Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ia 13 бүлек 108—115 бб.
  • Ул үҙ хаталарынан фәһем алған

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ул үҙ хаталарынан фәһем алған
  • Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Галилеянан сыҡҡан пәйғәмбәр
  • «Тор ҙа Нинәбәгә... бар»
  • Йәһүә тыңлауһыҙ пәйғәмбәрен төҙәтә
  • Юнысҡа шәфҡәтлелек күрһәтелә, һәм ул ҡотҡарыла
  • Ул шәфҡәтле булырға өйрәнгән
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Йәһүә Юнысҡа сабырлыҡ күрһәтә
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Юныс китабы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2017
Имандарын өлгө итеп алығыҙ
ia 13 бүлек 108—115 бб.
Юныс пәйғәмбәр

УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Ул үҙ хаталарынан фәһем алған

1, 2. а) Юныс үҙ хатаһы арҡаһында үҙен дә, башҡа кешеләрҙе лә ниндәй бәләгә юлыҡтырған? б) Юныс тураһындағы хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтә ала?

ЮНЫС, был ҡурҡыныс тауыштарҙы ишетеп, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ине! Үкереп-һыҙғырып торған елдән караптың арҡандары геү килә, урғылып ҡайнаған тау-тау тулҡындар караптың ян-яғына дөбөр-шатыр бәрелә лә таҡталарын шағыр-шоғор килтерә. Шулай ҙа Юныс пәйғәмбәрҙе иң ныҡ борсоған тауыш — капитан һәм уның командаһы ағзаларының ҡысҡырышыуҙары. Улар бөтә көстәрен һалып, карапты һәләкәттән ҡотҡарырға тырыша. Юныс шуны аңлай: был кешеләргә үлем янай һәм бының барыһында фәҡәт ул ғына ғәйепле!

2 Юныс ошо аяныс хәлгә нисек юлыҡҡан? Ул Йәһүә Алла менән мөнәсәбәттәренә бәйле етди хата яһаған. Юныс нимә эшләгән һуң? Хатаһы төҙәтә алмаҫлыҡ булғанмы? Был һорауҙарға яуаптарҙан беҙ үҙебеҙгә күп һабаҡтар алырбыҙ. Мәҫәлән, Юныс менән булған хәл беҙгә Алланың хатта иманы ныҡ булған хеҙмәтселәре лә юлдан тайпылырға мөмкин икәнен күрһәтә. Шулай уҡ Алла менән боҙолған мөнәсәбәттәрҙе нисек кире ҡайтарып булғанын да белербеҙ.

Галилеянан сыҡҡан пәйғәмбәр

3—5. а) Юныс тураһында һүҙ барғанда, кешеләр йыш ҡына нимәгә иғтибар итә? б) Юныстың сығышы тураһында нимә билдәле? (Төшөрмәне лә ҡара.) в) Ни өсөн Юныстың хеҙмәте еңелдән булған тип әйтеп булмай?

3 Юныс пәйғәмбәр тураһында һүҙ барғанда, күптәр уның кире сифаттарын, мәҫәлән, уның тыңламаусан һәм хатта тиҫкәре булыуын иҫкә төшөрә. Ләкин Юныстың яҡшы сифаттары ла булған. Шуны онотмайыҡ: ул Йәһүәнең һайланған пәйғәмбәре булған. Әгәр ҙә ул тоғро һәм тәҡүә булмаһа, Алла уға шундай мөһим вазифа тапшырмаҫ ине.

Юныстың яҡшы сифаттары ла булған

4 Изге Яҙмаларҙа Юныс тураһында әллә ни күп әйтелмәй. (2 Батшалар 14:25-те уҡы.) Ул сығышы менән Назаранан дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Геф-Хефер ҡалаһынан булған. Назарала иһә һигеҙ быуаттан һуң, Ғайса Мәсихтең бала сағы үтергә тейеш булғанa. Юныс ун ҡәбиләнән торған Израиль батшалығында, Йәрәбәм II идара иткәндә, пәйғәмбәр булып хеҙмәт иткән. Ильяс пәйғәмбәр заманалары инде күптән үтеп киткән, ә уның эшен дауам иткән Илиша пәйғәмбәр әле Йәрәбәмдең атаһы батша булып идара иткән саҡта үлгән булған. Алла ошо пәйғәмбәрҙәр ярҙамында Бағалға табыныуҙы юҡҡа сығарған булһа ла, израилдәр яңынан гонаһҡа бата башлаған. Улар «Йәһүә күҙендә яуызлыҡ ҡылып йәшәгән» батшаның идараһы аҫтында булған (2 Бат. 14:24). Эйе, Юныстың хеҙмәте рәхәтлек килтергән һәм еңелдән булған тип әйтеп булмай. Шуға ҡарамаҫтан, ул Аллаға тоғро хеҙмәт иткән.

5 Бер заман Юныстың тормошо киҫкен үҙгәреп китә. Ул Йәһүәнән үҙе өсөн үтә ҡыйын булып күренгән йөкләмә ала. Йәһүә уға нимә эшләргә ҡуша һуң?

«Тор ҙа Нинәбәгә... бар»

6. Йәһүә Юнысҡа ниндәй йөкләмә тапшыра, һәм ни өсөн уны үтәү ҡурҡыныс булып күренгән?

6 Йәһүә Юнысҡа былай тигән: «Тор ҙа Нинәбәгә — бөйөк ҡалаға бар һәм уға хөкөм ҡарары иғлан ит, сөнки уның яуызлығы тураһындағы хәбәр миңә килеп иреште» (Юныс 1:2). Ни өсөн был йөкләмәне үтәү ҡурҡыныс булған? Нинәбә ҡалаһы көнсығышҡа табан 800 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған, һәм унда йәйәү барып етер өсөн бер ай самаһы ваҡыт талап ителгән. Ләкин был сәйәхәт әле иң ҡурҡынысы булмаған. Нинәбәлә Юныс аяуһыҙлыҡтары һәм ҡанһыҙлыҡтары менән айырылып торған ассириялыларға Йәһүәнең хөкөмөн еткерергә тейеш булған. Юнысты хатта Алла халҡы ла йүнләп тыңламаған, ә был мәжүсиҙәргә вәғәзләүҙән нимә көтөргә ҡала һуң? «Ҡан ҡойоусы ҡала» тип аталған ҙур Нинәбәлә Алланың хеҙмәтсеһе бер үҙе генә нимә эшләй алған? (Наум 3:1, 7)

7, 8. а) Йәһүә йөкләмәһен үтәмәҫ өсөн, Юныс нимә эшләргә әҙер булған? б) Ни өсөн Юнысты ҡурҡаҡ кеше тип атау дөрөҫ булмаҫ?

7 Юныстың уйына ундай фекерҙәр килгәнме-юҡмы икәнен беҙ аныҡ белмәйбеҙ, ләкин уның ҡасып киткәне беҙгә теүәл билдәле. Йәһүә Юнысҡа көнсығышҡа барырға ҡуша, ә ул мөмкин тиклем йырағыраҡ ҡасырға тырышып, көнбайышҡа табан йүнәлә. Ул яр буйында урынлашҡан Иоппия тигән портлы ҡалаға барып етә лә Таршишҡа барыусы карапҡа ултыра. Ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, Таршиш Испанияла урынлашҡан булған. Улай булһа, Юныс Нинәбә ҡалаһынан 3500 саҡрымдай йыраҡлыҡта урынлашҡан ерҙәргә сығып китә. Бөтә Бөйөк диңгеҙ (бөгөн Урта диңгеҙ тип атала) аша сәйәхәт итеүгә яҡынса бер йыл кәрәк булған! Эйе, Йәһүәнең йөкләмәһен үтәмәҫ өсөн, Юныс ер сигенә ҡасырға әҙер булған! (Юныс 1:3-тө уҡы.)

8 Юнысты ҡурҡаҡ кеше тип атап буламы? Һығымталар яһарға ашыҡмайыҡ. Һуңыраҡ беҙ Юныстың батыр эш итә алыуын күрербеҙ. Ләкин Юныс, һәр беребеҙ һымаҡ, камил булмаған һәм үҙенең бик күп кәмселектәре менән көрәшеп йәшәгән (Зәб. 51:5). Әллә ҡурҡыу тойғоһона бөтөнләй ҙә бирелмәгән кеше бармы ни?

9. Йәһүә тапшырған йөкләмәләр беҙҙә ҡайһы ваҡыт ниндәй тойғолар тыуҙыра, һәм беҙгә ундай ваҡытта ниндәй хәҡиҡәтте иҫтә тоторға кәрәк?

9 Ҡайһы ваҡытта Алланың йөкләмәләре беҙгә бик ауыр, хатта үтәй алмаҫлыҡ булып тойола. Мәҫәлән, беҙҙе бөтә мәсихселәргә бирелгән йөкләмә — Алла Батшалығы хаҡындағы яҡшы хәбәрҙе вәғәзләү эше ҡурҡытырға мөмкин (Мат. 24:14). Беҙ еңел генә Ғайса әйткән мөһим бер хәҡиҡәтте онота алабыҙ, ә ул: «Аллаға бөтә нәмә лә мөмкин», — тигән (Марк 10:27). Ошо хәҡиҡәтте күҙ уңынан ысҡындырғанда, беҙ Юныстың тойғоларын яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ. Ләкин уның ҡасып китеүе ниндәй эҙемтәләргә килтергән?

Йәһүә тыңлауһыҙ пәйғәмбәрен төҙәтә

10, 11. а) Карап порттан сығып барғанда, Юныс нимә тип уйлағандыр? б) Карап менән ундағы кешеләр ниндәй ҡурҡыныс хәлгә юлыҡҡан?

10 Күҙ алдыбыҙға килтерәйек: Юныс карапҡа ултыра. Күрәһең, был финикиҙарҙың йөк карабы. Карап порттан әкренләп ҡуҙғалғанда, капитан менән уның командаһы ығы-зығы килеп төрлө эштәр башҡара. Ярҙың йыраҡлаша барыуын һәм бөтөнләй күҙҙән юғалыуын күҙәтеп, Юныс, ниһайәт ҡотолдом, тип уйлайҙыр. Ләкин һауа торошо кинәт үҙгәреп китә.

11 Көслө ел диңгеҙҙе күпертеп ебәрә, ғәйәт көслө дауыл ҡуба. Тау-тау ҡара тулҡындар яңғыҙ карапты, ҡаҙ ҡауырһыны шикелле еңел ҡаҡҡылай ҙа уны берсә тулҡын һырттарына сөйә, берсә тәрән һыу упҡынына ташлай. Һуңыраҡ Юныс был турала: «Йәһүә диңгеҙгә көслө ел ебәрҙе», — тип яҙған. Ә Юныс, карапта булған сағында, диңгеҙгә көслө дауылды Йәһүә ебәргәнен белгәнме? Теүәл генә әйтеп булмай. Шулай ҙа ул диңгеҙселәрҙең төрлө илаһтарға ялбарып доға ҡыла башлауҙарын күрә. Ләкин ул шуны яҡшы белә: был илаһтар уларға бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡ (Лев. 19:4). Һуңыраҡ был хәлде тасуирлап, Юныс: «Карап бына-бына емерелер һымаҡ ине», — тигән (Юныс 1:4). Алланан ҡасып киткән Юныс ошо хәлендә доға ҡыла алғанмы?

12. а) Ни өсөн беҙгә Юнысты дауыл ваҡытында йоҡлап китеүе өсөн хөкөм итергә ашыҡмаҫҡа кәрәк? (Төшөрмәне лә ҡара.) б) Йәһүә дауылдың кем арҡаһында ҡупҡанын нисек күрһәткән?

12 Диңгеҙселәргә бер нисек тә ярҙам итә алмағанын аңлағас, Юныс, караптың аҫҡы ҡатына төшөп, ятыр урын таба ла тәрән йоҡоға талаb. Тиҙҙән капитан, Юнысты уятып, уға ла үҙ илаһына доға ҡылырға ҡуша. Дауылдың ниндәйҙер илаһи көс тарафынан ҡупҡанына ышанып, диңгеҙселәр бәләнең кем арҡаһында тыуғанын белер өсөн, йәрәбә һала башлай. Йәрәбә ғәйепһеҙ кешеләрҙе бер-бер артлы күрһәтә башлағас, Юныстың йөрәге сығып китерҙәй була. Тиҙҙән барыһы асыҡлана: Йәһүә Юныс арҡаһында диңгеҙҙә дауыл күтәргән һәм уның ғәйепле булыуын йәрәбә аша күрһәткән. (Юныс 1:5—7-не уҡы.)

13. а) Юныс диңгеҙселәргә нимә тураһында һөйләп бирә? б) Юныс диңгеҙселәргә нимә эшләргә ҡуша һәм ни өсөн?

13 Юныс диңгеҙселәргә барыһын да һөйләп бирә. Ул Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Йәһүә Алланың хеҙмәтсеһе. Алланан ҡасып китеп, ул уны асыуландырған һәм башҡаларҙың ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Юныстың һүҙҙәренән диңгеҙселәрҙең ҡото алына, уларҙың күҙҙәрендә ҡурҡыу сағыла. Карапты һәм ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыр өсөн, улар Юныстан нимә эшләргә кәрәклеген һорай. Юныс нимә тип яуап бирә? Һыуыҡ, ҡоторонған диңгеҙҙә батып үлеүен күҙ алдына килтереп, Юныс ҡалтырап киткәндер. Ошо кешеләрҙе ҡотҡара алғанын белә тороп, нисек инде ул барыһын да һәләкәткә дусар итһен? «Мине күтәреп диңгеҙгә ырғытығыҙ, шунда диңгеҙ тыныр. Мин беләм, һеҙ ошо көслө дауылға минең арҡала эләктегеҙ», — ти Юныс уларға (Юныс 1:12).

14, 15. а) Юныстың ныҡ иманы беҙгә ҡайһы яҡтан үрнәк булып тора? б) Диңгеҙселәр Юныстың үтенесен үтәргә теләгәндәрме?

14 Ҡурҡаҡ кеше ундай һүҙҙәрҙе әйтергә баҙнат итмәҫ ине. Шундай ауыр саҡта хеҙмәтсеһенең батырсылыҡ менән фиҙаҡәрлек күрһәтеүе Йәһүәне бик ҡыуандырғандыр. Ошо осраҡтан беҙ Юныстың иманы ныҡ булғанын күрәбеҙ. Бөгөн дә башҡаларҙың именлеген үҙебеҙҙекенән юғарыраҡ ҡуйып, беҙ Юныстан үрнәк алабыҙ (Яхъя 13:34, 35). Берәй кемдең матди, эмоциональ йә рухи ярҙамға мохтаж булыуын күргәндә, беҙ уға ярҙам ҡулын һуҙырға әҙербеҙме? Шулай эшләһәк, беҙ Йәһүәне шатландырырбыҙ!

15 Күрәһең, Юныстың һүҙҙәре диңгеҙселәрҙе лә вайымһыҙ ҡалдырмай, сөнки улар уның әйткәнен үтәргә теләмәй. Бының урынына улар, дауылды йырып сығыр өсөн, бар көстәрен һала, әммә барыһы ла бушҡа ғына булып сыға. Дауыл ҡоторонғандан-ҡоторона ғына. Ахыр сиктә, хәлдең ҡотолғоһоҙ булыуын аңлағас, улар, Юныстың Аллаһына — Йәһүәгә ялбарып, унан шәфҡәтлелек күрһәтеүен һорайҙар һәм пәйғәмбәрҙе диңгеҙгә ырғыталар (Юныс 1:13—15).

Тулҡындар Юнысты, ул диңгеҙгә ырғытылғандан һуң ҡаплай

Диңгеҙселәр, Юнысты тыңлап, уны диңгеҙгә ырғыталар

Юнысҡа шәфҡәтлелек күрһәтелә, һәм ул ҡотҡарыла

16, 17. Диңгеҙгә ырғытылғандан һуң, Юныс нимәләр кисерә? (Рәсемдәрҙе лә ҡара.)

16 Юныс ҡоторонған тулҡындар ҡосағына эләгә. Ташып торған диңгеҙ һыуҙары аша караптың тиҙ арала алыҫлаша барыуын күҙәтеп, Юныс аяуһыҙ тулҡындар менән көрәшергә маташа. Ләкин бер аҙҙан уны ғәйәт ҙур тулҡын ҡаплай һәм ул һыу аҫтына китә. Диңгеҙ төбө яҡынлашҡан һайын, Юныстың өмөтө һүнә бара.

17 Шул ваҡытта кисергән тойғоларын Юныс һуңыраҡ үҙе яҙған китабында тасуирлап бирәсәк. Күҙ алдынан бөтә ғүмере йүгереп уҙа. Ул хәсрәтләнеп Йәһүәнең Иерусалимдағы матур ғибәҙәтханаһын бүтән бер ҡасан да күрә алмаясағы тураһында уйлай. Юныс үҙен диңгеҙ упҡынына, тау нигеҙҙәренә тиклем төшкәндәй хис итә. «Ошонда, һыу үҫемлектәре араһында, минең ҡәберемдер», — тип уйлай ул. (Юныс 2:2—6-ны уҡы.)

18, 19. Юныс бата башлағас, уның менән нимә булған, һәм был ваҡиғалар менән кем идара иткән? (Төшөрмәне лә ҡара.)

18 Ләкин ҡапыл ниндәйҙер ҙур, ҡара балыҡ килеп сыға. Ул туп-тура Юнысҡа табан йөҙә. Яҡыныраҡ килеп, ул ауыҙын ҙур итеп аса ла Юнысты йотоп ебәрә!

Юныс яйлап һыу аҫтына китә, ҙур балыҡ янынан йөҙөп китеп бара

Йәһүә «ҙур балыҡҡа Юнысты йоторға ҡуша»

19 Бер уйлағанда, ғүмер шуның менән бөттө кеүек. Әммә Юныс иҫән! Уның һөйәктәре һынмаған, ул шул балыҡтың ашҡаҙанында аҙыҡ итеп эшкәртелмәгән. Ул хатта тонсоҡмай ҙа. Был урын Юныстың ҡәбере булып китергә тейеш, әммә ул әлегә тере. Бер мәлдә уны тәрән ҡурҡыу-хөрмәт тойғоһо солғап ала. Һис шикһеҙ, тап Йәһүә ошо «ҙур балыҡҡа Юнысты йоторға ҡушҡан» булған (Юныс 1:17)c.

20. Юныстың балыҡ эсендә әйтелгән доғаһынан уның тураһында нимә белеп була?

20 Минуттар үтә, сәғәттәр уҙа. Ғүмерендә әле бер ҡасан да күрмәгән дөм ҡараңғылыҡта Юныс тәрән уйҙарға сумып, Йәһүәгә доға ҡыла башлай. Юныс китабының 2-се бүлегендә яҙылған шул доғаһынан уның тураһында күпте белеп була. Мәҫәлән, Зәбур китабындағы төрлө фекерҙәрҙе иҫкә алыуынан уның Изге Яҙмаларҙы яҡшы белеүе күренә. Шулай уҡ Юныстың доғаһы уның рәхмәтле кеше булыуын да күрһәтә. Ул үҙ доғаһын бына нисек тамамлай: «Мин иһә, һиңә рәхмәттәр уҡып, ҡорбан килтерермен. Әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен. Ҡотолоу Йәһүәнән килә» (Юныс 2:9).

21. Юныс Йәһүәнең ҡотҡара алыуы тураһында нимә белгән, һәм беҙгә ниндәй мөһим хәҡиҡәтте иҫтә тоторға кәрәк?

21 Ошо ҡотолғоһоҙ булып күренгән хәлгә эләккәс, Юныс шуны аңлаған: Йәһүә, хатта балыҡ эсендә булған хеҙмәтсеһен күреп, уға ярҙам иткән икән, тимәк, ул үҙ хеҙмәтселәренә, ҡайҙа ғына булыуҙарына һәм ниндәй генә бәләгә юлығыуҙарына ҡарамаҫтан, ярҙам итә ала (Юныс 1:17). Тик Йәһүә генә ҙур балыҡ эсендә өс төн һәм өс көн үткәргән кешене тере һәм һау-сәләмәт көйө һаҡлап ҡала алған. Эйе, һәр беребеҙҙең һулышы уның ҡулында (Дан. 5:23). Һәр һулышыбыҙ һәм, ғөмүмән, ғүмеребеҙ өсөн беҙ уға бурыслы. Шулай булғас, беҙ Аллаға рәхмәтле булырға һәм уға буйһонорға тейеш түгелме?

22, 23. а) Юныстың рәхмәтле булыуы нисек һыналған? б) Хаталарыбыҙ тураһында әйткәндә, беҙ Юныстан ниндәй үрнәк ала алабыҙ?

22 Ә Юныс тураһында нимә әйтеп була? Ул, тыңлаусан булып, Аллаға рәхмәтле булыуын күрһәтергә өйрәнгәнме? Эйе, өйрәнгән. Өс көн һәм өс төн үткәс, балыҡ яр буйына яҡынлаша ла Юнысты «ҡоро ергә ҡоҫоп сығара» (Юныс 2:10). Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Юнысҡа хатта ярға тиклем йөҙөргә лә тура килмәгән! Ул ҡайҙа килеп эләккән? Ҡайһы яҡҡа йүнәлеш алырға? Быларҙың барыһын да ул үҙе хәл итергә тейеш. Күп тә үтмәй, Юныстың Аллаға рәхмәтле булыуы һынала. Юныс 3:1, 2-лә былай тиелә: «Шунан һуң Йәһүә Юнысҡа икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итте: „Тор ҙа Нинәбәгә — бөйөк ҡалаға бар, унда мин һиңә әйткән хәбәрҙе еткер“». Пәйғәмбәр нисек эш итер?

23 Ул кисекмәҫтән эш итә. «Юныс, Йәһүә һүҙенә буйһоноп, торҙо ла Нинәбәгә китте», — тиелә Изге Яҙмаларҙа (Юныс 3:3). Эйе, ул тыңлаусанлыҡ күрһәтә. Һис шикһеҙ, пәйғәмбәр үҙенең хаталарынан фәһем алған. Юныстың иманы был яҡтан да беҙгә үрнәк булып тора. Әлбиттә, беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһ ҡылабыҙ һәм хаталанабыҙ (Рим. 3:23). Ләкин шул саҡта беҙ өмөтһөҙлөккә биреләбеҙме? Йәки хаталарыбыҙҙан һабаҡ алып һәм Аллаға тыңлаусан булып хеҙмәтебеҙҙе дауам итәбеҙме?

24, 25. а) Юныс ниндәй фатихалар алған? б) Киләсәктә Юнысты тағы ниндәй фатихалар көтә?

