Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 16
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • Пауыл Фәйбә исемле ҡыҙ ҡәрҙәште тәҡдим итә (1, 2)

      • Римдағы мәсихселәргә сәләм әйтеү (3—16)

      • «Бүленештәр тыуҙырған... кешеләрҙән һаҡланығыҙ» (17—20)

      • Пауылдың хеҙмәттәштәре үҙ сәләмдәрен ебәрә (21—24)

      • Изге сер асылды (25—27)

Римдарға 16:2

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Хужабыҙҙың изге хеҙмәтселәре башҡаларҙы ҡабул итергә тейеш булғанса».

  • *

    Йәки «күптәрҙе, шул иҫәптән мине лә яҡланы».

Римдарға 16:5

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙлекте ҡ.

Римдарға 16:7

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «минән оҙағыраҡ Мәсих менән берҙәмлектә».

Римдарға 16:12

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы»,

    15.1.2013,

Римдарға 16:15

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «уның апаһына».

Римдарға 16:18

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «үҙ ҡорһаҡтарының».

Римдарға 16:23

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «идарасыһы».

Римдарға 16:24

Төшөрмәләр

  • *

    Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 16:1—27

Римдарға

16 Һеҙгә Кинхрәйҙәге йыйылышта хеҙмәт иткән ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ Фәйбәне тәҡдим итәм. 2 Уны, Хужабыҙҙың изге хеҙмәтселәрен ҡабул итергә кәрәк булғанса*, асыҡ йөҙ менән ҡабул итегеҙ һәм, ул берәй нәмәгә мохтаж булһа, ярҙам итегеҙ, сөнки ул үҙе лә күптәргә, шул иҫәптән миңә лә ярҙам итте*.

3 Мәсих Ғайсаның эшен башҡарыусы хеҙмәттәштәрем Прискә менән Акилға сәләм әйтегеҙ. 4 Улар минең хаҡҡа ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. Уларға мин генә түгел, башҡа халыҡ кешеләренән торған бөтә йыйылыштар ҙа рәхмәтле. 5 Уларҙың йортонда йыйылыусы йыйылышҡа ла сәләм еткерегеҙ. Азияла* беренселәрҙән булып Мәсихтең шәкерте булып киткән ҡәҙерле дуҫым Ипанитҡа сәләм тапшырығыҙ. 6 Һеҙҙең хаҡҡа күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм. 7 Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған туғандарым Әндрәник менән Юнайға сәләм әйтегеҙ. Илселәр уларҙы яҡшы белә, һәм улар минән алдараҡ Мәсихтең шәкерте булып китте*.

8 Ҡәҙерле ҡәрҙәшем һәм Хужабыҙҙың шәкерте Әмплиәткә минән сәләм тапшырығыҙ. 9 Мәсихтең эшен башҡарған хеҙмәттәшебеҙ Урбанға һәм ҡәҙерле дуҫым Стахыйға сәләм әйтегеҙ. 10 Мәсихтең хуплауына лайыҡ булған Әпиллискә сәләм. Әристәбулдың өйҙәгеләренә сәләм еткерегеҙ. 11 Туғаным Һирудиунға сәләм. Нәркистең өйҙәгеләренә, Хужабыҙҙың шәкерте булып киткәндәренә, сәләм еткерегеҙ. 12 Хужабыҙ хаҡына тырышып эшләүсе Трифәнә менән Трифәсәгә сәләм тапшырығыҙ. Хужабыҙ хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле ҡәрҙәшебеҙ Фәрсиҙәгә сәләм. 13 Хужабыҙҙың һайлап алған хеҙмәтсеһе Руфҡа һәм уның әсәһенә сәләм әйтегеҙ, уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек. 14 Әсинкрит, Флиғун, Гермес, Пәтрүб, Гирмас һәм улар менән булған ҡәрҙәштәргә сәләм еткерегеҙ. 15 Филолог менән Юлиәгә, Нирәй менән уның һеңлеһенә*, Олимпанға һәм улар менән булған бөтә изгеләргә сәләм тапшырығыҙ. 16 Бер-берегеҙҙе саф күңелдән үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтә йыйылыштары һеҙгә сәләм әйтә.

17 Ҡәрҙәштәр, үтенеп һорайым: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, бүленештәр тыуҙырған һәм башҡаларҙың иманын емергән кешеләрҙән һаҡланығыҙ, ундайҙарҙан йыраҡ тороғоҙ. 18 Улар Хужабыҙ Мәсихтең түгел, ә үҙ теләктәренең* ҡолдары. Улар, татлы телләнеп һәм юхаланып, бер ҡатлы кешеләрҙе алдайҙар. 19 Һеҙҙең тыңлаусан булыуығыҙ тураһында иһә барыһы ла белә, һәм был мине ҡыуандыра. Һеҙҙең яҡшылыҡҡа ҡарата аҡыллы һәм яманлыҡҡа ҡарата хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем. 20 Ә тыныслыҡ биреүсе Алла оҙаҡламай Шайтанды аяҡтарығыҙ аҫтына ташлап ҡыйратыр. Хужабыҙ Ғайсаның сикһеҙ игелеге һеҙҙең менән булһын.

21 Хеҙмәттәшем Тимәти, шулай уҡ туғандарым Луцияр, Ясун һәм Сосыпатыр һеҙгә сәләм әйтә.

22 Был хатты Пауыл һүҙҙәренән яҙыусы мин дә, Тиртус, һеҙгә сәләм әйтәм.

23 Миңә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән һәм бөтә йыйылышты үҙ өйөндә ҡабул иткән Ғай һеҙгә сәләм еткерә. Ҡала ҡаҙнасыһы* Ираст һәм уның ҡустыһы Ҡыуарт һеҙгә сәләм тапшыра. 24 ——* 25 Мин вәғәзләгән һөйөнөслө хәбәр һәм Ғайса Мәсих тураһындағы вәғәз ярҙамында һеҙҙе нығыта алған Алла данланһын. Был һөйөнөслө хәбәр оҙаҡ ваҡыт дауамында йәшерелгән изге серҙең асылыуы менән бәйле. 26 Ләкин хәҙер был изге сер асылды һәм, мәңгелек Алланың бойороғо буйынса, Яҙмаларҙағы пәйғәмбәрлектәр аша бөтә халыҡтарға билдәле булды. Был бөтә халыҡтарҙың иманға эйә булып, тыңлаусан булып китеүҙәре өсөн булды. 27 Берҙән-бер аҡыллы Алла мәңгенән-мәңгегә Ғайса Мәсих аша данланһын! Амин.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу