Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 15
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Мәсихтең терелеүе (1—11)

      • Терелеү — имандың нигеҙе (12—19)

      • Мәсихтең терелеүе — көслө дәлил (20—34)

      • Физик тән һәм рухи тән (35—49)

      • Үлемһеҙлек һәм серемәү (50—57)

      • «Һәр ваҡыт Раббы эше менән мәшғүл булығыҙ» (58)

1 Кәринттәргә 15:3

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 3 б.

1 Кәринттәргә 15:4

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 3 б.

1 Кәринттәргә 15:5

Төшөрмәләр

  • *

    Петер булараҡ та билдәле.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 3 б.

    «Имандарын өлгө итеп алығыҙ», 202 б.

1 Кәринттәргә 15:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 3 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2019, 14 б.

1 Кәринттәргә 15:7

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Кешеләрҙе яратығыҙ», 8 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2022, 9—10 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 3 б.

    «Күҙәтеү манараһы»,

    15.3.2014,

1 Кәринттәргә 15:8

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    9/2022, 27 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 3—5 бб.

1 Кәринттәргә 15:12

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 5 б.

1 Кәринттәргә 15:18

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 6 б.

1 Кәринттәргә 15:20

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ул үлгәндәр араһынан беренсе емеш».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 5—6 бб.

1 Кәринттәргә 15:21

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 5 б.

1 Кәринттәргә 15:22

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 5—6, 30 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 2 2017 5—6 бб.

1 Кәринттәргә 15:23

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «беренсе емеш».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 6 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2017, 11—12 бб.

1 Кәринттәргә 15:26

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 30 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 7 б.

1 Кәринттәргә 15:27

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «уның аяғы аҫтына һалды».

1 Кәринттәргә 15:28

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    4/2019, 6 б.

1 Кәринттәргә 15:29

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 14 б.

1 Кәринттәргә 15:32

Төшөрмәләр

  • *

    Йә, бәлки, «кеше ҡарашынан сығып».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 9—10 бб.

1 Кәринттәргә 15:33

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «әхлаҡты».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    2/2023, 17—18 бб.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 48 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы»,

    15.3.2006,

1 Кәринттәргә 15:35

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 10—12 бб.

1 Кәринттәргә 15:37

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «тәндең».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 10 б.

1 Кәринттәргә 15:38

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 10 б.

1 Кәринттәргә 15:40

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 10—11 бб.

1 Кәринттәргә 15:41

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 10—11 бб.

1 Кәринттәргә 15:42

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «сәселә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 11 б.

1 Кәринттәргә 15:43

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «сәселә».

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «сәселә».

1 Кәринттәргә 15:44

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «сәселә».

1 Кәринттәргә 15:45

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «беренсе кеше Әҙәм».

  • *

    Йәки «йән».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 11 б.

    «Бөйөк Остаз», 192—193 бб.

1 Кәринттәргә 15:49

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 11 б.

1 Кәринттәргә 15:50

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 11—12 бб.

1 Кәринттәргә 15:51

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 12 б.

1 Кәринттәргә 15:52

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 12 б.

1 Кәринттәргә 15:55

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «ҡаяуың».

1 Кәринттәргә 15:56

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «гонаһҡа көстө Ҡанун бирә».

1 Кәринттәргә 15:58

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Хужабыҙ». Грекса Ки́риос.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 13 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2017, 9 б.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
  • 33
  • 34
  • 35
  • 36
  • 37
  • 38
  • 39
  • 40
  • 41
  • 42
  • 43
  • 44
  • 45
  • 46
  • 47
  • 48
  • 49
  • 50
  • 51
  • 52
  • 53
  • 54
  • 55
  • 56
  • 57
  • 58
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 15:1—58

Беренсе Кәринттәргә

15 Ҡәрҙәштәр, мин һеҙгә үҙем иғлан иткән һөйөнөслө хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм. Һеҙ уны ҡабул итеп, уның буйынса йәшәйһегеҙ. 2 Һеҙ ошо хәбәр арҡаһында ҡотҡарылаһығыҙ, ләкин бының өсөн уға ныҡ тотонорға кәрәк, юғиһә иманға килеүегеҙ юҡҡа ғына булыр.