24 Йәһүә Юнысты тыңлаусан булғаны өсөн фатихалағанмы? Эйе, фатихалаған. Һуңыраҡ, күрәһең, Юнысҡа диңгеҙселәрҙең иҫән ҡалыуҙары мәғлүм була. Юныстың фиҙаҡәр эш итеүенән һуң дауыл шунда уҡ тынған. Диңгеҙселәр «Йәһүәнән бик ныҡ ҡурҡып» үҙҙәренең илаһтарына түгел, ә Йәһүәгә ҡорбан килтергәндәр (Юныс 1:15,16).

25 Ваҡыт үтеү менән Юныс тағы ла ҙурыраҡ фатихаға эйә булған тип әйтеп була. Юныстың ҙур балыҡ эсендә үткәргән ваҡытын Ғайса пәйғәмбәрлек итеп үҙенең ҡәберҙә, йәғни шеолда, үткәрәсәк ваҡыты менән сағыштырған. (Матфей 12:38—40-ты уҡы.) Ерҙә йәшәр өсөн терелтелгәндән һуң үҙенә шундай хөрмәт күрһәтелгәнен белгәс, Юныс, әлбиттә, бик шатланыр! (Яхъя 5:28, 29) Йәһүә һине лә фатихаларға теләй. Ә һин, Юныс һымаҡ, үҙеңдең хаталарыңдан фәһем алып, Йәһүәгә тыңлаусан булырһыңмы һәм фиҙаҡәрлек рухын сағылдырырһыңмы?

a Юныс пәйғәмбәрҙең сығышы менән Галилеянан булыуы иғтибарға лайыҡ, сөнки фарисейҙар Ғайса Мәсих тураһында тәкәбберләнеп былай тигәндәр: «Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ (Яхъя 7:52). Күп тәржемәселәр менән тикшереүселәрҙең фекерҙәре буйынса, фарисейҙарҙың, күренекһеҙ Галилеянан бер пәйғәмбәр ҙә сыҡмаған һәм бер ҡасан да сыға алмаясаҡ, тигән һүҙҙәре нигеҙһеҙ булған. Тимәк, фарисейҙар үҙҙәренең тарихына ла, пәйғәмбәрлектәргә лә күҙ йомған булып сыға (Ишағ. 9:1, 2).

b Септуагинтала әйтелгәнсә, Юныс хырылдап йоҡлаған. Тимәк, ул ҡаты йоҡоға талған булған. Ләкин Юныстың шулай йоҡлауы уның ғәмһеҙ кеше булыуын аңлатмай, сөнки күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән кешене ҡайһы саҡта йоҡо баҫыуы ихтимал. Мәҫәлән, Ғайса Гәтсимән баҡсаһында ғазап кисергәндә, Петер, Яҡуп һәм Яхъя «ҡайғынан талсығып йоҡлап» киткән (Лука 22:45).

c «Балыҡ» тигән боронғо йәһүд һүҙе грек теленә «диңгеҙ ғифрите», йәғни «ҙур балыҡ» тип тәржемә ителгән. Ниндәй диңгеҙ балығы тураһында һүҙ барғаны теүәл билдәле түгел. Әммә күҙәтеүҙәр буйынса, Урта диңгеҙҙә кешене тулыһынса йота алырлыҡ ҙур акулалар осрай. Башҡа ерҙәрҙә хатта күпкә ҙурыраҡ та акулалар бар. Мәҫәлән, кит акулаһының оҙонлоғо 15 метрҙан ашыу булырға мөмкин.

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУҘАР

  • Йәһүәнән берәй йөкләмә алғас, һинең дә Юныс һымаҡ ҡурҡыу кисергәнең бармы?

  • Юнысты тыңлаусан булырға өйрәткәндә, Йәһүә шәфҡәтлелек менән сабырлыҡ сифаттарын нисек күрһәткән?

  • Юныс үҙ хаталарынан фәһем алғанын нисек күрһәткән?

  • Һин Юныстың иманын нисек өлгө итеп ала алаһың?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу