаталары арҡаһында ғазап сигә, һәм Алла уларға ярҙам итергә әҙер. (Йәзәкил 34:15, 16-ны уҡығыҙ.) Был ярҙамды алыр өсөн тик һорарға ғына кәрәк. Бының өсөн Йәһүәгә доға ҡылыуҙан тыш, йыйылыштағы көтөүселәргә мөрәжәғәт итеү мөһим (Эфес. 4:11, 12).
3. Ни өсөн бөтәбеҙгә лә Йәһүәнең аҡһаҡалдар аша үҙ хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәнен белергә кәрәк?
3 Был мәҡәләнән беҙ Йәһүәнең аҡһаҡалдар аша рухи яҡтан көсһөҙләнгәндәргә нисек ярҙам иткәнен белербеҙ. Беҙ ошондай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: Беҙгә ҡасан ярҙам һорап, аҡһаҡалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк? Ни өсөн быны эшләү мөһим? Улар беҙгә нисек ярҙам итә? Беҙгә әлегә ярҙам кәрәк булмаһа ла, был һорауҙарға алған яуаптар Йәһүәнең һәм аҡһаҡалдарҙың ҡайғыртыуын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итер. Әгәр инде киләсәктә аҡһаҡалдарҙың ярҙамы кәрәк булһа, беҙ нисек эш итергә кәрәклеген белербеҙ.
БЕҘГӘ ҠАСАН АҠҺАҠАЛДАРҘЫ ЯРҘАМҒА САҠЫРЫРҒА КӘРӘК?
4. Яҡуп 5:14—16, 19, 20-се аяттарҙа рухи ауырыу тураһында әйтелгәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)
4 Яҡуптың хатынан белеүебеҙсә, Йәһүә беҙгә аҡһаҡалдар аша ярҙам итә. Унда: «Берәйегеҙ ауырый икән, йыйылыш аҡһаҡалдарын саҡырһын», — тип әйтелә. (Яҡуп 5:14—16, 19, 20-не уҡығыҙ.) Контекстан күренеүенсә, Яҡуп бында физик ауырыу тураһында түгел, ә рухи ауырыу тураһында әйтә. Рухи яҡтан ауырыған кеше табипты түгел, ә аҡһаҡалдарҙы саҡырырға тейеш, һәм уның һауығыуы гонаһтарының кисерелеүенән тора. Беҙ ауырығанда, ғәҙәттә, нимә эшләйбеҙ? Табипҡа барабыҙ, ҡайһы еребеҙ ауыртҡаны тураһында һөйләйбеҙ һәм уның кәңәштәре буйынса эш итәбеҙ. Шуның кеүек, рухи яҡтан ауырыһаҡ, беҙгә аҡһаҡалдарға барырға, барыһын һөйләргә һәм һуңынан уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәрен ҡулланырға кәрәк.
Берәй еребеҙ ауыртһа, беҙ табипҡа барабыҙ. Ә инде рухи яҡтан хәлһеҙләнһәк, беҙгә аҡһаҡалдар менән һөйләшергә кәрәк. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)
5. Рухи һаулыҡ менән проблемалар бар икәнен нисек белеп була?
5 Беҙ аҡһаҡалдарға рухилығыбыҙға бәйле һәр төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алабыҙ. Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ емерелмәһен өсөн, уларҙың ярҙамын күпкә алдараҡ ҡабул итеү бик мөһим. Беҙгә үҙ-үҙебеҙ менән намыҫлы булырға кәрәк. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ еңел генә үҙ-үҙебеҙҙе алдай алабыҙ (Яҡ. 1:22). Сардиста йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәр тап шундай хата яһаған. Улар, беҙҙең рухи һаулығыбыҙ һәйбәт, тип уйлаған. Әммә Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, был улай булмаған (Асыл. 3:1, 2). Ә беҙҙең рухи һаулығыбыҙ менән барыһы ла һәйбәтме? Быны нисек белергә? Мәҫәлән, һыуға сумдырылған саҡта Йәһүәгә ҡарата хистәребеҙҙе бөгөнгө хистәр менән сағыштырып була (Асыл. 2:4, 5). Шулай уҡ үҙебеҙгә ошондай һорауҙар бирергә була: «Изге Яҙманы уҡыу һәм уның тураһында уйланыу миңә элеккесә шатлыҡ килтерәме? Моғайын, мин йыйылыштарға һирәгерәк йөрөй башлағанмындыр, һәм уларға өҫтөн-мөҫтөн генә әҙерләнәмдер? Вәғәз эше тормошомда мөһим урында торамы, йәиһә хәҙер ул урынды башҡа берәй нәмә биләйме? Аҡса һәм нимә һатып алыу тураһында мин йышыраҡ уйлай башламаныммы?» Бәлки, һеҙ ошо һорауҙарға яуап биреп, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙ һүлпәнәйә башлағанын күргәнһегеҙҙер. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, юғиһә хәл тағы ла насарайып китер. Әгәр һеҙгә ярҙам кәрәк икәнен аңлаһағыҙ йә Алланың нормаларын боҙған булһағыҙ, аҡһаҡалдарҙы ярҙамға саҡырығыҙ.
6. Етди гонаһ ҡылған мәсихсе нимә эшләргә тейеш?
6 Ҡайһы бер гонаһтары өсөн мәсихсене йыйылыштан ситләштерәләр (1 Кәр. 5:11—13). Әгәр ҙә беҙ шундай гонаһ ҡылған булһаҡ, беҙгә, мотлаҡ, аҡһаҡалдарҙың береһе менән һөйләшеп алырға кәрәк. Улар беҙгә ярҙам итмәһә, Йәһүә менән дуҫлыҡты ҡайтарып булмай. Ысын күңелдән тәүбә итһәк кенә һәм быны эштәребеҙ менән күрһәтһәк кенә, Йәһүә беҙҙе кисерер (Илс. 26:20). Шундай эштәрҙең береһе — ҡылған гонаһыбыҙ тураһында аҡһаҡалдарға һөйләү.
7. Тағы ниндәй проблемалар менән аҡһаҡалдарға мөрәжәғәт итеп була?
7 Аҡһаҡалдар етди гонаһ ҡылған мәсихселәргә генә түгел, ә насар теләктәр менән көрәшкәндәргә лә ярҙам итә (Илс. 20:35). Моғайын, был теләктәр бик көслөлөр һәм һеҙ, бер көндө уларға бирелеп ҡуйырмын, тип ҡурҡаһығыҙҙыр. Был элек хәҡиҡәткә тиклем наркотик ҡулланған, порнография ҡараған йә әхлаҡһыҙ тормош алып барған мәсихселәр өсөн айырыуса ҙур һынау булырға мөмкин. Әммә, бәхеткә ҡаршы, һеҙ яңғыҙ түгел. Аҡһаҡалдарҙың береһенән ярҙам һорарға оялмағыҙ. Ул һеҙҙе иғтибар менән тыңлар һәм насар теләктәр менән көрәшер өсөн нимәне үҙгәртеп булғаны тураһында әйтер. Шулай уҡ ул, Йәһүә көрәшеүегеҙҙе күрә һәм һеҙҙең менән ғорурлана, тип ышандырыр (Вәғ. 4:12). Насар теләктәр ҡат-ҡат тыуып торғанға һеҙҙең төшөнкөлөккә бирелеүегеҙ бар. Шул саҡта аҡһаҡалдар үҙегеҙгә башҡаса ҡарарға ярҙам итер. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүегеҙ баҫалҡы булыуығыҙҙы, ә гонаһ менән көрәш алып барыуығыҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе ҡәҙерләүегеҙҙе күрһәтә (1 Кәр. 10:12).
8. Һәр хата тураһында аҡһаҡалдарға һөйләргә кәрәкме?
8 Беҙ һәр хатабыҙ тураһында ла аҡһаҡалдарға һөйләргә тейешме? Әйтәйек, беҙ асыуланып ҡәрҙәшебеҙгә уны рәнйеткән һүҙҙәр әйткәнбеҙ, ти. Шул саҡта аҡһаҡалдарға түгел, ә үҙебеҙ үпкәләткән ҡәрҙәшебеҙгә барып ғәфү үтенергә кәрәк. Шулай эшләп, беҙ Ғайса Мәсихтең Матфай 5:23, 24-тә яҙылған кәңәше буйынса эш итербеҙ һәм татыулыҡ урынлаштырырбыҙ. Шулай уҡ йыуашыраҡ, түҙемлерәк һәм тотанаҡлыраҡ булыр өсөн, баҫмаларыбыҙҙа был хаҡта нимә әйтелгәнен ҡарарға була. Әгәр беҙ көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк тә, ә проблема хәл ителмәһә, әлбиттә, аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорарға мөмкин. Әүҙиә менән Синтихә араһында үҙҙәре хәл итә алмаған аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡас, Пауыл йыйылыштағы бер ир ҡәрҙәштең уларға ярҙам итеүен һораған. Шуның кеүек, йыйылышыбыҙҙағы аҡһаҡалдар ҙа беҙгә ярҙам итә ала (Флп. 4:2, 3).
НИ ӨСӨН АҠҺАҠАЛДАРҘАН ЯРҘАМ ҺОРАРҒА КӘРӘК?
9. Ни өсөн, оялһаҡ та, аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорарға кәрәк? (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13).
9 Ҡайһы саҡта ярҙам һорар өсөн иман һәм ҡыйыулыҡ кәрәк. Мәҫәлән, етди гонаһ ҡылһаҡ йә гонаһлы теләктәргә ҡаршы тора алмауыбыҙҙы тойһаҡ, беҙҙең был хаҡта аҡһаҡалдарға әйтергә оялыуыбыҙ бар. Әммә был турала барыбер әйтергә кәрәк. Ни өсөн? Йәһүә бит уларға беҙҙең рухи һаулығыбыҙ тураһында ҡайғыртырға ҡушҡан. Тимәк, аҡһаҡалдарҙы ярҙамға саҡырһаҡ, беҙ Аллаға таянғаныбыҙҙы һәм уның күрһәтмәләренә буйһонғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Беҙ Йәһүәнең гонаһлы теләктәребеҙ менән көрәшергә ярҙам итеүенә ышанабыҙ (Зәб. 93:18). Эйе, гонаһ ҡылған мәсихсе аҡһаҡалдарға хатаһы тураһында һөйләһә һәм был хатаны бүтән ҡабатламаһа, Йәһүә уны кисерер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13-тө уҡығыҙ.)
10. Гонаһыбыҙҙы йәшерергә маташһаҡ, нимә булыр?
10 Гонаһ ҡылғаныбыҙ тураһында һөйләмәһәк һәм уны йәшереп маташһаҡ, нимә булыр? Беҙ үҙ-үҙебеҙгә зыян ғына килтерербеҙ. Дауыт батшаны иҫкә төшөрәйек. Гонаһ ҡылғандан һуң ул күпмелер ваҡыт был хаҡта берәүгә лә һөйләмәгән. Әммә ул Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен боҙғанын аңлаған һәм выжданы уны эмоциональ һәм хатта физик яҡтан ғазаплаған (Зәб. 31:3—5). Бына нимә тураһында уйланып алайыҡ: ауырып киткән йә йәрәхәтләнгән кеше табипҡа мөрәжәғәт итмәһә, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Шуны уҡ рухи ауырыу тураһында ла әйтеп була. Аҡһаҡалдар менән һөйләшеүҙе оҙаҡҡа һуҙған һайын, беҙ үҙебеҙгә тағы ла күберәк зыян килтерәбеҙ. Йәһүә беҙҙең менән дуҫлығын һаҡлап ҡалырға теләй, шуға аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорарға өндәй. Шулай эшләп кенә беҙ уның менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡала алабыҙ (Ишағ. 1:5, 6, 18).
11. Етди гонаһ тураһында аҡһаҡалдарға һөйләмәһәк, тағы нимә булыуы мөмкин?
11 Етди гонаһ ҡылыуыбыҙҙы йәшереү башҡаларға ла насар йоғонто яһай ала. Шул саҡта Йәһүә йыйылышҡа элеккесә изге рухын бирмәҫ һәм, был ҡәрҙәштәргә зыян килтерер (Эфес. 4:30). Әгәр ҙә йыйылышта берәй мәсихсенең гонаһ ҡылыуын белеп был турала берәүгә лә һөйләмәһәк, Йәһүә алдында беҙ ҙә ғәйепле булабыҙ (Либ. 5:1). Шуға күрә гонаһ ҡылыусыны аҡһаҡалдарға гонаһы тураһында һөйләргә өндәргә кәрәк. Ул етерлек ваҡыт эсендә быны эшләмәһә, үҙебеҙгә эш итергә тура килер. Шулай эшләп, Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы һәм уға тоғро икәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. Шул саҡта беҙ ҡәрҙәштәрҙе лә яҡларбыҙ, гонаһ ҡылыусыға ла Йәһүә менән дуҫлығын ҡайтарырға ярҙам итербеҙ.
АҠҺАҠАЛДАР БЕҘГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?
12. Аҡһаҡалдаррухи яҡтан көсһөҙләнгәндәргә нисек ярҙам итә?
12 Изге Яҙма буйынса, рухи яҡтан көсһөҙләнгәндәргә аҡһаҡалдарҙың ярҙам итеүе көтөлә (1 Тис. 5:14). Гонаһ ҡылған булһағыҙ, аҡһаҡалдар һеҙҙе яҡшыраҡ аңлар өсөн һорауҙар бирер (Ғиб. һүҙ. 20:5). Холҡоғоҙ, мәҙәниәтегеҙ, алған тәрбиәгеҙ йә оялыу арҡаһында ауыр булһа ла, барыһын асыҡ итеп һөйләп бирегеҙ. «Дыуамал» һүҙҙәр әйтеп ҡуйырмын, тип борсолмағыҙ (Әйүп 6:3). Аҡһаҡалдар һығымта яһарға ашыҡмаҫ. Улар һеҙҙе иғтибар менән тыңлап, бөтә факттарҙы йыйғас ҡына, һеҙгә кәңәш бирер (Ғиб. һүҙ. 18:13). Ҡәрҙәшкә ярҙам итер өсөн ваҡыт кәрәклеген улар яҡшы аңлай. Ә инде һорау ҡатмарлы булһа, улар был һорауҙы бер осрашыуҙа ғына хәл итмәҫ.
13. Аҡһаҡалдарҙың доғалары һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнеп биргән кәңәштәре беҙгә нисек ярҙам итә? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)
13 Аҡһаҡалдарҙың өҫтөгөҙгә өҫтәмә ғәйеп хисе һалырға маҡсаты юҡ. Улар һеҙҙең менән бергә, һеҙҙең өсөн доға ҡылыр. Уларҙың доғалары ни тиклем «ҙур көскә» эйә булыуы һеҙҙе хатта ғәжәпләндерер. Яҡуп әйткәнсә, аҡһаҡалдар кешегә ярҙам иткәндә, «Йәһүә исеме менән уға май һөртә» (Яҡ. 5:14—16). Бындағы «май» тигән һүҙ Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте аңлата. Тимәк, аҡһаҡалдар һеҙҙе йыуатҡан һәм Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы ҡайтарырға ярҙам иткән аяттарҙы һеҙҙең менән бергә ҡарап сығыр (Ишағ. 57:18). Уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнеп биргән кәңәштәре һеҙгә дөрөҫ эш итергә ярҙам итер. Һеҙ Йәһүәнең «юл бында ошо юлдан барығыҙ» тигән һүҙҙәрен ишеткәндәй булырһығыҙ (Ишағ. 30:21).
Аҡһаҡалдар Изге Яҙма ярҙамында йыуатыуға мохтаж булғандарға ярҙам итә. (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
14. Ғалаттарға 6:1-ҙә әйтелгәнсә, гонаһ ҡылған мәсихсегә аҡһаҡалдар нисек ярҙам итә? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)
14 Ғалаттарға 6:1-ҙе уҡығыҙ. Был аятта «гонаһ» тигән һүҙ уйламай ҡарар ҡабул итеүҙе йә етди гонаһты аңлатырға мөмкин. Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсене «ипле генә итеп» төҙәтергә тырыша, сөнки улар уны ярата. «Төҙәтергә» тип тәржемә ителгән грек һүҙе табиптың быуыны сыҡҡан ҡулды кире урынына ҡуйыуын аңлатырға мөмкин. Ҡулы төҙәлеп китһен өсөн, ошо процедураны яһау бик мөһим, һәм яҡшы табип быны ипләп кенә ауырттырмайынса эшләргә тырышыр. Рухи яҡтан хәлһеҙләнгән мәсихсегә ярҙам иткәндә аҡһаҡалдар ҙа тап шулай уҡ эш итер. Шуны ла иғтибарға алырға кәрәк: Ғалаттарға 6:1-ҙә әйтелгәнсә, аҡһаҡалдар үҙ-үҙҙәрен күҙәтергә тейеш. Мәсихсегә дөрөҫ юлға ҡайтырға ярҙам иткәндә улар үҙҙәренең шулай уҡ камил булмауын һәм хаталана алыуын иҫтә тота. Шуға күрә улар ундай кешене тәнҡитләмәй һәм, беҙ унан яҡшыраҡ, тип уға өҫтөн ҡарамай. Киреһенсә, улар баҫалҡылыҡ күрһәтә һәм уның хәленә инергә тырыша (1 Пет.3:8).
15. Аҡһаҡалдар беҙгә ярҙам итә алһын өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
15 Аҡһаҡалдарға беҙ ышана алабыҙ, сөнки Йәһүә бит үҙе уларҙы беҙгә дөрөҫ итеп ярҙам итергә өйрәтә. Улар сер булып һаҡланған мәғлүмәтте башҡаларға һөйләмәй һәм үҙ фекерҙәренә нигеҙләнеп түгел, ә Изге Яҙмалағы фекерҙәрҙе ҡулланып кәңәш бирә. Бынан тыш, улар беҙҙе проблемабыҙ менән яңғыҙ ҡалдырмай, ә күпме кәрәк, шуныңса ярҙам итә (Ғиб. һүҙ. 11:13; Ғал. 6:2). Уларҙың холоҡтары, тормош тәжрибәләре төрлө булыуына ҡарамаҫтан, беҙ уларҙың кемеһе менән булһа ла, үҙ проблемабыҙ тураһында һөйләшә алабыҙ. Әлбиттә, үҙебеҙ теләгәнде ишетергә тырышып, бер аҡһаҡалдан икенсеһенә йөрөү дөрөҫ булмаҫ. Был Алла Һүҙендәге «хаҡ тәғлимәтте» түгел, ә үҙебеҙ теләгәнде эҙләүебеҙҙе күрһәтә (2 Тим. 4:3). Аҡһаҡалдан ярҙам һорағанда, ул беҙҙән: «Һин аҡһаҡалдарҙың кемеһе менән инде һөйләшеп алдың һәм ул ниндәй кәңәш бирҙе?» — тип һорарға мөмкин. Бынан тыш, ул, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, беҙгә кәңәш бирер алдынан, моғайын, башҡа бер аҡһаҡал менән һөйләшеп алыр (Ғиб. һүҙ. 13:10).
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЯУАПЛЫЛЫҒЫБЫҘ
16. Һәр беребеҙҙең өҫтөндә ниндәй яуаплылыҡ ята?
16 Аҡһаҡалдар беҙгә кәңәш бирһә лә һәм ауырлыҡтар менән көрәшергә ярҙам итһә лә, улар бер ҡасан да беҙҙең өсөн ҡарар ҡабул итмәй. Беҙ Йәһүәгә үҙебеҙ бағышландыҡ һәм уның ҡанундарын тыңларғамы-юҡмы икәне беҙҙең өҫтөбөҙҙә ята. Алла алдында һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы (Рим. 14:12). Ә Йәһүә беҙгә тоғролоҡ һаҡларға ярҙам итергә әҙер. Быны иҫтә тотоп, аҡһаҡалдар беҙгә үҙ фекерҙәрен таҡмай. Бының урынына, улар иғтибарыбыҙҙы Изге Яҙмала яҙылған Алланың фекерҙәренә йүнәлтә. Уларҙың кәңәштәре беҙҙе яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә (Евр. 5:14).
17. Йәһүәнән ярҙам алырға теләһәк, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
17 Йәһүә үҙенең һарыҡтары хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта. Беҙ уға бының өсөн бик рәхмәтле! Беҙ мәңге йәшәй алһын тип, ул «яҡшы көтөүсе» — Ғайса Мәсихте ебәргән. Ғайса үҙен беҙҙең өсөн ҡорбан иткән (Яхъя 10:11). Йәһүә: «Мин һеҙгә күңелем ятҡан көтөүселәрҙе бирермен, улар һеҙҙе зирәклек һәм аҡыл менән көтөр», — тип вәғәҙә иткән (Йәр. 3:15). Алла был вәғәҙәһен үтәп, беҙгә аҡһаҡалдарҙы биргән. Рухи яҡтан һүлпәнәйә башлауыбыҙҙы тойһаҡ йә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы ҡайтарырға кәрәк булһа, әйҙәгеҙ, аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорарға оялмайыҡ. Шул саҡта беҙ Йәһүәнең улар аша беҙҙе нисек нығытҡанын күрербеҙ.
31-СЕ ЙЫР Алла юлында йөрө!