3 Тәү сиратта мин һеҙгә үҙем ҡабул иткәндәрҙе тапшырҙым: Мәсих, Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, гонаһтарыбыҙ өсөн үлде, 4 шулай уҡ, Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, ерләнде һәм өсөнсө көндө терелде, 5 шунан Кифаға*, ә унан һуң 12 илсеһенә күренде. 6 Һуңынан ул бер юлы 500-ҙән ашыу ҡәрҙәшкә күренде. Уларҙың күбеһе әле лә беҙҙең менән, ә ҡайһы берҙәре инде үлеп китте. 7 Шунан һуң ул Яҡупҡа, һуңғараҡ бөтә илселәргә күренде, 8 ә иң аҙаҡта ваҡытынан алда тыуған балаға оҡшаш булған миңә лә күренде.

9 Мин илселәрҙең иң кесеһе һәм илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен, сөнки Алла йыйылышын эҙәрләнем. 10 Әммә Алланың сикһеҙ игелеге ярҙамында мин әле кем булһам, шулмын. Уның миңә күрһәтелгән сикһеҙ игелеге бушҡа булманы, сөнки мин башҡа илселәрҙең барыһына ҡарағанда ла күберәк хеҙмәт иттем, шулай ҙа быны мин түгел, ә Алланың минең менән булған сикһеҙ игелеге ҡылды. 11 Мин дә, башҡа илселәр ҙә — бөтәбеҙ ҙә бер үк хәбәрҙе вәғәзләйбеҙ, һәм һеҙ шул хәбәргә ышандығыҙ.

12 Беҙ Мәсих терелде тип вәғәзләйбеҙ икән, нисек һуң һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ, үленән терелеү юҡ, тип әйтә? 13 Үленән терелеү юҡ икән, улайһа, Мәсих тә терелмәгән. 14 Ә Мәсих терелмәгән икән, беҙҙең вәғәзебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа бушҡа ғына булып сыға. 15 Өҫтәүенә, үлеләр терелмәй икән, тимәк, Алла ла Мәсихте үленән терелтмәгән. Әгәр шулай булһа, беҙ, Алла Мәсихте терелтте тип әйтеп, Алла тураһында ялған һөйләр инек. 16 Сөнки үлеләр терелмәй икән, тимәк, Мәсих тә терелмәгән. 17 Ә Мәсих терелмәгән икән, һеҙҙең иманығыҙ бушҡа ғына. Һеҙҙең гонаһтарығыҙ кисерелмәгән. 18 Ул саҡта Мәсих шәкерте булып үлгәндәр мәңгегә үлгән булып сыға. 19 Мәсихкә бәйле өмөтөбөҙ был тормош менән генә бәйле булһа, беҙ бөтә кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек.

20 Ләкин Мәсих ысынлап та терелде, ул үлгәндәр араһынан беренсе булып терелде*. 21 Сөнки үлем кеше аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә кеше аша килер. 22 Әҙәм арҡаһында бөтәһе лә үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында бөтәһе лә терелер. 23 Әммә һәр кем үҙенә билдәләнгән ваҡытта: тәүҙә* — Мәсих, шунан, уның килеү осоро ваҡытында, Мәсихтекеләр тереләсәк. 24 Шунан һуң, ахырҙа, ул, бөтә хөкүмәттәрҙе, властарҙы һәм көстәрҙе юҡ иткәс, Батшалыҡты үҙенең Аллаһы һәм Атаһына тапшырасаҡ. 25 Ул бит, Алла бөтә дошмандарҙы уның аяғы аҫтына йығып һалғансы, батшалыҡ итергә тейеш. 26 Шунда һуңғы дошман — үлем юҡҡа сығарыласаҡ. 27 Алла «бөтә нәмәне уға буйһондорҙо*». Ләкин «бөтә нәмәне... буйһондорҙо» тигәндә, уға бөтә нәмәне буйһондорған Алланың быға кермәгәне ап-асыҡ. 28 Бөтә нәмә уға буйһондоролғас, Улы үҙе лә үҙенә бөтә нәмәне буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла барыһына берҙән-бер хаким буласаҡ.

29 Ә үле булыр өсөн сумдырылғандар менән нимә буласаҡ? Үлеләр терелмәй икән, нишләп улар үле булыр өсөн сумдырылалар? 30 Нишләп, улайһа, беҙ ҙә һәр ваҡыт үҙебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ? 31 Мин көн һайын үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашам. Был минең һеҙҙең менән — Хужабыҙ Мәсих Ғайсаның шәкерттәре менән ғорурланыуым кеүек үк хаҡ. 32 Әгәр мин Эфеста йыртҡыс хайуандар менән башҡа кешеләр кеүек* көрәшһәм, бынан миңә ни файҙа? Үлеләр терелмәй икән, «әйҙәгеҙ ашайыҡ та эсәйек, иртәгә барыбер үләбеҙ бит». 33 Алданмағыҙ. Насар кешеләр менән аралашыу яҡшы ғәҙәттәрҙе* боҙа. 34 Аҡылға килегеҙ һәм тәҡүә эштәр ҡылығыҙ, гонаһ ҡылмағыҙ, сөнки ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй. Быны һеҙҙе оялтыр өсөн әйтәм.

35 Әммә кемдер: «Үлеләр нисек терелер? Үленән терелгәндә уларҙың тәне ниндәй булыр?» — тиер. 36 Аҡылһыҙ кеше! Һин сәскән нәмә башта үлмәһә, терелә алмай. 37 Һин үҫемлектең* үҙен түгел, ә орлоҡто — бойҙайҙың йә башҡа нәмәнең орлоғон сәсәһең, 38 әммә Алла уға тәнде үҙе теләгәнсә бирә, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә. 39 Бөтә тәндәр ҙә бер үк түгел: кешеләрҙең тәне бер төрлө, малдыҡы икенсе төрлө, ҡоштарҙыҡы башҡа төрлө, балыҡтарҙың да тәне башҡа. 40 Күктәге тәндәр һәм ерҙәге тәндәр бар. Күктәге тәндәрҙең даны бер төрлө, ә ерҙәге тәндәрҙең даны икенсе төрлө. 41 Ҡояштың даны бер төрлө, айҙың даны икенсе төрлө, йондоҙҙарҙың даны башҡа төрлө. Өҫтәүенә, йондоҙ йондоҙҙан даны менән айырылып тора.

42 Үлеләрҙең терелеүе лә шулай буласаҡ. Тән серей торған булып күмелә* — серемәй торған булып терелә. 43 Хурлыҡта күмелә* — данлыҡлы булып терелә. Көсһөҙлөктә күмелә* — көслө булып терелә. 44 Физик тән күмелә* — рухи тән терелә. Физик тән булғас, рухи тән дә бар. 45 Шулай тип яҙылған да: «Беренсе Әҙәм* тере кеше* булып китте». Һуңғы Әҙәм йәшәү биреүсе рух булып китте. 46 Ләкин тәүҙә рухи тән түгел, тәүҙә физик тән, шунан һуң ғына рухи тән. 47 Беренсе кеше — ерҙән, ул тупраҡтан барлыҡҡа килтерелгән, икенсе кеше — күктән. 48 Тупраҡтан яратылған беренсе кеше ниндәй булһа, тупраҡтан яратылғандарҙың барыһы ла шундай. Күктәгеһе ниндәй булһа, күктәгеләр ҙә шундай. 49 Беҙ, тупраҡтан яратылған кешегә оҡшаш булған кеүек, күктәгеһенә лә оҡшаш булырбыҙ.

50 Ҡәрҙәштәр, һеҙгә шуны әйткем килә: тән һәм ҡан Алла Батшалығын мираҫ итеп ала алмай һәм серей торған тән серемәй торған нәмәне мираҫ итеп ала алмай. 51 Һеҙгә изге сер әйтәм: беҙ үлем йоҡоһона талырбыҙ, ләкин бөтәбеҙ ҙә түгел, шулай ҙа бөтәбеҙ ҙә үҙгәрербеҙ. 52 Был ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғо тауышы яңғырағанда буласаҡ. Борғо тауышы яңғырар, шунда үлеләр серемәй торған булып терелер һәм беҙ үҙгәрербеҙ. 53 Сөнки серей торған тән — серемәй торғанға һәм үлемле тән үлемһеҙгә әйләнергә тейеш. 54 Серей торған тән — серемәй торғанға һәм үлемле тән үлемһеҙгә әйләнгәс: «Үлем мәңгегә юҡ ителде», — тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашасаҡ. 55 «Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа? Үлем, һинең ағыулы сәнскесең* ҡайҙа?» 56 Үлемгә дусар иткән ағыулы сәнскес — гонаһ, ә гонаһтың көсө — Ҡанун*. 57 Ләкин Аллаға Хужабыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү биреүе өсөн рәхмәт яуһын!

58 Шуға күрә, ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем, ныҡ һәм ҡаҡшамаҫ булығыҙ, һәм, Раббы* өсөн башҡарған хеҙмәтегеҙ бушҡа түгел икәнен белеп, һәр ваҡыт Раббы эше менән мәшғүл булығыҙ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу