Йәкшәмбе, 31 август
Төшөнөүсән кешеләр иһә аңлар (Дан. 12:10).
Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн беҙгә ярҙам кәрәк. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ таныш булмаған ергә килгәнһегеҙ, ти. Әммә, бәхеткә ҡаршы, янығыҙҙа был ерҙе яҡшы белгән дуҫығыҙ бар. Ул һеҙҙең хәҙер ҡайҙа торғанығыҙҙы һәм һәр юлдың ҡайҙа алып барғанын яҡшы белә. Йәһүә шундай дуҫҡа оҡшаш. Ул беҙҙең тарихтағы ниндәй өҙөктә йәшәгәнебеҙҙе һәм киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен яҡшы белә. Тимәк, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн, беҙгә баҫалҡы булырға һәм Йәһүәнән ярҙам һорарға кәрәк (Дан. 2:28; 2 Пет. 1:19, 20). Һәр яҡшы атай-әсәй үҙ балаһына бәхетле киләсәк теләй. Йәһүә тап шундай атай (Ирем. 29:11). Ләкин кешеләрҙән айырмалы булараҡ, Алла буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан уҡ теүәл әйтә ала. Беҙ киләсәктә буласаҡ мөһим ваҡиғалар тураһында белһен өсөн, ул Изге Яҙмаға пәйғәмбәрлектәр яҙҙыртҡан (Ишағ. 46:10). w23.08 8—9 бб., 3, 4 абз.
Дүшәмбе, 1 сентябрь
Беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ (Лука 1:78).
Йәһүә Ғайсаға кешеләрҙең ауырлыҡтарын хәл итергә көс биргән. Ғайса, мөғжизәләр ҡылып, кешелек бер ҡасан да хәл итә алмаған ауырлыҡтарҙы хәл итә аласағын иҫбатлаған. Мәҫәлән, ул бөтә ауырлыҡтарҙың сәбәбен, йәғни гонаһты һәм гонаһтың эҙемтәләрен — ауырыуҙарҙы һәм үлемде, юҡ итәсәк (Матф. 9:1—6; Рим. 5:12, 18, 19). Ғайсаның мөғжизәләре уның кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтыра алғанын һәм хатта үлгән кешеләрҙе терелтә алғанын иҫбатлаған (Матф. 4:23; Яхъя 11:43, 44). Бынан тыш, ул көслө дауылдарҙы тынысландырған һәм кешеләрҙе яуыз рухтарҙан азат иткән (Марк 4:37—39; Лука 8:2). Йәһүәнең Ғайсаға шундай ҙур көс биргәнен белеү бик шатландыра! Алла Батшалығы идара иткәндә, Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләре үтәләсәк. Ғайса ҡылған мөғжизәләр уның Батша булараҡ бөтә ер йөҙө буйынса тағы ла күберәкте эшләйәсәген күрһәтә. w23.04 3 б., 5—7 абз.
Шишәмбе, 2 сентябрь
Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә (1 Кәр. 2:10).
Һеҙ ҙур йыйылышта булһағыҙ һәм күтәргән ҡулығыҙ иғтибарһыҙ ҡала кеүек тойолһа, һеҙҙең бирешергә теләк тыуырға мөмкин. Шулай ҙа комментарий бирергә тырышығыҙ. Һәр бер осрашыуға бер нисә яуап әҙерләгеҙ. Шул саҡта өйрәнеүҙең башында һорамаһалар ҙа, аҙағында комментарий бирә алырһығыҙ. «Күҙәтеү манараһына» әҙерләнгәндә, һәр абзац мәҡәләнең темаһы менән нисек бәйле икәне тураһында уйлағыҙ. Шул саҡта һеҙ өйрәнеү дауамында күп фекерҙәр менән бүлешә алырһығыҙ. Өҫтәүенә, тәрән хәҡиҡәттәрҙе аңлатҡан абзацтарға яуап әҙерләп була. Шундай абзацтарҙы аңлатыуы ауыр булғанға, ғәҙәттә, комментарий биреүселәр әҙерәк. Әммә бер нисә осрашыу дауамында һеҙҙе һорамаһалар, нимә эшләргә? Өйрәнеүҙе алып барған ҡәрҙәшкә ниндәй һорауға яуап бирергә теләгәнегеҙҙе әйтеп була. w23.04 21—22 бб., 9, 10 абз.